Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 01:50

Көҙәндең данлы улы

Бөгөн, 15 июнь, күренекле яҙыусы, ғалим, фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Зариповтың тыуыуына – 95 йыл.

Бөгөн, 15 июнь, күренекле яҙыусы, ғалим, фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Зариповтың тыуыуына – 95 йыл.
Һүҙ ҙә юҡ, яҡташыбыҙҙың фәнгә һәм әҙәбиәтебеҙгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нур Талип улы - башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәрҙең авторҙашы ла.
Уны әҙәби тәнҡитсе тип тә беләбеҙ, иң оҫта очерк яҙыусыларҙың береһе лә. Ә инде “башҡорт фольклорын тәрәндән өйрәнеүселәр кемдәр?” тигәндә, иң беренсе Нур Талип улы күҙ алдына баҫа.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын киң билдәләне. Нур Зарипов - яҡты киләсәбеҙ өсөн дошман менән алышҡан яугирҙәрҙең береһе, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены лауреаты.
Ул киң билдәле Көҙән ауылында (Ишембай районы) тыуып үҫкән. Билдәле булыуынса, был төйәк шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди, Әнүәр Бәхтийәров, Таңһылыу Рәшитова, Фәрзәнә Сәғитова һәм башҡа танылған шәхестәрҙең тыуған ере.
Фото: ussr22.su
Илдар Акьюлов
Читайте нас: