Уголовный розыск башлығы, шулай уҡ ваҡытлыса район эске эштәр бүлеген дә етәкләгән милиция майоры Хәмзин телефон аша Маратты үҙ бүлмәһенә саҡыртып алды. Ул килеп ингәс майор йылы ғына иҫәнләште лә, өҫтәл өҫтөндә ятҡан йоҡа ғына папканы алып, уға һондо.
-Бына, иптәш тәфтишсе, һеҙҙең тәүге эшегеҙ булыр. Тәбрикләйем! Уны участка инспекторы Садриев башлаған ине, ләкин капитанға кисектергеһеҙ мөһимерәк йомош йөкмәтергә тура килде. Һеҙгә уны тамамлайһы ғына ҡала. Мин был эште ҡарап сыҡтым. Әллә ни ҡатмарлы нәмә күрмәйем. Шулай ҙа ентекләберәк танышып сыҡ. Бер нәмәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыш. Кәңәш, ярҙам һорарға ла тартынма. Һәм хәтереңдә тот – тәүге эшеңдең һөҙөмтәһе – ыңғаймы йәки киреме ул, артабанғы хеҙмәт юлыңда ҙур роль уйнаясаҡ. Уңыштар теләйем, иптәш Хәлитов!
Марат тәфтишселәр бүлмәһенә кереп, үҙе өсөн тәғәйенләнгән өҫтәл артына ултырҙы һәм ҡулындағы папкаһын алдына асып һалды. Уға тәүге биткә йәбештерелгән фотоһүрәттән мөләйем йөҙлө йәш кенә ҡыҙ ҡарап тора ине. Марат ҡыҙҙың рәсеменә бер аҙ һоҡланып бағып торҙо ла, ҡоро тел менән яҙылған протоколдарға күсте.
Асылбаева Айһылыу Ғәрифйән ҡыҙы, ун ете йәштә, медицина училищеһы талибәһе, ошо йылдың 12 сентябрендә тыуған ауылы Йүкәлелә үҙ һарайҙарында аҫылынған килеш табылған. Суд-медицина экспертизаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда ҡыҙ төнгө өс менән дүрт араһында үлгән. Ашҡаҙанында аҙ ғына миҡдарҙа иҫерткес эсемлек табылған. Үлер алдынан ғына беренсе тапҡыр енси мөнәсәбәткә ингән. Тәнендә көс ҡулланыу билдәләре күренмәй.
Шаһиттарҙың күрһәтмәләренән шулар аңлашыла: Айһылыу ике көн элек уҡыған еренән тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. 11 сентябрь көндө, кис, элекке класташы Диләфрүздең тыуған көн мәжлесендә булған. Ун бишләп егет һәм ҡыҙ сәғәт төнгө 12-ләргә тиклем күңел асҡандар, аҙаҡ, күмәкләшеп клубҡа танцаға килгәндәр. Айһылыу танцала бер-ике генә әйләнгән дә, Хәким исемле егет оҙатыуында өйҙәренә ҡайтып киткән. Былай күңелсәк кенә ҡыҙ ниңәлер мәжлестә лә, клубта ла үҙен бойоҡ тотҡан.
Ә Хәкимгә килгәндә инде, ул колхозда шофер булып эшләй. Айһылыу менән күптән бер-береһен яратышып йөрөйҙәр. Яңы йылда өйләнешергә лә һүҙ беркетеп ҡуйған булғандар. Тәртипле, тыйнаҡ егет. Күп тиҫтерҙәре һымаҡ эсеү менән мауығып бармай.Тик ниңәлер мәжлестә үҙен сәйер тотҡан, араҡыны ла арыу уҡ эсеп ташлаған. Айһылыу артынан клубтан сығып китеп, ярты сәғәт самаһы уҙғас кире әйләнеп килгән. Бер аҙ боталанып йөрөгәс, уны Фәрит менән Камил исемле ике егет үҙҙәре менән алып киткәндәр. Егеттәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Фәриттәрҙең аласығында төнө буйы эсеп ултырғандар һәм шунда ятып ҡалғандар. Әлеге көндә Хәким ваҡытлыса изоляторҙа тотола. Һорауҙарға “хәтерләмәйем”, “иҫерек инем”дән башҡа бер нисек тә яуап бирмәгән.
Марат алдындағы ҡағыҙҙарҙы уҡып сыҡҡас, тағы ла бер тапҡыр ҡыҙҙың фотоһына күҙ төшөрөп алды. Эйе, эш ҡатмарлыға оҡшамаған. Юғиһә, яңы ғына махсус уҡыу йортон бөтөрөп килеп, аҙыраҡ та тәжрибә туплап өлгөрмәгән кешегә тоттороп ҡуймаҫтар ине. Яҙылғандарға ҡарағанда бында бөтәһе лә асыҡ һымаҡ. Тимәк, Айһылыу менән уны оҙата килгән Хәким араһында енси яҡынлыҡ булғандан һуң (ә өйләнешкәнсе үк енси бәйләнешкә инеү хәҙер ғәҙәти күренеш) ғорур холоҡло ҡыҙҙың намыҫына тейерлек ниндәйҙер һүҙ булған. Һәм ул Айһылыуҙы шундай аҙым яһарға этәргән. Быны икеһенең дә ул кисте үҙҙәрен сәйер тотоуҙары, егеттең оҙаҡ та тормай әйләнеп клубҡа килеүе һәм аҙаҡ аңын юғалтҡансы эсеүе лә раҫлай. Шулай булғас Хәкимде һаҡ аҫьында тотоуҙың да кәрәге, дөрөҫөрәге хаҡтары юҡ.
Шулай ҙа Марат егетте сығарып ебәрер алдынан бер күреп, һөйләшеп алырға булды.
Ваҡытлыса тотоу изоляторындағы тәфтишләү бүлмәһенә Хәкимде алып инделәр. Егет Марат күрһәткән урынға ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килеп ултырҙы ла, башын түбән эйҙе. Мәғәнәһеҙ ҡараш, күгәреп торған күҙ төптәре, һиҙелерлек ҡалтыранған ҡул бармаҡтары, бөршәйеп төшкән кәүҙә уның нинәй хәлдә икәнен асыҡ һөйләйҙәр ине.
-Ныҡ ярата инеңме?-Хәким тәфтишсенең һорауына башын ғына ҡағып яуап бирҙе.
-Ни өсөн асыуланыштығыҙ һуң, нәмә булды?
Егет ишетелер-ишетелмәҫ кенә:
-Булғандыр инде.., хәтерләмәйем, -тип мығырҙаны.
Марат уны һөйләндерергә күпме генә тырышып маташһа ла “эйе”, “юҡ”тан башҡа һүҙ ишетмәне.
-Тикшереү һине ғәйепһеҙ тип тапты. Экспертиза ла ҡыҙға ҡарата көс ҡулланылмағанын раҫланы. Шулай, егет, һау булып тор.
Тик сығарып ебәрер алдынан анализ өсөн һинең ирлек ереңдән ҡайһы бер нәмәләреңде алып ҡалырҙар. Быныһы инде протокол өсөн, -тип урынынан торҙо.
Хәким уға беренсе тапҡыр башын күтәреп ҡараны ла, ишетелер-ишетелмәҫлек кенә итеп:
-Барыбер мин генә ғәйепле, -тип шыбырҙаны.
Бүлмәһенә әйләнеп ҡайтҡас, тәфтишсе оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Хәҙер инде эште йомғаҡлайһы ғына ҡала. Тик Марат үҙендә ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙләнеү кисерҙе, күңелен нәмәлер өйкәй ине. Йүкәлелә булып уҙған ваҡиғаны ул ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәреп ҡараны.Эйе, бөтәһе лә аңлайышлы ла, тик нәмәлер етмәгән дә һымаҡ.
Тәфтишсе, өҫтәмә мәғлүмәттәр алыу өсөн генә түгел, күңел тыныслығы өсөндөр ҙә, Йүкәлегә барып ҡайтырға булды. Тик майор рөхсәт итерме икән? Һуңғы осорҙа, халыҡ һаны ишәйеп, енәйәтселек тә артыу һөҙөмтәһендә ҡала эске эштәр бүлегенән айырып, райондыҡын да төҙөгәндәр ине.Әлеге көндә бүлексәләрҙә штаттар тулы түгел, кеше етешмәй, ә енәйәт эштәре муйындан.
Бүлек етәксеһе тәфтишсенең һүҙҙәренә иғтибар менән ҡолаҡ һалып ултырҙы ла, кәңәштәрен әйткеләп, ауылға ебәрергә ризалығын белдерҙе.
Йүкәлегә, исеме есеменә тап килеп, йүкә урманы эсендә ултырған ҡырҡлап йортло ауылға, Марат иртәнге һигеҙҙәрҙә килеп етте. Ауыл күптән аяҡ өҫтөндә ине. Фажиғә булып уҙған йортҡа иң аҙаҡтан ғына һуғылырға булып, юлда осраған кешеләрҙән һорашҡылап, Марат тәүҙә Диләфрүздәргә китте.
Ҡоңғорт сәсле, йөҙөн һипкел бөртөктәре баҫҡан был йыуантыҡ ҡыҙыҡайҙан ул үҙен ҡәнәғәтләндерерлек әллә ни әһәмиәтле яуап ала алманы. Тик уның һоро күҙҙәре генә ниҙер йәшерәләр һымаҡ тойолдо Маратҡа. Мәжлестә ҡатнашҡан башҡа егет-ҡыҙҙар ҙа участка инспекторына һөйләгәндәренән артыҡ бер ни ҙә әйтә алманылар. Бары тик ҡайһы берҙәре генә артыҡ хискә бирелеп, Айһылыуҙың ниндәй саф күңелле ҡыҙ булыуы, Хәким менән нисек бер-береһен яратышыуҙары, ниндәй һәйбәт пар булыуҙары тураһында һөйләнеләр. Әлбиттә, Айһылыуҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ҙур үкенес белдерҙеләр. Тәфтишсе Фәритте генә осрата алманы. Ул ҡалаға, эшләгән еренә китеп барған булып сыҡты.
Марат Хәкимдәргә барып ингәндә, ул, башын яулыҡ менән урап, диванда ята ине.
-Ни хәл, егет?! Әллә ауырыйһың?
Хәким тороп ултырҙы ла, аптыраулы ҡарашын тәфтишсегә төбәне.
-Әҙерәк бар…Бына баш һаман ебәрмәй..,-тине ул, теләр-теләмәҫ кенә.
Марат уға дуҫ-иштәрен күреүе, улырҙың Хәким өсөн борсолоуҙары, Айһылыу менән икеһен нисек йылы итеп телгә алыуҙары тураһында әйткәс, егет ҡапыл урынынан тороп баҫты:
-Унан инде ни файҙа?! Башымды алып сығып китәм мин мынан! Хәҙер ауылдаштарым, Айһылыуҙың ата-әсәһенең күҙҙәренә нисек күренәйем?!-тине ул әрнеүле тауыш менән һәм эргәһендәге шкаф тартмаһынан конверт алып, Маратҡа тотторҙо. –Бөтәһе лә бына ошо хат арҡаһында булды.
Тәфтишсе алама почерк менән яҙылған хатты уҡып сыҡты. “Хәким! Айһылыуҙың училищеһында егет артынан егет алыштырып, шулар менән ҡунып, тра…ся итеп йөрөй. Ә һин, мөгөҙлө бүкән, шул бл…кә өйләнмәксе булаһың!”-тиелгән ине унда. Ҡултамға урынына “изгелек теләүсе” тип ҡуйылған. Марат конверт тышындағы мисәткә күҙ төшөрҙө. Хат Айһылыу уҡыған ҡаланан ебәрелгән ине.
-Мин башта унда яҙылғандарға ышанманым. Шулай ҙа йөрәкте нимәлер өйкәй ине. Айһылыу ауылға ҡайтҡас, кис менән мин уларға барҙым. Иҫәбем, хатты күрһәтеп, һөйләшеп-аңлашыу не. Элек саҡырыуым менән йүгереп сыға торған ҡыҙ, ниңәлер мине күрергә лә теләмәне. Был үҙгәреш миндә шик тыуҙырҙы, хатта яҙылғандар ысын булып тойола башланы. Иртәгеһен Диләфрүздәрҙәге мәжлестә шул сәбәпле ныҡ ҡына төшөрөп ташланым. Аҙаҡ ни булғанын хәтерләмәйем. Күрәһең, мин алама һүҙҙәр әйтеп уны мыҫҡыллағанмын. -Егет быларҙы бер тынала һөйләп сыҡты һәм аҙыраҡ торғас – Их, шул көндө эсмәгән булһам!..-тине, үкенесле лә, ғазаплы ла тауыш менән.
Хәкимдең һөйләгәндәренән тәфтишсе үҙен борсоған һорауҙарға яуап тапҡандай булды. Шулай ҙа ул Айһылыуҙарҙың йортона кереп сығырға нисектер ҡыйынһынды.
Ҡалаға ҡайтып, иртәгеһен эшкә килеүенә уны көтөп ятҡан экспертиза белешмәһе бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙе.
Тимәк, Хәким менән Айһылыу араһында яҡынлыҡ булмаған. Марат аптырап ҡулындағы белешмәне былай ҙа, тегеләй ҙә әйләндергеләп ҡараны. Ләкин кем менән булған һуң ул? Бәлки ҡыҙыҡай Хәкимде яратмағандыр ҙа, башҡа берәүгә йән атып йөрөгәндер һәм шуның менән ҡауышҡандыр. Ләкин ниңә шунда уҡ үҙ-үҙеңә ҡул һалырға? Әллә Хәкимгә үс итеп осраған берәүҙең ҡосағына ташланғанмы һәм аҙаҡ, ғәрлегенән арҡанға йәбештеме икән? Шунан килеп уның үлеү ваҡыты ла нисектер сәйер тойола. Ғәҙәттә кеше ҡыҙған, үҙ-үҙен белештермәгән мәлендә шундай аҙым яһай. Ә бер аҙ ваҡыт үтеп, инде һыуына төшөп, айыҡ аҡыл менән эш итә башлағас, уны эшләүе икеле. Айһылыуҙың Хәкимдән айырылып китеүе менән үлеме араһында өс сәғәтләп ваҡыт үтеп киткән бит.
Марат һорауҙарына яуап эҙләгәндәй протоколдарҙы, шаһиттәрҙең күрһәтмәләрен яңынан ҡат-ҡат ҡарап сыҡты. Йүкәлеләге осрашып һөйләшеүҙәрҙе бер нисә тапҡыр башынан үткәрҙе. Әммә аныҡ ҡына яуап таба алманы. Шунда ул ҡапыл ғына Хәкимдең: “Ниңәлер мине күрергә лә теләмәне”,-тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ысынлап та, ҡыҙыҡай ни өсөн егетте күрергә теләмәгән? Сәбәбе нимәлә һуң?
-Нәмә, парень, ниңә уйға баттың?-тигән һорауға Марат башын күтәреп ҡараны. Эргәһендә өлкән лейтенант Ваһапов баҫып тора ине. Ул Марат алдында ятҡан папкаға күҙ төшөрөп алды ла:
-Ә-ә, Йүкәлеләге самоубийство мени?! Состав преступления юҡ –тимәк һинән спрос та юҡ! Тиҙерәк яп та-вәссәләм. Урыны күптән архивта уның, тип, ҡулын мәғәнәле генә итеп һелтәп ҡуйҙы.
Быларҙың һүҙен тыңлап ултырған Ғәлимйән ағай, урынынан тороп, егеттәр янына килде.
-Һеҙ, ҡустылар,барыһын да еңел генә хәл итергә ашыҡмағыҙ әле. Бында бит кеше ғүмере өҙөлгән.Йә, әйтеп ебәр, эш нимәгә терәлеп ҡалды?
Пенсия йәшен уҙып, һаман да эшен ташламаған тәжрибәле тәфтишсегә Марат ҡыҫҡаса ғына үҙен борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләп бирҙе.
-Һин, мырҙам, бында ғына ултырып бер ни ҙә сығара алмаҫһың. Йөрөргә кәрәк күберәк. Беҙҙең һөнәр ҙә бит следователь тип атала, йәғни, след, эҙ һүҙенән алынған. Тимәк эҙләргә, һорашырға, эт урынына сабырға тейешһең. Һиңә, егет, ҡыҙҙың уҡыған еренә барып ҡайтырға кәрәк. Бәлки шунда берәй нәмә соҡоп сығарырһың.
Күрше ҡалалағы училищеның тулай торағын Марат тиҙ тапты. Ул килеп ингәндә Айһылыуҙың бүлмәләш ҡыҙҙары сәй эсеп ултыралар ине. Егетте лә өҫтәл янына саҡырҙылар.
Сәғәт ярым самаһы ваҡыт уҙып, ҡыҙҙар менән һаубуллашып сыҡҡанда, Марат Айһылыуҙың бындағы тормошо менән яҡшы таныш ине инде. Иптәштәренең һөйләүҙәренә ҡарағанда Айһылыу яҡшы күңелле, алсаҡ ҡыҙ булып, үҙен бик тәртипле тотҡан. Көн дә тип әйтерлек Хәкимде иҫкә алып, уның менән оҙаҡламай өйләнешәсәктәрен әйтеп, матур ғаилә ҡороп йәшәргә хыялланған.
Марат Хәкимгә килгән хатты күрһәткәс, ҡыҙҙар аптырашта ҡалдылар. Бер аҙҙан тәбәгерәк буйлыһы Айһылыуға ла ниндәйҙер хат килеүен, уны алғас ҡыҙыҡай бик бошоноп, үҙенә урын таба алмай йөрөгәнен иҫенә төшөрҙө. Айһылыуҙың әйберҙәрен әлегә килеп алмағандар булып сыҡты. Эҙләнә торғас, ҡыҙҙар ул хатты ла килтереп сығарҙылар. Йүкәленән килгән был хатта Марат ни яҙылырын самалай ине инде. Тимәк, кемдер (бәлки, кемдәрҙер ҙә, сөнки быныһы тигеҙ, матур хәрефтәр теҙмәһенән тороп, ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән яҙылған ине), егет менән ҡыҙҙың араһын боҙорға, уларҙы талаштырырға тырышҡан. Юғиһә, һөйгән ҡыҙына: “Хәким, элек бәйләнеп йөрөгән Маһийы яңыраҡ кейәүҙән айырылып ҡайтҡас, шуның янына барып йөрөп, йоҡлап та ҡайта”,-тип яҙмаҫтар ине.
Тәфтишсе бер ыңғай ошо ҡалала эшләп йөрөгән Фәрит янына ла инеп сыҡмаҡсы булды. Көндөҙ уны осратыуына шикләнһә лә, Фәрит бүлмәһендә булып сыҡты.
Бер аҙ юҡ-бар нәмә тураһында һөйләшеп ултырғас, Марат:
-Нәмә, бөгөн ялыңмы әллә? Көпә-көндөҙ өйҙә булғаныңа әйтәм, -тип һорап ҡуйҙы.
-Эй, ауылдағы гульбанан һуң һаман иҫкә килеп булмай әле-больничныйҙа ятам.Баш ярылып килә. Дәвленйәң ныҡ күтәрелгән, тиҙәр, -Фәрит һүҙен раҫларға теләгәндәй, тумбочкаһынан таблетка алып ҡапты.
-Әзмәүерҙәй өс егет бер литр көмөшкәгә бирештегеҙме?
-Ныҡ зәһәр булған инде, күрәһең. Камил иртәгә рейсҡа тип, йотҡолап ҡына ултырҙы. Хәким менән миңә, алдан уҡ арыу ғына һалып алған кешеләргә етә ҡалған.
Марат участка инспекторының яҙмаларынан Камилдың иртәгеһен иртүк машинаһы менән алыҫ ҡына юлға сығып китеүен белә ине.
-Ә был хат һиңә таныш түгелме? – Тәфтишсе Хәкимдән алып килгән хатты Фәриткә һондо. Егет конверт эсендәге ҡағыҙға күҙ генә төшөрөп алды ла:
-Шундай ғәйбәт яҙырға мине кем тип уйлайһығыҙ?-тине.
Ҡапыл Мараттың башына хатты Хәкимгә Фәрит яҙған, тигән уй килде. Уның эстәлеге яҡшы таныш булған уға. Сөнки ҡағыҙ битенә күҙ төшөрөп алып ҡына кәкере-бөкөрө хәрефтәр теҙмәһен тиҙ генә уҡып сығыу мөмкин түгел. Ә ул шунда уҡ “ғәйбәт”, тине бит.
Бүлеккә килгәс Марат Ғәлимйән ағайға күргән-ишеткәндәрен һөйләп, хаттарҙы уға һондо. Ҡарт тәфтишсе уларҙы ҡараштырғылап сыҡты ла, кире бирҙе.
-Һин, мырҙам, авторҙарын табырға тырыш. Улар йәш кешеләр булырға оҡшай, - Ғәлимйән ағай бер аҙ уйланып торҙо.-Белеүемсә, Йүкәлелә башланғыс мәктәп кенә. Артабан күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар. Ундағы мәктәптә дәфтәрҙәре, сығарылыш имтихандарында яҙған иншалары һаҡланыуы бик мөмкин. Почерктарын сағыштырып ҡарап, кемдәр икәнен асыҡлауы ҡыйын булмаҫ һиңә.
Ысынлап та, мәктәптә, уҡытыусылар ярҙамы менән, Айһылыуға килгән хаттың кемдеке икәнен тиҙ асыҡланылар. Тик Фәриттең бында ҡулъяҙмалары булмай сыҡты. Ул артабанғы уҡыуын ҡалалағы интернат-мәктәптә дауам иткән булған икән.
Ҡултамғаһыҙ булһа ла, Айһылыу хаттың кемдән икәнен белгән һәм әхирәте (әйтеүҙәренә ҡарағанда улар яҡын әхирәттәр булғандар) яҙғандарға ышанған, күрәһең. Ләкин Диләфрүз ниңә шулай яҙҙы икән? Марат Йүкәлегә лә һуғылып сығырға булды.
Тәфтишсенең һорауына Диләфрүз ҡапыл ғына ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, иланы ла ебәрҙе. Үҙе бер туҡтауһыҙ, һулҡылдау ҡатыш: “Әгәр белгән булһам икән.., белгән генә булһам икән..,” -тип ҡабатланы. Ҡыҙҙы бындай хәлендә һөйләндереп булмауын аңлап, Марат Айһылыуҙарҙың йортона йүнәлде.
Ауыр ҡайғы һөрөмөнә баҫҡан был өйҙә башта һүҙҙе-һүҙгә ялғап китә алмай ултырҙылар. Тик һуңыраҡ ҡына хужабикә, илле йәштәр самаһындағы сибек кенә кәүҙәле ҡатын, эсе тулы ҡайғыһын бер аҙ еңеләйтергә теләптер инде, тәьҫирләнеп, һөйләп алып китте:
-Күңелем һиҙенгәндер инде – Айһылыу ҡайтмағас, нисә тапҡыр ҡапҡа алдына сығып әйләндем. Клуб янын да урап килдем. Таңды тупһала ултырып ҡаршы алдым. Үҙенең дә тыуған көн мәжлесенә бараһы килмәй ине бит. Диләфрүз илай яҙып өгөтләгәс кенә эйәреп китте…
Йорт хужаһы эйелгән башын услап, шым ғына ултыра бирҙе. Тик ара-тирә генә, ниңәлер: “Эйе..,эйе..,”-тип ҡуйҙы.
-Ниҙәр уйлап ҡына, балаҡайым, башын элмәккә тыҡты икән..,-тип илап та алды.
Тәфтишсене оҙата сыҡҡас, хужабикә кире боролоп, соланға инеп китте һәм ҡулына йомарланған куртка тотоп, кире сыҡты.
-Бына, онотоп та торам – теге төндө ҡапҡа тышына сыҡҡас, саҡ эләгеп тәгәрәмәнем үҙенә. Ямғыр һибәләгәс, соланға индереп һалған инем. Хәкимдекелер инде – ни үҙе килеп алмай, ни биреп ебәреп булмай.
Марат күн тышлы куртканы ҡулына алды ла, тегеләй-былай әйләндергеләп, ентекләп ҡарарға тотондо. Шул саҡ уның эске яғында самаһыҙ күп оҙон ғына сәс бөртөктәре йәбешеп тороуына иғтибар итте. Һәм ҡапыл ғына уның мейеһендә ниндәйҙер бер уй сағылып үтте.
Марат портфеленән пакет сығарып, куртканы төрөп шунда тыҡты ла:
-Ярай, үҙем тапшырырмын, -тип тиҙ генә хушлаша һалды.
Йүкәленән китер алдынан йоморо ғына бер малай уның ҡулына ҡағыҙ киҫәге тоттороп китте.
Экспертиза курткала табылған сәс бөртөктәренең Айһылыуҙың ҡырыҡтырғандан һуң өйҙәрендә һаҡланған толомдарындағылары менән бер икәнен иҫбатланы. Ҙур булмаған ауылда куртканың хужаһын табыу әллә ни ҙур мәсьәлә түгел ине инде.
Тәфтишсе, өҫтәлгә таянған килеш, алдында ултырған енәйәтсегә бер аҙ ҡарап торҙо ла:
-Йә, егет кеше, һөйләп ебәр, баштан-аяҡ, ниҙәр булғанын, -тине.
Ярай, улай булғас, мин һөйләп бирәйем әле, - тип Марат ултырғысына килеп ултырҙы һәм һүҙ башланы. – Һин күптән Айһылыуға күҙ атып йөрөгәнһең. Ләкин һөйгәненең армиянан ҡайтыуын көткән ҡыҙ һине үҙенә яҡын да ебәрмәгән. Һин уның һайын этләшеп, уға бәйләнгәнһең. Ә бер көн ҡыҙ, танца ваҡытында артыҡ ҡыланыштарыңа асыуы килеп, сикәңә лә сабып ебәргән. Был хәлдән һуң һин уны эҙәрлекләүҙән туҡтағанһың, әммә күңелеңде унан нисек тә үс алыу тойғоһо баҫып алған. Хәким ҡайтып, Айһылыу менән өйләнешергә йөрөүҙәрен ишеткәс, был тойғоң тағы ла көсәйгән һәм һин күптән ҡорған планыңды тормошҡа ла ашыра башлағанһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бик ентекләп, уйлап ҡорғанһың тоҙағыңды.
Тәүҙә почергыңды боҙоп, Хәким исеменә хат яҙғанһың. Шунан әйтеп тороп, Диләфрүздән яҙҙырғанһың. Ул башта ризалашмаған. Ләкин һинең өйләнәм тигән һүҙеңә алданып мыҫҡылланған ҡыҙ, кешегә һөйләйем, тип ҡурҡытҡас ҡайҙа барһын – яҙып ебәргән. Нисек кенә булмаһын, Диләфрүз намыҫына ҡаршы килә алмаған. Бына был записка уныҡы. - Марат енәйәтсе алдына ҡағыҙ киҫәге сығарып һалды.
-Планыңдың икенсе өлөшө лә уңышлы ғына башланған. Тәүге көндә Хәким янына Айһылыу сыҡмағас, Диләфрүзде көнө етмәҫ элек тыуған көн мәжлесе үткәрергә мәжбүр итеп, унда уларҙың икеһен дә килтертә алғанһың. Егеттең ниндәй хәлдә икәнен иҫәпкә алһаҡ, һиңә уны эсереп иҫертеүе әллә ни ҡыйын булмаған.
Айһылыу менән Хәким клубтан сыҡҡас, уларҙың артынан эйәргәнһең. Алыҫ та китмәй, егет менән ҡыҙ араһында тауыш сыға. Иҫерек Хәким Айһылыуҙы тотоп алып, алама һүҙҙәр әйтеп ҡысҡыра. Ҡыҙ уны этеп ебәргәс, егет йығыла ла, урынынан тора алмай, шунда ултырып ҡала. Бер нәмә белештермәй ярһып атлаған ҡыҙҙы һин уларҙың ҡапҡа төбөндә ҡыуып етәһең дә, өҫтөңдәге курткаңды сисеп, башына ҡаплайһың һәм ҡыҙ тонсоғоп, һушынан яҙғансы тотоп тораһың. Әлбиттә, сибек кенә ҡыҙыҡай әзмәүерҙәй егеттең ҡулында ҡымшана ла алмай. Иҫен юйған ҡыҙҙы кеше күҙенән алыҫҡараҡ , һарай эсенә күтәреп алып инеп, мыҫҡыллайһың.
Шунда һинең бығаса шыма ғына барған планың беренсе ҡаршылыҡҡа осрай. Нәфсеңде лә, үсеңде лә ҡандырып, һарайҙан сыҡҡас, ҡапҡа төбөндә баҫып торған Айһылыуҙың әсәһен шәйләп ҡалаһың.Ул һиңә, ҡулыңда һушһыҙ ҡыҙ булып, сараһыҙҙан ташлап ҡалдырған курткаңды алырға ҡамасаулай һәм ҡойма аша ғына сығып тайырға мәжбүр итә. Әлбиттә, һуңынан тағы курткаң артынан киләһең, ләкин ул унда булмай сыға.
Һинең Хәкимде аңын юғалтҡансы эсереү уйың да тормошҡа аша. Ләкин һин оҙаҡ ҡына ятып, һушына килгән намыҫлы ла, ғорур ҙа холоҡло ҡыҙҙың, былар барыһы ла Хәкимдең эше, тип уйлап, үҙ-үҙенә ҡул һалырын уйлап та ҡарамағанһың. – Марат һүҙенән туҡтаны.
Енәйәтсенең ағарынған йөҙөнә ҡарап, бер аҙ торғас, һорап ҡуйҙы:
-Ә дуҫың һине һатманы бит.Хатың тураһында әйтәм. Тик, “һыйыңдан” һуң әле һаман мандый алмай йөрөй. Көмөшкәңә нәмә ҡушҡан инең? – тип һораны.
-Тәмәке төнәтмәһе менән тауыҡ тиҙәге.., - тине шым ғына Камил.