Шаҡмаҡлы сәйер кодтарҙы һәр ҡайҙа тиерлек күрергә була: чектарҙа, реклама баннерҙарында, телевидениела һәм урамда. Был шифровка “QR-код” тип атала һәм инглиз теленән “Тиҙ яуап” (быстрый отклик) тип тәржемә ителә. Ул Японияла күптән үк уйлап табылһа ла, бөгөнгө көндә генә популярлашты.
QR-код эсенә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәтте шифрлап ҡуйырға мөмкин: интернет-ссылкалар, электрон почта адресы, визитка. Бындай кодты асыу бик еңел. Бары тик кеҫә телефонығыҙҙың камераһын асып, шул кодты “уҡытырға” кәрәк. Алға табан код эсендә йәшерелгән мәғлүмәт үҙенән-үҙе “браузер”ҙа асыласаҡ. Иҫкерәк телефондар бындай кодты аса алмаҫҡа мөмкин. Был осраҡта махсус ҡушымталар ҡуйырға кәрәк.