Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2020, 12:48

Район-ара офтальмология үҙәге үҙебеҙҙә буласаҡ

Ишембай Үҙәк район дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә капиталь ремонт эштәре әлеге ябай булмаған шарттарҙа башҡарылып, ваҡытында тамамланды.

Ишембай Үҙәк район дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә капиталь ремонт эштәре әлеге ябай булмаған шарттарҙа башҡарылып, ваҡытында тамамланды.
Офтальмология бүлектәрен заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса республика программаһы сиктәрендә муниципаль район хакимиәте күҙ микрохирургияһы бүлексәһенә Докучаев урамы, 10А адресы буйынса урынлашҡан хирургия корпусынан майҙан бүлде. Бында урындағы бюджет сараларына таянып, иҙәнгә, түшәмгә, стеналарға ремонт эшләнгән, тәҙрәләр, ишектәр һәм электр үткәргестәр яңыртылған. Яҡты, ҙур бүлмәләр 20 пациентҡа иҫәпләнгән. Республика бюджеты микрохирургия бүлексәһен заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе финанслай башланы. Яңыраҡ районға тәүге ҡорамал - автокераторефрактометр ҡайтартылған.
- Беҙҙең бүлексә хәҙер бөтә санитар нормаларға яуап бирә. Урындағы халыҡҡа юғары технологиялы офтальмология ярҙамын күрһәтә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Киләсәктә заманса технологиялар менән күҙҙәрҙе тикшереүҙе ауылдарға сығып та башҡара аласаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты бүлексә мөдире, офтальмолог Дилә Арыҫланова.
Уҙған аҙна республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында бүлексәләге ыңғай үҙгәрештәр менән танышып, ишембайҙарҙы ғына түгел, ә күрше ҡала-район халҡын ҡыуандырған хәбәрҙе әйтте – Ишембайҙа күҙ дауалау бүлексәһе муниципаль-ара офтальмология үҙәге кимәленә еткереләсәк
Фото: автор
Читайте нас: