Һуғыш үҙе менән ҡыйралыш, күп михнәттәр һәм, әлбиттә үлем алып килә. Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары беҙҙән алыҫлаша, тере шаһиттары китә, тасуирлау ваҡлыҡтары онотола. Ваҡытты туҡтатып булмай. Әммә һуғыш тураһында хәтер тере. Ул һәләк булған ҡаһармандарға ҡуйылған өнһөҙ һәйкәлдәрҙә, китап биттәрендә, ғаилә иҫтәлектәрендә йәшәй. Һуғыш беҙҙең ғаиләне лә ситләп үтмәне.
Ауылда кистәрен ишек алдындағы эскәмйәлә ултырғанда өләсәйемдең үҙенең һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы тураһында һөйләүен йылы хәтирәләр итеп һаҡлайым. Оҙаҡ инәлергә тура килә, өләсәйем күберәк шаярыуға бора, әммә беҙҙең - бәләкәй балаларҙың йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу күреп, һөйләй башлай.
Өләсәйем Хәлимә Ғәтиәтуллина 1930 йылдың 15 мартында Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында Хәҙисә менән Ғибәҙәт Шаһиевтарҙың ғаиләһендә тыуа. Уның ата-әсәһе дини, өлгөлө ғаилә була, ғәрәп телен беләләр. Ул замандың ауырлыҡтары, етешһеҙлектәре менән тормоштары ауылса тыныс ҡына дауам итә. Берәй ваҡыт был тыныслыҡтың аҙағы килер, уларҙың тормошона һуғыш ҡара ғәрәсәт булып килеп керер ҙә миллионлаған яҙмыштарҙы имгәтер тип берәү ҙә уйламаны. Өләсәйем ул ваҡытта алтынсы класты тамамлаған була. Күп ауылдаштарҙы фронтҡа алалар. Был хәлгә үҙҙәре лә ышанмай, нисек итеп өсәүләп йөклө әсәйҙәре менән бергә атайҙарын оҙатыуҙары, айырылышыу оҙаҡҡа түгеллегенә өмөтләнеүҙәрен өләсәйебеҙ бөгөн дә яҡшы хәтерләй. Бер нисә айҙан улар, хәҙер инде бишәүләп, Хәлимә, Мәрйәм, Зәйнәп, Тәнзилә һәм әсәләре похоронка ала. Атайҙарын улар башҡа бер ҡасан да күрмәй. Өләсәйемдең бала сағы 11 йәштә тамамлана. Ас-яланғас һуғыш йылдарында ярҙам көтөр урын булмай. Өләсәйем, иң оло бала булараҡ, ғаиләлә ир урынына ҡала. Уға мәктәптә уҡыу тураһында оноторға тура килә. Өйҙә өс һеңлеһен ҡарашырға, уларҙы ашатырға кәрәк була. Ҡышын, бәләкәй һеңлеләре уҡыған мәктәпте яғып йылытыр өсөн, ҙурыраҡ һеңлеләре менән йыраҡтағы урмандан күтәреп йәки бәләкәй сана менән утын ташыйҙар. Кистәрен ҡатындар һәм балалар, берәйһенең өйөндә йыйылып, фронтҡа ебәрер өсөн йөн ойоҡ, бейәләй бәйләйҙәр.
Өләсәйем күҙ йәштәре аша ул ваҡыттағы аслыҡҡа бәйле бер ваҡиғаны хәтерләй. Бер көн уның әсәһе Хәҙисә Абдрахман ҡыҙын кеҫәһендә бер ус он менән тоталар. Балаларын һәм ата-әсәһен яңғыҙы тартҡан ҡатындың был аҙымы сәбәбен аңлатып тороу кәрәкме икән? Бахыр ҡатынды шунда уҡ таш келәткә бикләйҙәр, унан ул ауырыуға һабышып сыға һәм түшәккә ята. Дүрт ҡыҙ әсәләрен юғалтыуҙан, өләсәйем бәләкәс кенә һеңлеләре менән йәтим ҡалыуҙан ҡурҡа, уның карауаты янында сиратлап ҡарайҙар. Күрше ауылдан ваҡытында килгән мулла бик ныҡ ярҙам итә һәм ҡыҙҙарҙың әсәләре аяҡҡа баҫа. Барыһына ла һабаҡ була – нисек кенә ауыр булһа ла, аслыҡта ла башҡаныҡына тейергә ярамай...
Еңеү тураһындағы хәбәрҙе өләсәйем колхоз баҫыуында картуф орлоғо айырғанда ишетә. Ул мәлдә кешеләр сикһеҙ ҡыуаныстың нимә икәнен иҫенә төшөрә. 1953 йылда өләсәйем күрше ауыл егетенә - Ғәтиәтуллин Сәйфулла Ғәлиулла улына кейәүгә сыға. Тырыш булалар, Әрметрәхим ауылы көнкүрешен үҫтереүгә көсөн йәлләмәйҙәр.
Биш бала табып тәрбиәләйҙәр – Фирҙәүес, Зөбәржәт (минең әсәйем), Сулпан, Зилә, Дамир. Ленин исемендәге колхозда эшләйҙәр, һарай тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ғаилә менән ҡыяр үҫтереп, уны Белорет ҡалаһына алып барып һатыу ул заманда ауылдаштарҙың бер кәсебе була. Әсәйҙәрен Белореттан тәмлекәстәр менән көткән, үҙҙәре лә бәләкәй генә көйө күрше-күләнгә тағылып, ҡыяр һатып ҡайтҡан быуын әле лә бик күпте һөйләй ала! Балалар үҫә, тыуған оянан төрлө ҡалаларға таралыша, үҙ ғаиләләрен ҡора. Ни тиклем ауырлыҡтар күреүгә ҡарамаҫтан, өләсәйемдең әсәһе 92 йәшкә етеп донъя ҡуя. Иренең, олатайымдың ғына ғүмере иртәрәк өҙөлә, 62 йәштә вафат була. Өләсәйем юғалтыуҙарға, бәләләргә бирешмәне, һуғыш ваҡытында холоҡ-ҡылығы шулай сыныҡҡандыр тим. Һәр саҡ нимә менән булһа ла шөғөлләнә, һағыш-борсоуҙарҙан иң яҡшы дарыу – хеҙмәт, ти ул гел.
Ауыл тормошо йәй көнө таң атыу менән башлана һәм көнө буйы бер минутҡа ла тынмай. Мәктәп йылдарында ике туған ағайҙарым һәм апайҙарым менән беҙ өләсәйем янында булдыҡ, хужалыҡ эштәрендә ярҙам иттек, ауыл балалары менән бергә үҫтек. Өләсәйем беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте – һыйыр һауырға, һарыҡ ҡырҡырға, бесән сабырға, көтөү көтөргә... Иң мөһиме, үҙе лә һиҙмәҫтән үҙ өлгөһө менән, ул беҙҙе ялҡауланмаҫҡа, һәр саҡ нимә менәндер ғаиләңә, кешеләргә файҙалы булырға һәм хеҙмәт яратырға өйрәтте.
Хәҙер беҙҙең ата-әсәйҙәр үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөттө, ә һәр ял һайын ейәндәре менән өләсәй янына ашҡыналар. Ә бер улы, бабайым Сулпан Сәйфулла улы уның менән бергә йәшәй, хәстәрләп тәрбиәләй, үҙе лә тиҙҙән хаҡлы ялға сығырға йыйына.
Күптән түгел өләсәйебеҙ 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Өҫтәл артында иң яҡындары йыйылды, уның йәшлек йырҙары, шаян таҡмаҡтар ағылды, матур, йылы һүҙҙәр әйттеләр, ә өләсәйем йәшереп кенә күҙ йәштәрен һыпырҙы. Бәхетле ҡартлыҡ, тыныс тормош ҡәҙерен тәрән аңлаған кеше ул.
Фотола: “Туғандар йыйылған мәл иң ҡәҙерлеһе, аралашып йәшәгеҙ”, - тип өйрәтә өләсәйем Хәлимә Ғибәҙәт ҡыҙы (һулда).