Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2020, 03:41

Тыуған яғың көтә һине, һалдат!

Хәрби хеҙмәтте үткән егеттәр ата-әсәһенең генә түгел, иленең, халҡының терәге һәм таянысы. Күптән түгел ауылдаштарыбыҙ Әлфизә Шамил ҡыҙы менән Ғәҙелгәрәй Минегәрәй улы Латиповтар Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүсе Айбулат улдарының батальон командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды.

Хәрби хеҙмәтте үткән егеттәр ата-әсәһенең генә түгел, иленең, халҡының терәге һәм таянысы. Күптән түгел ауылдаштарыбыҙ Әлфизә Шамил ҡыҙы менән Ғәҙелгәрәй Минегәрәй улы Латиповтар Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүсе Айбулат улдарының батальон командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды.
Был, әлбиттә, ата-әсә өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә ғорурлыҡ.”Һеҙҙең улығыҙ Айбулат Ғәҙелгәрәй улы әрме хеҙмәтендә тик яҡшы сифаттары менән беҙҙе һөйөндөрә. Тырыш, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә, иптәштәре араһында абруйлы, олоно оло, кесене кесе итә белә. Һеҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған егет тәрбиәләй алғанһығыҙ. Һеҙгә, уҡыған мәктәбенә ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шулай өлгөлө булһын”, - тиелә хатта.
Ысынлап та, тәрбиәгә нигеҙ ғаиләлә, мәктәптә һалына. Айбулат өс балалы ғаиләлә үҫкән. Ул Яңы Әптек мәктәбенең 9-сы класын уңышлы тамамлап, Ишембай нефть колледжы студенты булып китте. Мәктәптә лә, студент йылдарында ла спорт менән дуҫ булды. Әрмене лә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Нефть колледжын тамамлағас, хәрби бурысын үтәргә юллана.
Ғаиләлә балаларҙы хеҙмәт өлгөһөндә үҫтереү ҙә мөһим. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған ғаиләлә эш етерлек. Айбулат та бәләкәйҙән ата-әсәһе өлгөһөндә һөнәрле булып, эш яратып үҫә, техникаға ҡыҙыҡһыныуы ла көслө.
Айбулаттың хәрби хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтырына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Батальон командирынан алған рәхмәт хатына бөтә ғаиләһе, туған-ырыуы, мәктәп коллективы һөйөнә. Шундай һалдатыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Айбулаттың тормош юлы киләсәктә лә матур, уңышлы булһын.
Читайте нас: