Һайран ауылында былтыр көҙгә табан үҙәкләштерелгән һыу селтәрен һуҙыу буйынса ҙур эш башланғайны. Республиканың Социаль маҡсатлы программалар фондынан бүленгән сараларға таянып башҡарылған эштең, ниһайәт, һөҙөмтәһен дә күрә алабыҙ.
Һайранға юл төшкәндә һыу колонкаһы тирәһендә ҡул йыуып торған малайҙарҙы осратып, үҙебеҙ ҙә һөйөнөп ҡуйҙыҡ. Ысындан да йылдар буйы көтөлгән ваҡиға был – ауыл һыулы булды. Эштәрҙе “Тыуған йорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡарып сыҡҡан. Хәҙер һәр йорт хужаһы үҙәкләштерелгән һыу селтәренә тоташып, һыуҙы үҙенә үткәреү сараһын күрә ала. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев әйтеүенсә, ошо көндәрҙә ауылда халыҡ йыйылышы үтергә тейеш, унда кемдең бөгөндән йортона һыу үткәрергә әҙер булыуы ла билдәләнәсәк.
Әлегә үҙәк урамда ике һыу колонкаһы ҡуйылған. Торбаларҙан һыуҙы ҡыуҙыртып, таҙартып алғандан һуң, эсергә яраҡлы буласаҡ. Мәктәп уҡытыусыһы Зилә Ҡазаҡҡолованан ауылдаштары фекере менән ҡыҙыҡһынам.
- Ауыл халҡы элек-электән эсәр һыуға йонсоп йәшәне. Һәр йорт хужаһы үҙе ҡойо ҡаҙып, һыу үткәрергә мәжбүр булды. Янғын сыҡҡан осраҡтарҙа утты тотош һүндерәләр. Шул саҡта электрһыҙ һыу туҡтай ҙа ҡуя ине. Янғынды баҫырға һыу булмаған осраҡтар булды. Ауыл эргәһенән Шиҙе йылғаһы аға, ул Арлар буйлап үтә. Әлбиттә, ул беҙгә таҙа һыулы ғына булып килеп етмәй, йылғаға төрлөһө түгелә. Район хакимиәтенә байтаҡ йылдар мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Ниһайәт, Радий Хәбиров республика етәксеһе булып килгәс, был үтенес менән уға сыҡтыҡ. Һүҙебеҙҙе йыҡманы, ярҙам итте, урамдарыбыҙ һыулы булды. Яңы ғына автомат кер йыуыу машинаһын алып ҡуйҙыҡ әле. Тик үҙәк һыу селтәренә тоташырға ҡалды, - тип ихлас уртаҡлашты Зилә Харис ҡыҙы.
Ауылдың аҡһаҡалы, заманында оҙаҡ йылдар ауыл советын етәкләгән, күп йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарып, әле хаҡлы ялда булған Фәрит Ҡорбанғәлиев та
ауылда һыу мәсьәләһе хәл ителеүенә шат.
- Үҙәкләштерелгән һыуҙы күптән көтә инек. Күрше генә булған Биксән, Аҙнай, Этҡол, Ҡарлар ауылдары халҡы күптән һыу менән тотона. Әле ауылда ике колонка ҡуйылды, тағы ла икәү көтөлә. Һәр урамда ла ҡуйылһа, бик яҡшы булыр ине. Берғамыт һыуы таҙа ла, файҙалы ла, рәхәтен күрергә яҙһын. Фонд пограммаһына индереп, әмәлен тапҡан өсөн республика етәкселегенә рәхмәт, күптәнге проблема хәл ителде, - ти аҡһаҡал күңеле булып.
Янғындар менән көрәш тигәндән, Һайранда әлеге көндә янғын һағы бүлексәһе өсөн капиталь бина төҙөлә. Янғын һүндереүселәр үҙҙәрен тейешле әҙерлекле физик формала тотһон өсөн спорт залы ла буласаҡ. Хәҙер күрше-тирә ауылдар ҙа үҙҙәрен уттан ҡурсыулыраҡ тоя. 18 кешене эш урынлы иткән бүлексәгә ике яңы янғын һүндереү машинаһы ла ҡайтарылғайны.
Ауылда тормош бөтөн, имен булһын өсөн һалынған тырышлыҡты халыҡ баһаламай ҡалмаҫ, ә был, әлбиттә, йәштәрҙең ошонда төпләнеп ҡалыу теләгендә сағыла.