Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2020, 00:04

Торатау итәгендә – яңы ҡунаҡхана

Торатау итәгендә ҡурай формаһында ете тирмә пәйҙә булды. “Торатау геопаркы” хәбәр итеүенсә, был – экоҡунаҡхана. Ул 1 июлдән үҙ ишектәрен асасаҡ.

Торатау итәгендә ҡурай формаһында ете тирмә пәйҙә булды. “Торатау геопаркы” хәбәр итеүенсә, был – экоҡунаҡхана. Ул 1 июлдән үҙ ишектәрен асасаҡ.
Экоҡунаҡханала ете номер, уртала – кафе. Тирмәләрҙе төҙөгәндә ағас, мамыҡ кеүек экологик материалдар ҡулланылған. Бында бер юлы 50 кеше ял итә аласаҡ.
Һәр бер стандарт номерға 6-8 кеше һыя, бүлмәләр эсендә ике ҡатлы карауаттар урынлаштырылған. Бүлмәләр витраж быяла һәм башҡа ғәҙәти булмаған материалдар буйынса бүленгән. Бәҙрәф бүлмәләре һыу менән даими тәьмин ителеп торасаҡ.
Стандарт номер хаҡына иртәнге аш та керә. “All inclusive” хеҙмәтләндереү төрөн хуп күргәндәр өсөн кафела туҡланыу, Торатау башына экскурсия, һыбай, велосипедта йөрөү, фотосессия кеүек пакет тәҡдим ителәсәк.
Шуныһын билдәләп үтеү зарур: ҡунаҡхана йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Көҙ, һыуыҡтар төшкәс, тирмә кейеҙ ярҙамында йылытыласаҡ, бүлмәләргә йылы биреп тороусы махсус инновациялы ҡаҙан урынлаштырыласаҡ.
Ҡунаҡхананың кафеһына теләгән һәр кем йөрөй аласаҡ. Ундағы башҡорт аш-һыуының бар төрө лә хәләл. Геопарк ҡунаҡтарына ҡымыҙ, бишбармаҡ, өсмөйөш кеүек аш-һыу тәҡдим итеү ҡаралған.
Яңы объект Ишембай халҡын өҫтәмә эш урындары менән тәьмин итә: ҡунаҡханала район кешеләренән торған персонал хеҙмәтләндерә. Ул шулай уҡ урындағы бер нисә эшҡыуарҙың һәм “Торатау геопаркы” ойошмаһының, Ишембай район хакимиәтенең уртаҡ хеҙмәт емеше булыуы менән дә әһәмиәтле. Был ойошмалар берләшеп, уртаҡ идеяны бер йыл эсендә бойомға ашырыуға өлгәште.
“Торатау геопаркы” директоры Айнур Саманов әйтеүенсә, урындағы эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек был проект менән генә тамамланмай, алда тағы ла бер нисә объект күҙ уңында тотола.
Фото: “Бәйләнештә”.
Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: