Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 03:46

Егеттәр яуаплылыҡты аңлай

Кисә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыштың тәүге төркөм егеттәре оҙатылды. Был яуаплы осорҙа хәрби комиссариаттарға өҫтәмә йөкләмәләр һалынды - коронавирус сире таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә талап ителгән хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәк ине.

Кисә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыштың тәүге төркөм егеттәре оҙатылды. Был яуаплы осорҙа хәрби комиссариаттарға өҫтәмә йөкләмәләр һалынды - коронавирус сире таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә талап ителгән хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәк ине.
- Бөгөн 11 хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыны армияға оҙатабыҙ. Егеттәр ултыраһы транспорт та иртә менән дезинфекция үтте. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәткә юлланасаҡ. Яңы сир арҡаһында оҙаҡҡа һуҙылған яҙғы саҡырылыш мәлендә район һәм ҡалабыҙҙан 100-ҙән ашыу егетте хәрби хеҙмәткә оҙатасаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты муниципаль райондың хәрби комиссары Кирилл Клюкин. - Барыһына ла сәләмәтлек һәм файҙалы хеҙмәт осоро теләйем. Егеттәр үҙҙәренең тыуған ил һаҡсылары булыуын тойоп, иҫән-һау йөрөп ҡайтһын.
Шулай итеп, быйыл яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Аҙаҡҡы төркөмдө оҙатыу ҙа ошо ваҡыттарға билдәләнгән.
Күңелдә армияла хеҙмәт итеүгә дәрт, теләк булғанда ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалыр. Әңгәмәселәрем дә хәрби хеҙмәткә барыу күптәнге етди ниәттәре икәнлеге хаҡында белдерҙе. Фарид Рузиев Ишембай һөнәрселек колледжында цифрлы мәғлүмәтте эшкәртеү буйынса буйынса мастер һөнәрен алып сыҡҡан.
- Хәрби хеҙмәткә рухи ныҡ, физик яҡтан әҙерлекле барыу кәрәк. Ҡала спорт һарайында дүрт йыл буйы ирекле көрәш секцияһында шөғөлләндем. Ил алдындағы бурысын үтәргә юлланыусы барлыҡ тиҫтерҙәремә лә уңыштар теләйем, - тине ул.
Уға Ишембай ҡалаһы егете Тимур Иштуғанов та ҡушылды. Егет әрмегә барыу тураһында ныҡлы ҡарарға 15-16 йәштәрҙә килеүе тураһында әйтте. Ишембайҙан Тимур Зөбәйеров әле бер ни тиклем тулҡынланыу кисерһә лә, егеттәр был бурысты мотлаҡ үтәргә тейеш, тигән фекерҙә. Тимур Ишембай нефть колледжын тамамлаған, әрмегә һөнәрле булып китә.
Хәрби хеҙмәткә юлланыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, яҡындары өсөн дә алдағы бер йыл - һынау осоро. Ҡәҙерле улдарын көтөп ҡалыусыларҙың барыһын да бер теләк берләштерә - иҫән-һау, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтһындар. Һынатмаҫ йәштәр, ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп, сыныҡҡан ысын ир-егеттәр булып ҡайтып төшөрҙәр.
Яҙғы саҡырылыш осоронда Рәсәй Ҡораллы Көстәрен 135 мең егет тулыландырасаҡ. Башҡортостандан төрлө ғәскәрҙәргә 5 меңдән ашыу һалдат оҙатыла. Хеҙмәткә саҡырылыш мәлендә вирус инфекцияларын профилактикалауға ҙур иғтибар йүнәлтелә.
Республиканың хәрби комиссариатында, йыйылыу пункттарында, юлда, хәрби частарҙа хәүефле инфекция таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә профилактика саралары күреләсәк.
Фото: автор
Читайте нас: