Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул температураны төшөрөргә булышлыҡ итә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур. Тымау, йүтәлдән дә ярҙам итә. Миләштә бактериялар, вирустар үрсеүгә кәртә ҡуйыусы еләк-емеш кислоталары күп.
Миләштә аш ҡайнатыу эшмәкәрлеген яҡшыртыусы пектиндар күп. Әммә ул эс ҡатыуҙан файҙаланылмай. Уны сәйгә ҡушып эсергә йәки төнәтмәһен яһарға кәрәк.
А витамины миҡдары буйынса миләш кишерҙән ҡалышмай. Көн һайын бер аш ҡалағы миләште (ҡайнатмаһын да ярай) йогурт, ҡатыҡҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета-каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Күҙ күреме өсөн айырыуса яҡшы.
Миләштә нерв системаһын нығытырға ярҙам итеүсе, стресстарҙан һаҡлаусы, йоконы яҡшыртыусы В төркөме витаминдары бар. Миләш ҡандың ойоусанлығын яҡшырытусы К витаминына бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда уны ашамағыҙ.
Әселеге бөтһөн өсөн, миләште ҡырауҙан һуң йыялар. Бындай емеште шундуҡ эшкәртергә кәрәк. Һыуыҡ төшкәнсе йыйған миләште бер нисә тәүлек туңдырғыста тотоп тәмләндерергә була.