Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2020, 13:20

Агрономдан файҙалы кәңәштәр

Ниндәй емеш-еләкте әле һатып алмау хәйерле?

Ниндәй емеш-еләкте әле һатып алмау хәйерле?
Йәйге осорҙа йәшелсә-емештең төрлөһөн ашап, витаминдар туплап ҡалырға кәрәк. Тик ҡарбуз һәм ҡауындарҙы әлегә һатып алмау яҡшыраҡ. Был хаҡта “Спутник” радиоһы эфирында еләк-емеш үҫтереүсе, агроном Елизавета Тихонова һөйләне.

"Был улар стимуляторҙар һәм ашламалар ҡулланып үҫтерелгәнгә түгел, әлеге культуралар өсөн сезон башланманы, уларҙың тәбиғи өлгөрмәүе бар. Ҡарбуз да, ҡауын да әлеге ваҡытта организм өсөн бер ниндәй файҙа бирмәйәсәк", - тип һөйләне ул.

Магазин кәштәләрендә иртә яҙҙан "ананас еләге" (клубника ананасная) күренә башланы. Был еләк ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн антибиотиктар ҡулланыла. Әлбиттә, ул тәмле, тик файҙаһы зыянынан күберәк буласаҡ ,ти белгес.

Персик-абрикостарға килгәндә, агроном әйтеүенсә, уларҙы гидропоникала — туҡландырылған махсус шыйыҡса эсендә үҫтереп булмай, улар асыҡ тупраҡта ғына үҫә. Шулай иртә уны Үзбәкстандың көнсығышынан килтерәләр. “Уларҙы ашарға ярай, әммә ҡулланыр алдынан, һис шикһеҙ, яҡшылап йыуырға кәрәк, сөнки һәр бөрьөгө ҡул менән йыйыла”, ти эксперт.

Әлеге ваҡытта йәшел тәмләткестәр, салат, редис йәки иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә күп файҙа килтерәсәк. Витаминдарҙан тыш, уларҙа организмды ауырыуҙарҙан һаҡлай торған матдәләр ҙә бар.
Читайте нас: