Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2020, 13:43

НИ ХӘЛДӘҺЕҢ, АУЫЛЫМ? (хикәйә)

Тағы ҡайттым әле тыуған яҡтарға. Һағындыра ауыл. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә һәр саҡ иҫтән сыҡмай, гел үҙенә тартып тора шул.Ата-әсәйҙең баллы сәйен эсеп, бер аҙ әңгәмәләшеп ултырғас, ғәҙәттәгесә ауыл буйлап йөрөп килергә, уның хәлен белергә сыҡтым. Ауылымдың йөҙөйылдан-йыл үҙгәреп, улар күҙгә ташланып тора. Бер ерҙә ваталар, икенсеһендә төҙөйҙәр, бер урында ҡаҙыйҙар, икенсеһендә күмәләр, тигәндәй. Ә ауылым кешеләре, яҡташтарымдың хәле нисек һуң?

Тағы ҡайттым әле тыуған яҡтарға. Һағындыра ауыл. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә һәр саҡ иҫтән сыҡмай, гел үҙенә тартып тора шул.
Ата-әсәйҙең баллы сәйен эсеп, бер аҙ әңгәмәләшеп ултырғас, ғәҙәттәгесә ауыл буйлап йөрөп килергә, уның хәлен белергә сыҡтым. Ауылымдың йөҙөйылдан-йыл үҙгәреп, улар күҙгә ташланып тора. Бер ерҙә ваталар, икенсеһендә төҙөйҙәр, бер урында ҡаҙыйҙар, икенсеһендә күмәләр, тигәндәй. Ә ауылым кешеләре, яҡташтарымдың хәле нисек һуң?
Беҙҙән ике өй аша ғына йәшәгән Ғилметдин ағай ғәҙәтенсә ҡапҡа төбөндә ултыра.
- Һаумы, ағай?
- Ашауға ҡарап инде, ҡустым, ашауға ҡарап.
Һәр саҡ: “Айғырҙыҡы һымаҡ!”-тип көлөп яуап биргән ағайҙан бындай һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик шәптән түгел, ахырыһы, тип уйлап ҡуйҙым.
Арыраҡ Зәйни ҡусты хан һарайындай ике ҡатлы йорт һалдыра. “Иномарка”һының багажнигында соҡонған хужаһы янына киләм:
- Хәлдәр нисек, ҡустым?
- Ә-ә-ә, ағай, һаумы?! Хәлдәр шәптән түгел, бына ҡыйыҡты яптырырға йылтыр ҡалай алып булманы. –тине ул, шифер менән ҡапланған өй түбәһенә күрһәтеп. – Заборға кирбес тә етеңкерәмәй.
“Эштәрең ысынлап та хөрт икән!” – тинем эстән генә, кирбестән семәрләп һалынып бөтөп барған ҡоймаға ҡарап.
Магазинға яҡынлашам. Уның алдында бер төркөм йәш-елкенсәк. Араларында туған тейешлеләр ҙә бар.
- Ҡайттыңмы? Етеңкерәмәй, әҙерәк добавь! – тип ебәрҙеләр ҡустылар, һаулыҡ та һорашып тормай.
Элегерәк улар аҡса һорау түгел, магазин алдында торорға ла оялалар ине түгелме һуң?! “Добавить” итеп ары атлайым.
Ҡаршыма үҫмер ҡыҙҙар килә. Кейемдәре менән бер рәттән асыҡ эстәре лә йылтырап тора. Зәңгәрле-ҡыҙыллы сәс-баштары төрлө ҡиәфәттә, тотош кершән-майҙан ғына торған йөҙҙәре тәҡҡәбер. Текә баҫып янымдан уҙғанда ҡайһыһылыр ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Здрастье!” – тип мығырҙаны. Үҙем әлегә “здоровый” ҙа ул. Ләкин элеккесә, билдәре өҙөлөп торған, килешле ситса күлдәк кейгән, алға ташланған оҙон сәс толомдарын нескә бармаҡтары менән йомарлай-йомарлай, бит алмалары алһыуланып торған шат йөҙлө ҡыҙҙарҙың әллә ҡайҙан: ”Һаумыһығыҙ!” – тип өндәшеүҙәрен өмөт иткән күңелемә күләгә төшкәндәй булып ҡалды.
Ауыл осона ла етәм. Иң ситтәге, ергә һеңгән, тауыҡ кетәгендәй генә өй алдында иҫке кейемдәргә төрөнгән Хәйербикә инәй баҫып тора.
- Һаумы, инәй! Хәлдәрең нисек?
- Аллаға шөкөр, улым! Үҙең иҫән-һаумы?- тип яуаплай туҡһанын ҡыуалаған ҡарсыҡ.
Аллаға шөкөр…Ниндәй яғымлы, йомшаҡ, изге һүҙҙәр! Улар йышыраҡ яңғыраһа ине лә бит. Тик, икенсе ҡайтыуыма ишетелерме икән “Аллаға шөкөрҙәр”?
Читайте нас: