Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова онлайн брифингта көнүҙәк һорауҙарға ла яуап бирҙе.
Ишембай ҡалаһынан шундай борсоулы сигнал килгән: йәнәһе, 1-се поликлиникала медицина хеҙмәткәрҙәре һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән, битлектәр юҡ. “Был ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тура килмәй, сөнки индивидуаль һаҡланыу саралары менән республиканың барлыҡ медицина учреждениелары тулыһынса, хатта артығы менән тәьмин ителгән, ҡытлыҡ юҡ”, - тине Гөлнара Зиннурова. Шәхси дәғүәләр булһа, аныҡ итеп, медицина хеҙмәткәренең исем-шәрифен күрһәтеп яҙығыҙ, тип өҫтәне ул.
Водитель танытмаһы өсөн медицина тикшереүе үтеп буламы һәм ҡайҙа, тигән һорау ҙа яңғыраны. Был йәһәттән ҡайһы бер һөнәр кешеләре өсөн медицина тикшереүе үтеүгә бығаса ла сикләүҙәр булманы, әле лә юҡ, тине министр урынбаҫары. Барлыҡ һорауҙарға яуапты үҙегеҙ йәшәгән урындағы поликлиниканан асыҡларға кәрәк.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында планлы операцияларға ҡабул итәләрме, тигән мәсьәлә лә борсой кешеләрҙе.
Гөлнара Зиннурова учреждениеның 12 майҙан башлап планлы госпитализацияға ҡабул итә башлауын белдерҙе. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар: баҡһаң, күптәр, эпидемияға бәйле, республика һәм федераль медицина учреждениеларына планлы дауаланыуға барыуҙан баш тарта. “Ҡурҡыу кәрәкмәй! Бер нисә өҫтәмә анализ тапшырғас, планлаштырған медицина учреждениеһына рәхим итегеҙ”, - тине Гөлнара Зиннурова.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева Башҡортостанда кешеләрҙең организмында коронавирусҡа антиматдә барлығын асыҡлаған анализдар алыу ҙа дауам итә, тине. Ошо осорҙа серологик анализды 22 меңдән ашыу кеше тапшырған, антиматдә 884 кешелә асыҡланған.