Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2020, 17:01

Һыйыр менән ер тырматҡан балалар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хәтирәләрҙең төрлөһөн яңырта – ауырын да, шатлыҡлыһын да. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, минең дә барыһы күңелдә.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хәтирәләрҙең төрлөһөн яңырта – ауырын да, шатлыҡлыһын да. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, минең дә барыһы күңелдә.
Ҡәһәрле һуғыш башланғас, атайым Иркәбаев Мулләхмәт Нуриәхмәт улы Таргаска утарында һуғышҡа оҙатыу өсөн саңғы яһау эше менән мәшғүл булды. Бер мәл ризыҡ алырға тип кисләтеп кенә ҡайтып килде. Сәй эсеп тә өлгөрмәнек, ишек шаҡынылар.“Мулләхмәт ағай, һиңә поветка бар”, - тиҙәр. Төнөн атайым әйберҙәрен алырға тип Таргаска утарына юлланды. Таң атыуға әйләнеп ҡайтты һәм “Әҙер тороғоҙ, мине аласаҡтар”, тип военкоматҡа сығып та китте.
1942 йылдың 20 ғинуарында бәләкәй генә Кинйәкәйҙән ун ирҙе һуғышҡа оҙаттыҡ. Икәүһе трудармияға эләкһә, ҡалған һигеҙе утлы һуғышҡа инде. Шул һигеҙ кешенең берәүһенә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙҙы, ҡалғандары һуғыш яланында һәләк булды. Улар араһында минең атайым да булды. Ике тапҡыр яраланып, ғүмере Ярославль ҡалаһында хәрби госпиталдә өҙөлә. 1942 йылда, һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, бисәсәсә генә тороп ҡалды. Мин 5-се класты уҡып бөттөм дә, башҡаса мәктәпкә барманым, колхозда эшләй башланым. Үгеҙ менән көлтә ташыным. Бейек итеп көлтә тейәйҙәр, мине күтәреп йөк башына ултырталар, шунан үгеҙ менән яйлап ҡына иген һуҡҡан яҡҡа юлланам. Барып еткәс, йәнә мине күтәреп төшөрәләр, көлтәне бушаталар, мин кире китәм. Бәләкәй генә малайҙар ат менән ер һөрҙө, ә беҙ, ҡыҙҙар, үҙебеҙҙең һыйырҙар менән ер тырматтыҡ. Һыйырҙарҙы сиратлап тырмаға ҡуша торғайнылар. Күп кешенең һыйыры юҡ. Беҙгә сират етһә, әсәйем һыйырҙы биреп ебәрә торғайны. Ят кеше малды туҡмап, имгәтеп ҡуйыр тип, мине, 12-13 йәшлек ҡыҙ баланы, әсәйем тырмаға ебәрә ине. Башҡа кешене кешене һыйыр тыңламай, ята ла ҡуя. Мин малҡайҙы алдан етәкләп барһам, ҡарышмай ғына йөрөй. Шулай итеп, сиратты үткәреп ебәрәбеҙ... Аслыҡ көслө булды. Күп өйҙәр бикләнде. Астан үлмәҫ өсөн Скворчиханың үлгән малын ямдан алып ашаған кешеләр булды. Кешелә кейем туҙҙы, аяҡҡа сабата ла табып булманы. Әсәйем, әйҙә, үҙебеҙ үрергә өйрәнеп ҡарайыҡ, тигәс, ҡалып яһаттыҡ һәм был һөнәрҙе лә үҙләштерҙек. Тормош шулай бөтәһенә лә өйрәтә икән. Әсәйем Гөлбикә Иркәбаева, бик әүҙем, егәрле ҡатын ине. Орлоҡто ҡайҙан алғандыр, хәтерләмәйем, күп итеп кәбеҫтә, ҡабаҡ үҫтерҙе, баҡса тултырып бәрәңге сәстек. Әсәйемдең тырышлығы арҡаһында һыйыр аҫраныҡ, ә һыйыр барҙа тамаҡ ас булмай, һөтө-ҡатығы үҙеңдеке.
Колхоздағы эш араһында, фронтҡа посылка ебәреү өсөн шәм яҡтыһында кис ултырып башалтай, өс бармаҡлы бейәләй, шарф бәйләйбеҙ, тәмәке янсығы тегәбеҙ. Әсәйем өй беренсә йөрөп, бәйләнгән әйберҙәрҙе йыйып, фронтҡа посылка һала ине. Бәләкәй булһам да, мин дә бәйләргә өйрәндем, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙемдең өлөшөмдө индерергә тырыштым.
Ниһайәт, халыҡҡа һуғыш бөткән көндө лә күрергә насип булды. Еңеү хәбәрен илай-илай шатланып ҡаршы алдыҡ. Атайымдың ғына ҡайта алмауы бик ауыр ине...
Һуғыш йылы балаларының хеҙмәте баһаланды. 1945 йылдың июнь айында Еңеү көнөнә сығарылған миҙал менән бүләкләндек. Артабан Еңеүҙең 50, 60, 65, 70, 75 йыллығы миҙалдары ла тапшырылды. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, миҙалға ҡушып аҡсалата ла ярҙам итә.
Мин, һуғыш осоро балаһы, яу яланында башын һалған һалдат ҡыҙы, тыл ветераны. Теләгем бер – беҙ кисергән һуғыш ауырлыҡтарын , ҡайғыларын бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Илебеҙ имен һәм бай булһын.

Читайте нас: