Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 12:16

Ауыл егете баҫыуҙарҙы иңләй

Баҫыуҙарҙы иңләгән ялан батырҙарының тырыш хеҙмәте һәр заманда ла абруйлы, хөрмәтле. Һеҙ фотоһүрәттә күргән “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығында эшләүсе механизатор Руслан Иманғолов та үҙ һөнәрен яратып башҡарған маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр рәтендә. Уны беҙ кисә арпа баҫыуында “Туман -2 М” үҙйөрөшлө һиптерткес агрегатында химик утау башҡарған мәлендә тап иттек.

Механизатор булараҡ 18 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә, был хужалыҡта ул 2018 йылдан хеҙмәт итә.
- Эшемде яратам, техника оҡшай. Эштән бер ҡасан да ҡурҡҡан юҡ, булһын ғына, - ти Руслан Ғариф улы. Тап ошо баҫыу эштәре осорон һағынып көтөп ала икән ул.
Әйткәндәй, олатаһының, атаһының ошо һөнәр эйәләре булыуы ла уны механизаторлыҡ юлын һайлауға этәрә. Ҡалала үҫһә лә, каникул осоронда һәр ваҡыт ауылда
олатай-өләсәй эргәһендә булғанға, Руслан үҙен ауыл егете итеп һанай.
Күңел һалып башҡарған эш кенә яҡшы һөҙөмтә бирә. Руслан Иманғолов өлгөһөндә лә быны күрәбеҙ. Ерҙе яратҡан, уны тойған, илде икмәкле иткән ошондай ябай баҫыу
батырҙарының хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Райондың иң ҡеүәтле хужалыҡтарының береһе “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығында сәсеү эштәре тамамланған.
- Үҫентеләр яҡшы сыҡты. Хәҙер ямғырҙар кәрәк. Баҫыуҙарҙан яҡшы уңыш үҫтереп алыуға өмөт ҙур, - ти хужалыҡтың баш агрономы Евгений Ефимов. Әлеге көндә хужалыҡта сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эштәре тулы көскә бара. Ә кисә мал аҙығы әҙерләүгә лә тотонғандар.
Фото: автор
Читайте нас: