Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2020, 02:21

Ҡолғона аҡ халатлылары

Ҡолғона ауылы участка дауаханаһы – был тараф халҡы күҙ терәп торған медицина учреждениеһы. Район үҙәгенән 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан дауахана коллективы ла быны яҡшы аңлай, ауыр хәлдәрҙә сирлене һә тигәнсе ҡалаға алып барып еткерәм тимә. Ғүмерҙәр өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала белгән, булдыҡлы, ҡыйыу аҡ халатлылар тупланған бында.

21 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
Ҡолғона ауылы участка дауаханаһы – был тараф халҡы күҙ терәп торған медицина учреждениеһы. Район үҙәгенән 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан дауахана коллективы ла быны яҡшы аңлай, ауыр хәлдәрҙә сирлене һә тигәнсе ҡалаға алып барып еткерәм тимә. Ғүмерҙәр өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала белгән, булдыҡлы, ҡыйыу аҡ халатлылар тупланған бында.
Биш ауыл халҡын хеҙмәтләндергән дауахананы хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу табип-терапевт Розалия Мусина етәкләй. Ҡолғоналарҙан, бигерәк тә рәхмәтле була белгән ололарҙан, “гәзиткә беҙҙең бальнисты яҙығыҙ” тигәнде ишетеп тороуыбыҙ, әлбиттә, күп нәмә тураһында һөйләй. Розалия Рәйес ҡыҙына шылтыратып, эш урынында тап итеүебеҙгә ҡыуандыҡ. Сөнки ошо көндәрҙә, теүәл ике аҙна, ул һәм тағы Этҡол, Әптек участка амбулаторияһы терапевтары ҡаланың инфекция госпиталендә эшләне. Бынан һуң тәртип буйынса тағы ике аҙна провизорҙа карантинда булғандар. Шарттарҙы, яуаплылыҡ кимәлен барыбыҙ ҙа аңлап тора. Әлбиттә, медицинаны, кешелек сәләмәтлеге һағында тороу юлын һайлаған мәлдә үк ошо яуаплылыҡты, әлеге коронавирус ише хәлдәрҙә алғы һыҙатта торасағыңды аңлау мөһим. Розалия Рәйес ҡыҙы ла был фекерҙе иҫбатлаған миҫалдар килтерҙе. Коллективы менән ғорурланыуы, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә рәхмәтле булыуы уның һәр һүҙендә сағылды.
- Дауаханабыҙҙа лаборатория, физкабинет, стоматология кабинеты эшләй. Стационарҙа дүрт көндөҙгө, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ете койка бер ҙә буш тормай. Ауыл халҡында ваҡытында дауаханаға йөрөү, табипҡа күренеү ғәҙәтен тәрбиәләү өсөн үҙенә күрә бер һәләт кәрәк. Район үҙәгенән алыҫ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, халыҡ тейешле медицина ярҙамын ала. Анализдарҙы үҙебеҙҙә биреп булыу мөмкинлеге ҙур әһәмәитәкә эйә. Тыуым күрһәткесе лә беҙҙә районда иң яҡшыларҙан, - тип уртаҡлашты Розалия Рәйес ҡыҙы. Өс бала әсәһенән быны ишетеү, әлбиттә, күңелле, өмөтлө.
Биш ауыл, Ҡолғона-Ишембай араһын бер иткән Ниғмәтулла Хәйруллин кеүек алыштырғыһыҙ водителдәре, Айгөл Мостафина, Лилиә Мостафина, Рәмил Гутов, Кәфиә Мырҙабаева, Раушания Салауатова, Зөлфиә Кинйәбаева, Лира Ғөбәйҙуллина, Рәйсә Ғәйнетдинова кеүек үҙ эшенең оҫталары булғанда Ҡолғона дауаханаһы тағы оҙаҡ йылдар халыҡ рәхмәте ишетеп эшләйәсәк. Әлбиттә, алмашҡа килергә әҙер йәш белгестәр үҫһен, районыбыҙ медицина учреждениелары кимәле күтәрелһен тип теләйек.
Фото: Ҡолғона участка дауаханаһы архивынан.
Читайте нас: