Ишембайҙың төп майҙанында һәм Ленин проспектында тулы ҡеүәттә эштәр бара.
Проспекттың бер яғы автотранспорт йөрөү өсөн ябылған.
Йәйәүлеләр юлды күпер кеүек ҡулайлама аша үтә ала. Хәҙер Гагарин һәм Богдан Хмельницкий урамдарынан Ленин проспектына машина менән үтеп булмай. Майҙандың үҙендә асфальт япмаһы тулыһынса алынған. Әле кабелдәр һуҙыла һәм планлаштырылған объекттарҙы төҙөү өсөн биләмәне әҙерләү бара.