Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 04:35

Ғаиләгә ярҙам итәйек!

Уҙған йәкшәмбе Бәләкәй Байыҡ ауылында сыҡҡан янғын ишле ғаиләне йорт-ҡураһыҙ итте.

Уҙған йәкшәмбе Бәләкәй Байыҡ ауылында сыҡҡан янғын ишле ғаиләне йорт-ҡураһыҙ итте.
Лира һәм Минерахман Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе йортонда әлеге көндә улдары Артур һәм килендәре Розана менән өс бәләкәй ейәне лә йәшәгән була. Малайҙарҙың иң өлкәненә – 5, уртансыһына - 3 һәм бәләкәсенә ни бары 1 йәш. Ишле йәш ғаилә ҡалала әсәлек капиталына бүлмә алған, әммә ысынбарлыҡта күмәкләп ауылда торғандар.
- Көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә күршеләребеҙҙең ихатаһында көслө ялҡын күрҙек. Янғын һүндереүселәргә шылтыраттыҡ та, ярҙамға йүгерҙек. Бәхеткә күрә бөтәһе лә иҫән ине, оло малайҙарын ғына эҙләргә тура килә, ҡурҡып тупһа аҫтына йәшеренгән, - тип уртаҡлашты ғаиләгә ярҙам йыйыу эшен ойошторған күршеләре Зилә Хисамова. – Ел дә көслө булды, өйҙәренән, йорт-ҡаралтынан бер ни ҡалманы тиерлек. Артур эштә булған, Розана иҙән буяп йөрөгән еренән ҡулына бәләкәсен алып сығып йүгергән, документтарын да ала алмаған. Ярар әле олораҡтары был мәлдә тышта булған.
Бәлә килгәндә бер-береңә ярҙам итеү – кешене кеше иткән ғәмәл. Ҡәҙерле яҡташтар! Әлеге көндә өҫтәрендә бер ҡат кейем менән ҡалған ғаиләгә күмәкләп ярҙам итә алабыҙ. Редакцияға шылтыратыусылар, аҡса килтереүселәр ҙә бар. Ҡулдарында документ, карталары ла ҡалмағас, ғаиләнең үҙенә еңел генә аҡса күсереп тә булмай. Күршеләре Зилә Рәшит ҡыҙына 8-919-605-66-02 телефоны буйынса шылтыратып, ярҙам итеү юлы буйынса кәңәшләшеү дөрөҫ булыр.
“Торатау” гәзите коллективы ла был изге эштә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Редакцияға ғаиләгә ярҙам булырлыҡ көнкүреш әйберҙәре килтерә алаһығыҙ, беҙ алып барып тапшырыуҙы ойошторасаҡбыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: