Түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәй миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Быйылғы пандемия менән бәйле хәлдәрҙән һуң тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге уғата ҡәҙерле. Әлбиттә, йәйге ялды һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм файҙалы итеп үткәреү хаҡында уйлана.
Башҡортостан иҡтисадының тармаҡтары араһында туризм мөһим роль уйнай. Тәбиғәт ландшафтының байлығы, хозурлығы арҡаһында республикабыҙҙы икенсе Швейцария тип йөрөтәләр, шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә билдәләйҙәр. Бигерәк тә ситтән килеүселәр. Уларҙың береһе - туризмдың тотороҡло килем килтереүсе индустрия булараҡ үҫешмәүе. Бәғзеләр төбәктең туристик индустрия ҡағылмаған иҫтәлекле урындарының иҫ киткес тәбиғәтен баһалай. Улар фекеренсә, туристар аҙыраҡ икән – тәбиғәт таҙараҡ, ҡомартҡылар именерәк.
Ғаиләм менән Башҡортостан буйлап бик күп урындарҙы күрергә, ял итергә тура килде. Коронавирус арҡаһында сит илдәргә сәйәхәт сикләнеүен берәүҙәр бик ауыр кисерһә, туғандар менән беҙ гүзәл Башҡортостанды арҡырыға-буйға иңләй бирәбеҙ. Эйе, киң билдәле күлдәр, тәбиғәт мөйөштәрендә урынлашҡан санаторийҙарға хаҡтар ныҡ тешләшә. Уның байы республикала ҡырағай туризм киң үҫеш алған. Бер нисә көнгә туғандар, дуҫтар менән йорт арендалау, йәиһә палаткаларҙа төн үткәреү модала тип әйтһәм, хата булмаҫ. Һәр хәлдә беҙ ошо ысул менән сәйәхәт итеүҙе үҙ иттек. Мәҡәләмдә шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталып үтмәксемен.
Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле
Рәсәйҙә иһә ул етенсе урынды биләй. Асылыкүл Дәүләкәндең көнбайыш -төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Егерме дүрт йыл элек күл яны биләмәһе милли паркка әйләндерелде. Асылыкүлде халыҡ яратып, төбәктең йөҙөк ҡашы, тип йөрөтә. Яҙын Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. Һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығына) ҡоя. Ял итеүселәр күл тирәләй урынлашҡан ауылдарҙан ҡуртымға бер нисә тәүлеккә йорт арендалай ала. Интернет селтәрҙәре аша күңелегеҙгә ятҡанын, хаҡы ҡәнәғәтләндергәнен ҡарап табырға мөмкин. Йоҡлау урыны, аш бүлмәһе, мунсаһы һәм дә шешлек әҙерләү өсөн мангалы булған йорттарҙа туҡталыу тәүлегенә 5 мең һумға барып баҫа. Быйыл, мәҫәлән, ошо хаҡҡа бер ҙур ғына йортта 4 ғаилә ял иттек. Йәшәгән урын Асылыкүлгә 100 метр йыраҡлыҡта ғына булды. Ҡыҙғанысҡа күрә, әле Асылыкүл һайыҡҡан. Белгестәр һуңғы ете йылда һыу кимәленең 83 сантиметрға тиклем төшҡүен теркәгән. Ә күл буйы ҡамышлыҡ менән ҡапланған. Былай дауам итһә, экологтар республиканың иң ҙур күле бөтөнләй ҡороуы ихтималлығын билдәләй.
Архангел районында урынлашҡан. Инйәр йылғаһы янында Илаусы таш ҡаяһынан ағып сыға. Тәбиғәте, саф һауаһы һәм таҙа һыуы өсөн туристар ифрат үҙ иткән күркәм бер урын. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле. Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яр өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә. Шарлауыҡты күреү өсөн йылғаны кисеп сығырға кәрәк. Бынан бер нисә йыл элек кенә туристар палаткалар менән ял итһә, хәҙер яр ситен арендаға бирелгән шәхси йорттар уратып алған. Бер ҙур булмаған йортта йәшәү тәүлегенә 3 мең һумға барып баҫа.
Бар кәрәк-ярағы, мунсаһы бар. Быйыл бында туристар бигерәк тә күп. Бәләкәй сабыйҙары менән ял итергә килеүселәр ҙә бихисап.
Нөгөш - беҙҙең иң яратҡан ял итеү урыныбыҙ, йыл да булырға тырышабыҙ. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта, “Башҡортостан” мили паркы территорияһында урынлашҡан. Ярҙарына бәрелеп торған Нөгөш йылғаһы барыһын да үҙенә әсир итә. Йылға буйлап катамарандар, теплоходтар, катерҙар йөрөй. Түләүле ял итеү урындары бик күп. Һәр ял итеүсегә территорияға автомобилдә үтер, уны ҡуйыу өсөн дә, ҡыйыҡлы өҫтәл-эскәмйә урынына ла бер аҙ аҡса сығарырға тура килә. Быйыл уның хаҡы урын өсөн 1400 һумдан алып иҫәпләнә. Билдәләнгән урындар бер нисә ғаиләгә ҡаралған. Йорт арендалау 3 мең һумдан һәм унан да юғары. Балалар өсөн ташламалар ҡаралған. Таныштарыбыҙ араһында бер нисә ай алдан уҡ йорттар бронләп ҡуйғандар байтаҡ. Улар инде сит илгә юл ябылғас, йәйге ялдарында икешәр аҙна бында булырға планлаштырған.
Ғафури районы тәбиғәте - ожмах мөйөшө
Яңыраҡ райондың бер сағыу “визиткаһы” булған Аҡташ тауын барып күрҙек. Ул һуҙылып киткән ап-аҡ ҡаялары менән әллә ҡайҙан күренеп тора. Эргәһенән һыйынып ҡына йәмле Еҙем йылғаһы аға.
Әйтерһең дә, ул Аҡташ һәм Юрмаш ауылдарын көслө елдән, бәлә-ҡазанан һаҡлап тора! Аҡташтың таштары ҡояш нурҙарына ялтырап, күҙҙәрҙе сағылдыра. Ҡаяларҙан бер нисә шишмә сыға. Улар ағып төшкән ерҙә ҡышын боҙбармаҡтар теҙмәһе хасил була икән.
Бында ял итеүселәр, сәйәхәт ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта ғына, тиҙәр. Балыҡ тотоусылар ҙа, таҙа йылғала һыу инергә теләүселәр ҙә бихисап. Төндө палаткаларҙа үткәрергә була. Урындағы халыҡ үҙҙәре етештергәндең төрлөһөн килешле итеп тәҡдим итергә өйрәнгән. Ишембайҙарға ла уларҙан өйрәнәһе бар. Ғафури районында Киндерле мәмерйәһе лә сәйәхәтселәрҙең яратҡан урыны. Ул “Еҙем” тәбиғәт паркы биләмәһендә, Ташаҫты ауылынан 5 км йыраҡлыҡта Еҙемдең уң яҡ ҡушымтаһы булған Киндерле йылғаһының тамағында урынлашҡан. Мәмерйәгә ингән урында 720 м2 майҙанды боҙ ҡатламы биләп тора. Боҙ өҫтөнән төрлө ҡиәфәттәге сталагмиттар ҡалҡҡан. Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 8130 метр, шуның 230-ы һыу аҫтында). Киндерле - Уралдың иң тәрән мәмерйәһе. Мәмерйәгә инеү урыны трапецияға оҡшаған. Әйтергә кәрәк, “Еҙем” тәбиғәт паркы биләмәһендә барлығы 67 мәмерйә булыуы билдәле.
Беҙҙең төбәктә йәй тиҙ генә үтә лә китә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ гүзәл, йылғакүлдәргә, тау-ҡаяларға бай. Күрә белгән кеше үҙебеҙҙә иҫ киткес матур урындар аса ала. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ! Барығыҙға ла күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ ялдар теләйбеҙ, һау-сәләмәт булайыҡ!
Сәйәхәткә сығаһыҙ икән – төркөмөгөҙ менән теркәлегеҙ! Тауҙар, урмандар гиҙергә, йылғалар буйлап ағырға йыйынған туристарға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы тап ошо үтенесте белдерә. Ведомствоның сайтында теркәлеү ни бары 2 минут ваҡыт ала - https://02.mchs.gov.ru/. Был ҡотҡарыусылар яғынан квалификациялы ярҙам һәм контроль тәьмин итә. Ә көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуған осраҡта хәүеф менән яңғыҙ ҡалмаясаҡһыҙ, тиелә ведомство мөрәжәғәтендә.