Муниципаль район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек начальнигы Сергей Полев билдәләүенсә, ошо көндәрҙә “Район-ара коммуналь һыу каналы” предприятиеһы лабораторияһы Ишембай тапҡырында Ағиҙелдәге һыу сифаты буйынса ыңғай һығымта биргән. Водолаздар 5 мең квадрат метр майҙанда йылға төбөн тикшерә. Ярҙа күҙәтеү вышкалары ҡуйыла, һыу инеү миҙгелендә талап ителгән комплекслы эштәрҙе үткәреү өсөн Стәрлетамаҡтағы гигиена һәм эпидемиология үҙәге, ҡотҡарыусылар менән килешеүҙәр төҙөлгән.