Венгрия клиникаларының береһендә ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң яман шешкә ҡаршы үҙенсәлектәре асыҡланған. Бындай тикшеренеүҙәр үткәреүгә ҡан яман шешен дауалағанда кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә һуттарын уңышлы ҡулланыу тураһында мәғлүмәттәр сәбәпсе булған. Сирлеләр көн дә 500-1000 миллилитр һут эсеп, үҙен яҡшыраҡ тоя башлаған. Ҡандарында лейкоциттар кәмегән, эритроциттар һаны артҡан.