Дәрсен менән бал ҡушылмаһы (бер өлөш дәрсенгә биш өлөш бал) ашҡаҙан ауырыуҙарын еңә, организмды вирустарҙан һаҡлай, йөрәк эшмәкәрлеген нығыта.
Быуындар һыҙлағанда. Бер стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы бал һәм ярты сәй ҡалағы дәрсен һалығыҙ. Эсемлекте һәр көн иртән һәм кис эсегеҙ.
Насар холестериндың күләмен кәметеү өсөн. Сәйегеҙгә бер сәй ҡалағы бал менән бер семтем дәрсен һалығыҙ.
Һалҡын тигәндә. Көнөнә өс тапҡыр бер аш ҡалағы балға 1/4 аш ҡалағы дәрсен ҡушып ашағыҙ.
Арыуҙы бөтөрөү өсөн. Бер стакан йылы һыуға бер сәй ҡалағы бал һәм ярты сәй ҡалағы дәрсен һалып эсегеҙ.
Яман шешкә ҡаршы. Һәр көн бер аш ҡалағы балға бер сәй ҡалағы дәрсен ҡушып ашағыҙ.
Йоҡоһоҙлоҡтан. Бер стакан йылы һөткә бер аш ҡалағы бал, ярты сәй ҡалағы дәрсен һәм әҙ генә мускат сәтләүеге һалып, йоҡларға ярты сәғәт ҡалғанда эсегеҙ.