Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2020, 01:58

Иҫкесәктә мәсеткә нигеҙ һалынды

Районыбыҙҙа иман йорттарының төҙөлөүе рухи асылыбыҙға ҡайтыуҙың бер күркәм сағылышы. Уҙған йәкшәмбе Иҫкесәк халҡы ла ауылдарында «Шәрифә» мәсетенә тәүге нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнашты.

Районыбыҙҙа иман йорттарының төҙөлөүе рухи асылыбыҙға ҡайтыуҙың бер күркәм сағылышы. Уҙған йәкшәмбе Иҫкесәк халҡы ла ауылдарында «Шәрифә» мәсетенә тәүге нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнашты.
Иҫкесәктә мәсет Мәләүез уҙаманы, эшҡыуар, күп кенә изге эштәр бағыусыһы Азамат Муллабаев башланғысы менән төҙөлә. Төҙөлөштө һәм башҡа сығымдарҙы тулыһынса Азамат Альберт улы етәкләгән «Башкапиталлогистик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте финанслай. Ошо изге эште Иҫкесәк ауылында тыуып үҫкән әсәһенең ата-бабалары, ауылдаштары рухына бағышлаған Азамат хәҙрәт үҙе мәсеттә имам-хатип вазифаһын да башҡарасаҡ.
1917 йылда мәсете емерелгән Иҫкесәк ауылы намаҙҙарға йөрөһөн өсөн яңы иман йортонда бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Цоколь ҡатлы мәсеттең подвалында хужалыҡ блогы, тәһәрәт алыу бүлмәләрен төҙөү ҡаралған. Белеүебеҙсә, Иҫкесәккә газ үтмәгән, шуға ла бинаны йылытыу өсөн заманса ҡоролма – пиролизлы ҡаҙан файҙаланыласаҡ. Ә һыу менән иркен ҡулланыу өсөн скважина ҡаҙыла. Мәсеттең стеналары «Венеция штукатуркаһы» алымы менән һыланыуы, ҡайһы бер урындарҙа мозаикалы плиткалар йәбештереләсәге тураһында ла һөйләп үтте Азамат Муллабаев.
- Мәсет халыҡтың рухи мәҙәниәтен үҫтереүсе, һаҡлаусы йорт ул. Был хаҡта ата-бабаларыбыҙ миҫалында һәйбәт беләбеҙ. Киләсәктә ауылдаштарымдың да диндә күңел тыныслығы табып, бәхетле йәшәүен теләйем. Шатлыҡта ла, хәсрәттә лә бергә булырға яҙһын, - тигән теләген еткерҙе иҫкесәктәргә Азамат Альберт улы.
«Шәрифә» мәсетенә киләсәктә йәннәт һарайындай балҡырға яҙһын, Иҫкесәк халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, изге ғәмәлдәргә өндәп торһон.
Фото: интернет
Читайте нас: