Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 03:29

Япрағы – һиңә, тамыры миңә

Әкиәттәге айыуҙай шалҡан яратам. Тик йыл да һап-һары, тигеҙ генәһен үҫтереп алыуы ҡыйын. Шалҡанды минән башҡа бихисап төрлө ҡоротҡостар ҙа үҙ итә. Һөҙөмтәлә, уның тамырын тишкеләп бөтәләр, уңыштың сифаты юғала.

Әкиәттәге айыуҙай шалҡан яратам. Тик йыл да һап-һары, тигеҙ генәһен үҫтереп алыуы ҡыйын. Шалҡанды минән башҡа бихисап төрлө ҡоротҡостар ҙа үҙ итә. Һөҙөмтәлә, уның тамырын тишкеләп бөтәләр, уңыштың сифаты юғала. Быйыл да был хәл булмаһын өсөн Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлеге агрономы Айһылыу Камалетдиноваға мөрәжәғәт иттем.
- Ысынлап та шалҡанды күпселек бөжәктәр үҙ итә. Тәү сиратта шалҡанды салат, дайкон, редис, кәбеҫтә үҫкән ергә ултыртырға ярамай. Был осраҡта үҫемлектәр мотлаҡ ауыраясаҡ, сөнки бөжәктәрҙең йомортҡалары ерҙә тороп ҡала һәм иртә яҙҙан шалҡанға “һөжүм” итә башлай. Йыш ҡына шалҡан араһындағы рәттәргә көл йә тәмәке онтағы һибегеҙ. Был ысулдар ярҙам итәсәк. Икенсе йылына шалҡанды ҡыяр, помидор, картуф, ҡуҙаҡлылар һәм ҡабаҡ үҫкән түтәлдәргә ултыртығыҙ, - тип кәңәш бирә Айһылыу.
Фото: интернет
Читайте нас: