Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2020, 14:52

СИТЛЕККӘЙҘӘРЕ АЛТЫН ДА УЛ (булған хәл)

Күптән түгел миңә шоферлыҡ таныҡлығын алыу өсөн ай ярымлыҡ киске курстарға йөрөргә тура килде.Ниндәйҙер мәшәҡәттәр сығып, бер нисә көнгә һуңлабыраҡ барҙым.Мин барып ингәндә, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмә шығырым тулы булып, уҡырға килеүселәрҙең яртыһы тип әйтерлек ҡатын-ҡыҙ ине.Ҡайҙа барырға белмәй ишек төбөндә баҫып ҡалдым. Шунда алғы рәттә бер нисә сибәркәйҙең ҡамауында ҡәнәғәт йылмайып ултырған “Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғоловты шәйләп алдым.

Күптән түгел миңә шоферлыҡ таныҡлығын алыу өсөн ай ярымлыҡ киске курстарға йөрөргә тура килде.Ниндәйҙер мәшәҡәттәр сығып, бер нисә көнгә һуңлабыраҡ барҙым.Мин барып ингәндә, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмә шығырым тулы булып, уҡырға килеүселәрҙең яртыһы тип әйтерлек ҡатын-ҡыҙ ине.Ҡайҙа барырға белмәй ишек төбөндә баҫып ҡалдым. Шунда алғы рәттә бер нисә сибәркәйҙең ҡамауында ҡәнәғәт йылмайып ултырған “Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғоловты шәйләп алдым. Ул да миңә иғтибар итте һәм: “Ағай, анауҙа урын бар шикелле”, - тип, күҙ ҡыҫып, артҡы мөйөшкә ымланы. Мин ул күрһәткән ергә уҙып, йәп-йәш кенә ҡыҙ янындағы буш ултырғысҡа ултырҙым. Күршем, янына килеүем менән, башҡортсалап: “Һаумыһығыҙ!” – тип өндәшкәйне, мин дә уға бик иғтибар итеп тормайғына иҫәнләшкән инем. Бер аҙҙан ул шым ғына: “Әллә танымайһығыҙ инде?” – тип һораны. “Әлләсе, күргән кешемә лә оҡшайһығыҙ…”- тинем, уның һылыу йөҙөндә таныш һыҙаттарҙы шәйләп. Сибәркәйҙең: “Мин Ләйсән, Насирҙың ҡыҙы бит”, -тиеүенә аптырабыраҡ уға ҡарай боролоп ултырҙым. Насир ҙа, ҡатыны Хәлимә лә минең яҡташтар, күптән бер-беребеҙҙе белә инек. Ләкин һуңғы бер-ике йылда,нисектер осрашҡан булманы. Насир ҡалалағы заводтарҙың береһендә токарь, ә ҡатыны бальниста йыйыштырыусы булып эшләнеләр. Ғаиләләрендә дүрт бала булып, ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәле фатирҙа йәшәнеләр. Ирле-ҡатынлы “төшөрөргә” яратып, тормош-көнкүрештәре бик арыуҙан түгел ине. Һәм бына, ҡасан ғына әле бик яңынан булмаған кейем-һалымға төрөнөп, мәктәп тупһаһын тапаған оҙон сираҡлы өлкән ҡыҙҙары , бар биҙәктәрен йәйгән тутыйғоштай, аҫыл-затлы сепрәктәр ҡоршауында янымда ултыра. Ҡойоп ҡуйғандай буй-һынлы, бик тә сибәрләнеп киткән Ләйсәндең муйын-ҡулдарында ялтыраған алтын сынйыр-йөҙөктәрҙе күреү һәм дә шоферҙар курсында (тимәк еңел машинаһы бар) уҡыуы мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Башыма шунда уҡ: ”Тимәк,бай кейәүгә сыҡҡан”, -тигән уй килде.
Күнекмәләр башланып китеп, ата-әсәһенең хәлен һорашырға форсат булманы. Тик ҡайтырға сыҡҡанда ғына: “Атайыңдар ни хәлдә?” – тип һораным. Ҡыҙ: “Әлегә һәйбәттәр, “Южный”ҙа өс бүлмәле квартира алып, шунда йәшәйҙәр”, - тип хушлашып, минән алданыраҡ атланы. Мин Насирҙарҙың иркен фатирға күсенеүҙәренә ҡыуаныуҙан бигерәк, бындай заманда уны эләктерә алыуҙарына тағы ла ғәжәпләнә биреп ҡуйҙым.
Икенсе көндө Ләйсәнде “иномарка” ҡаршы алды. Ул миңә нисектер ғәйеплерәк ҡарашын ташлап алды ла, йүгерә-атлап, машинаға инеп ултырҙы. Был минең бай кейәү тураһындағы уйымды нығытып ҡуйҙы.
Ҡыҙ күнекмәләргә теләп, бер ҡалдырмай йөрөнө, хатта иң алдан тип әйтерлек килеп ултыра не. Белгәндәрҙе бер-беребеҙгә өйрәтеп, белмәгәндәрҙе һорашып уҡый торғас, аҙна-ун көн эсендә Ләйсән менән яҡын дуҫтар булып киттек. Торған еребеҙ ҙә бер тирәлә булып сыҡты. “Иномарка” ҡаршы алмаған кистәрҙә бергә лә ҡайтҡыланыҡ.
Бер көндө ул миңә: “Праваны һатып та алып булыр ине – тәүлектәр буйы бер яңғыҙым өйҙә ултыраһым килмәй”, - тип ысҡындырҙы. Мин аптырап уға ҡараным. “Ә ирең?” – тип һорауыма, ул көлөп: “Ниндәй ир булһын?! Кейәүгә сығырға йыйынмайым да әле”, -тип яуап бирҙе. Мин уның бер ҡайҙа ла уҡымағанын да, эшләмәгәнен дә белә инем. Уныһын да шул бай кейәүгә япһарғайным. Хәҙер килеп ҡапыл башыма: “Тимәк, ҡыҙыҡай – фәхишә, тәнен һатып аҡса эшләй”, - тигәнерәк уй килде һәм шунда уҡ миндә был хур ҡыҙындай сибәркәйгә ҡарата икенсе, нисектер ерәнгесерәк тә ҡараш тыуҙы. Хәҙер килеп Ләйсәндең эргәһендә теләр-теләмәҫ кенә ултырып, бик асылып китмәй генә һөйләшә инем. Ҡыҙ ҙа үҙенә ҡарата миндә булған үҙгәрештәрҙе һиҙҙе буғай. Бер аҙ ваҡыт уҙғас,ҡайтып барышлай: “Әйҙәгеҙ, ағай, миңә инеп сығайыҡ, бик шәп вином да бар”,- тине. “Араҡы эсмәйем, сәй менән һыйлаһаң ярай”, -тип бур бесәйҙәй алан-йолан ҡаранып, теләр-теләмәҫ кенә уға эйәрҙем. “Только кеше күҙенә салынырға тырышмайыҡ”, -тине ҡыҙ өйөнә яҡынлашҡас.
-Былар барыһы ла үҙеңдекеме һуң? – тип һораным, бай йыһазландырылған ике бүлмәле фатирҙы байҡап.
Ҡыҙ:
-Да, это подарок моего падишаха! – тине лә кухняһына инеп китте.
-Кем инде ул һинең падишахың? – тинем өҫтәл артына ултырғас.
Ләйсән миңә сәй ҡойоп, үҙе “шәп” виноһын һалып эсте лә:
-Подольский! Мин – любовница директора! – тип, ни әйтерһең тигәндәй һынаулы ҡарашын миңә төбәне. “Александр Иванович! Ҡалалалағы иң атаҡлы һәм хөрмәтле етәкселәрҙең береһе! Ҡатыны Анна Петровна ла ҙур ғына бер ойошманың башлығы!”- Мин ғәжәпләнеп ауыҙымды астым.
- Һеҙ анау көн атайымдарҙың яңы адресын белешкәс, барыбер һорашып белерһегеҙ, тип үҙем әйтергә булдым. Һуңғы ваҡытта минең турала алама ла уйлай башлаған инегеҙ, шикелле, - Ҡыҙ ҡулындағы рюмкаһынан аҙлап хәмер йота-йота һүҙен дауам итте. – Был бала нисек шундай әҙәмде эләктерә алған, тип уйлайһығыҙҙыр әле?!
-Юҡ, ул нисек һине ҡулға төшөрә алған икән, тим.
Инде ҡыҙ ғәжәпләнеп, йәшел күҙҙәрен миңә төбәне. Унда: “Беҙ күмәк, ә ул берәү генә бит!”- тигән уйҙы уҡырға була ине.
- Мин бит уның Галяһы менән беренсе кластан бергә уҡыныҡ. Өйҙәрендә лә йыш була инем. Ҡыҙҙары уҡыу яғына бик юҡ ине, ә мин отличница булдым. Дәрес әҙерләргә гел ярҙам иттем. Шуға ла ата-әсәһе миңә һәр саҡ асыҡ ҡараш күрһәттеләр. Поили, кормили, Галяға оҡшамаған кейемдәрҙе лә подарили, тигәндәй. -Ҡыҙҙың матур йөҙө ҡапыл ғына болоҡһоуланып, күҙҙәрендә ғәйепле ҡараш сағылғандай булды.- Зато хәҙер Галя Мәскәүҙә университетта белем ала. Ә мин.., мин дә ожмахта йәшәгән кеүекмен.
-Ә шулай ҙа нисек килеп сыҡты һуң?
-Нисек , тип ни- үҙенән-үҙе, тип әйтерлек. Мин башта, бәләкәйерәк сағымда, их, ул минең атайым булһа ине, тип, үҫкәс инде башҡараҡ та уйлай башланым. Һуңғы йылдарҙа уның миңә булған һоҡланыу ҡатыш нәфселе ҡарашын да бар тәнем менән тоя инем. Хатта уның шулай ҡарауы миңә нисектер рәхәтлек тә бирә ине. Сығарылыш имтихандары башланғас, Галяның ата-әсәһе һорауы буйынса уларға гел бергә әҙерләндек. Ә математика менән русскийҙан имтихандарҙы уның өсөн үҙем тапшырҙым, тиһәң дә ярай. Яҡшы билдәләренә генә мәктәпте тамамлаһам да, атайҙың кеҫәһе йоҡа булғас, институт-фәләнгә барып торманым, берәй училищеға керермен тип уйланым. Галя университетҡа инеп киткәс, дядя Саша хеҙмәттәрең өсөн тип миңә бик матур муйынсаҡ кейҙерҙе. Тик ҡатынына белдермәҫкә ҡушты. Аҙағыраҡ ҡыйбатлы итектәр менән бик матур сит ил курткаһы бүләк итте. Унда ла был икәү генә белгән сер булып ҡалһын тине. Ғүмерҙә ундай нәмәләр күрмәгәс, ҡыуанысымдан түбәм күккә тейҙе. Ләкин уларҙың юҡтан ғына бүләк ителмәгәнен, эштең нимәгә барғанын һәм ни менән бөтәсәген һиҙемләй инем. Был турала хәҙер бәләкәйҙән беләбеҙ, телевизорҙан да көн дә күрһәтеп торалар, “тәжрибәлерәк” әхирәттәрем дә ентекләп һөйләйҙәр ине. Мин дядя Сашаның юлына кәртә ҡуйырға тырышманым да. Ә киреһенсә, шундай бейектәге кешенең миңә күҙ һалыуына , ухаживать итеүенә ҡыуанып, ғорурланып, подъезд төбөндә әхирәттәремдең малай-шалай менән һөйләшеп-үбешеп тороуҙарын бала-саға уйыны, тип кенә ҡарай башланым.
Аҡрынлап дядя Саша бөтә булмышымды биләп алды. Ятһам да, торһам да уның мөһабәт кәүҙәһе, етди йөҙө, үткер ҡарашы күҙ алдымда булды. Инде минең менән уның араһында буласаҡ нәмәне ҡотолғоһоҙ тип һанап, уның ҡасан, ҡайҙа һәм нисек булырын күҙ алдыма килтерергә тырышып, уны түҙемһеҙләнеп тә, ҡурҡа биреберәк тә көтә башланым. Һәм ул көпә-көндөҙ Дядя Сашаның дачаһында, минең һүҙһеҙ ризалығым менән булды… Шунан ни осрашҡылап тора башланыҡ. Күберәк уның эш ваҡытында дачаһына барып әйләнә инек…
Ләйсән шымып ҡалды. Ә минең башҡа ҡапыл ғына: “Насир бит “дядя Саша” етәкләгән заводта эшләй. Квартира алыуының хикмәте шунда түгелме икән?” – тигән уй килде һәм мин ҡыҙҙан, урата биреберәк, һорап та ҡуйҙым.
-Эйе, элек эсә, прогул яһай, тип бирмәй йөрөгәйнеләр ҙә, дядя Саша момент эшләп ҡуйҙы. Етмәһә, күп балалы ғаиләгә ярҙам итәбеҙ, тип, иҫкерәк булһа ла заводтан мебель дә килтертте. - Ҡыҙ ҡапыл ғына ниҙер иҫенә төшөргәндәй, йылмайып ҡуйҙы һәм һүҙен дауам итте. -Бер саҡ дядя Саша бер сумка әйбер күтәреп үҙе беҙгә килеп инде. Миңә иғтибар ҙа итмәгәндәй ҡыланһа ла, ҡобарам осоп, икенсе бүлмәгә кереп бикләндем. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, миңә билгеһеҙ, тик бер ярты сәғәт үтеп, ул сығып киткәс, күстәнәсенән арыу уҡ ауыҙ иткән атай-әсәйем мине үҙҙәре янына саҡырып алдылар.
Атайым: “Ни, ҡыҙым.., һин Александр Ивановичтың теләген үтәргә тырыш инде…Бик мәрхәмәтле кеше булып сыҡты…Тормош ауыр хәҙер. Туғандарыңды ла уйла..,- тине, алдындағы рюмкаларға араҡы ҡоя-ҡоя. Ә үҙе күҙҙәрен йәшерергә тырышты. Эстән генә: “Күптән теләге үтәлгән инде” – тип, аҫтыртын көлөп ҡуйҙым. “Эйе, шул. Бына Алла бойорһа, эсеүҙе лә ҡыҫҡартһаҡ, беҙ ҙә әҙәмсә йәшәп алып китербеҙ әле”, -тип әсәйем дә рюмкаһын төп күтәрә һуғып ҡуйҙы. Шулай итеп, директор һөйәркәһе булырға атай-әсәйемдән фатиха алдым.
Ҡыҙ һуңғы һүҙҙәрен шаяртыбыраҡ әйтһә лә, йөҙөндә әсе йылмайыу ҙа сағылғандай булды.
-Бер осрашҡаныбыҙҙа дядя Саша: “Беҙ Анна Петровна менән күптән ирле-ҡатынлы булып йәшәмәйбеҙ инде. Ирҙәр өсөн иң аламаһы ҡатының етәксе булыу, бигерәк тә өйҙә лә шул булып ҡыланһа. Айырылышыр инек- карьера тигән нәмә бар. Шунан килеп Галя ла йәл, -тип ысҡындырған ине. Аҙаҡ, әгәр уныҡы ғына булып ҡалырға теләһәм, йыһазы-нийе менән квартира бүләк итәсәген, бөтә теләктәремде үтәйәсәген белдерҙе. Тик бер ергә лә сығып йөрөмәҫкә, кеше килтермәҫкә һәм башҡаларға белдермәҫкә, тигән шарт та ҡуйҙы. Бына күрәһегеҙ, хәҙер ниндәй ояла бер ҡайғыһыҙ йәшәп ятам. Ун һигеҙ йәшемә “Ока” бүләк итәм тине, хатта.
Мин ҡыҙҙың ҡәнәғәт йылмайған күҙҙәренә ҡарап:
-Ә берәй егетте-мөхәббәтеңде осратһаң? – тип һораным.
Ҡыҙ миңә ғәжәпле ҡарашын ташланы:
-Ә әле беҙҙең арала мөхәббәт түгелме ни?! Мин дядя Сашаны бик оҡшатам, ул да мине өҙөлөп һөйә!
Ҡыҙҙың берсә өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе, берсә сабыйҙарса ҡыланыуы инде мине аптыратты.
-Ә хәҙер ул килеп керһә, мине күреп нимә тиер?- тим ҡыҙға.
-Килмәҫ, ул өс көнгә Мәскәүгә командировкаға китте.
Мин сәйе өсөн рәхмәт әйтеп, тутыйғошто ситлегендә ҡалдырып сығып киттем.
Аҙаҡ ишеткән-күргәндәрем оҙаҡ баштан сыҡманы. Беҙ төрлө кимәлдәге түрәләрҙең хан һарайындай коттедж-дачаларына, береһенән-береһе затлы машиналарына ҡарайбыҙ ҙа, ғәжәпләнеп баш һелккән булабыҙ. Был айсбергтың күренгән өлөшө генә икән. Ә Ләйсәнгә килгәндә инде- бик йәл ул миңә.
Ҡыҙҙан ишеткәндәремде уратыбыраҡ бер танышыма һөйләгән инем, ул шунда уҡ: “Ниндәй бәхетле ҡыҙ! Ундай директорҙар күберәк булһа икән!” – тип дәрес әҙерләп ултырған өлкән ҡыҙына ҡарашын ташлап алмаһынмы!
Миңә ни: “Эй, бахыр башҡорт – элек-электән ер һатып “кинәнгәйнең”, хәҙер килеп Александр Ивановичтарға балаларыңды ҡоллоҡҡа һатырға ҡалдымы инде?”- тип уйлауҙан башҡа сара ҡалманы. Ә ситлектәре күҙ ҡыҙырлыҡ ысынлып та алтын шул уларҙың!
Читайте нас: