Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2020, 15:40

Вирустан көслөрәк булайыҡ йәки Сәлим сәйен эсәйек!

Донъяны танып-белеү етмәгәнлектәндер, беҙҙең атабабаларыбыҙ әкиәттәрҙә һөйләнелгән дейеү, аждаһа кеүек төрлө мифик заттарҙан шөрләгән, әленән-әле килеп сығып торған һәм кешеләр үлеменә килтергән чума, тиф кеүек төрлө ауырыуҙарҙан ҡурҡҡандар. Әле тағы яңы сир - covid-19 килеп сыҡты. Күп илдәрҙең аҡыллы баштары уға ҡаршы вакцина хәстәрләй, һәғәттә эшләп, һынап булһа икән уны.

Донъяны танып-белеү етмәгәнлектәндер, беҙҙең атабабаларыбыҙ әкиәттәрҙә һөйләнелгән дейеү, аждаһа кеүек төрлө мифик заттарҙан шөрләгән, әленән-әле килеп сығып торған һәм кешеләр үлеменә килтергән чума, тиф кеүек төрлө ауырыуҙарҙан ҡурҡҡандар. Әле тағы яңы сир - covid-19 килеп сыҡты. Күп илдәрҙең аҡыллы баштары уға ҡаршы вакцина хәстәрләй, һәғәттә эшләп, һынап булһа икән уны.
Хәҙер ярты йыл инде ошо пандемияға ҡаршы йыш ҡул йыуырға, маска кейеп йөрөргә һәм өйҙә ултырырғанан бик ары китә алманыҡ. Шулай ҙа был саралар һөҙөмтәһен бирҙе, үҙебеҙҙе һаҡларға өйрәнеп киләбеҙ. Битлекте лә үҙебеҙ тегергә өйрәндек. Бер маска утыҙ һум тирәһе торһа, айына, йылына күпме аҡса исраф ителеүен иҫәпләп сығарыуы ауыр түгел. Аптырап торманыҡ, ғаилә ағзаларын үҙем битлекле иттем. Бының өсөн магазиндан аждаһа һүрәте төшөрөлгән бәләкәй генә унлап таҫтамал алдым, теген машинаһында ике ҡатлы итеп маска тектем һәм араһына халыҡ медицинаһында төрлө ауырыуҙарға ҡаршы уңышлы ҡулланылған, умартаның рамдары өҫтөнә ябып йөрөтөлгән прополислы сепрәктең 10х10 см киҫәген тегеп ҡуйҙым. Ауыҙҙы һәм танауҙы ҡаплап торған аждаһа рәсеме һиңә яҡынлашып килгән covid-19-ҙы ҡурҡытмаҫ, ә уның артында торған прополислы сепрәк вирус ғифритын үлтермәҫ тиһегеҙме? Ышанам – вирус бирешәсәк. Эрзинкә бирсәткә һәм халыҡ медицинаһында уңышлы ҡулланылған прополислы маска кейеп йөрөһәгеҙ, өҫтәүенә быны “Маҡар урман хужалығы” предприятиеһының уңышлы етәксеһе Сәлим Хафизов тырышлығы менән етештерелгән данлы боланут сәйе менән нығытып ҡуйһағыҙ! Етмәһә меңләгән сәскәнән йыйылған шифалы башҡорт балы менән ҡуша эсеп ебәрһәгеҙ, һеҙҙән бөтә вирустар ҙа ен кеүек ҡасасаҡ!
Эш буйынса ла, йомош менән дә йыш ҡына машинамда Ишембай ҡалаһына юлланырға тура килә. Шулай бер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Көҫәпҡол зыяраты янында туҡтатып, документтарҙы барлай, бирсәткә, маска һорайҙар. Минең маскаға күҙҙәре төштө бит быларҙың: “Ағай, ҡайһылай оригиналь маска”, - тип көләләр. Шунан һуң башҡа туҡтатмайҙар, йылмайышып, честь биреп ҡалалар. Һүҙемдең аҙағында Башҡортостан юлдаш каналына ла үпкә һүҙемде еткергем килә. Маҡтағыҙ һеҙ Башҡортостан тауарҙарын, юҡһа, көнөнә дүрт-биш тапҡыр Ҡытайҙа етешетерелгән йәнәһе “мөғжизәле” “Санчи” үләнен рекламалайһығыҙ. Был бер минең генә фекер түгел, шул тиклем халыҡтан нисек артып ҡала икән был үлән? Эсмәгеҙ, башҡорттарым, юҡ-бар үләнде, үҙебеҙҙең ерҙәрҙә үҫкән, шифаһы һыналған тәбиғәт байлығын файҙаланығыҙ, Сәлим сәйен
эсегеҙ.
Читайте нас: