Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 12:06

Изгелек өләшеүсе һөнәр эйәләре

Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Беҙҙең район һәм ҡалала ошо яуаплы йөкләмәне “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Ҡалала әлеге көндә 13 социаль хеҙмәткәр 218 оло кешене, инвалидтарҙы, күп балалы әсәләрҙе хеҙмәтләндерһә, районда 20 социаль хеҙмәткәр 326 кешегә үҙ ярҙамын күрһәтә. Бөгөнгө һүҙебеҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған, инәй-бабайҙарҙы ярҙамынан ғына түгел, йылы һүҙенән дә өҙмәгән социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында барыр.

8 июнь - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Беҙҙең район һәм ҡалала ошо яуаплы йөкләмәне “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Ҡалала әлеге көндә 13 социаль хеҙмәткәр 218 оло кешене, инвалидтарҙы, күп балалы әсәләрҙе хеҙмәтләндерһә, районда 20 социаль хеҙмәткәр 326 кешегә үҙ ярҙамын күрһәтә. Бөгөнгө һүҙебеҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған, инәй-бабайҙарҙы ярҙамынан ғына түгел, йылы һүҙенән дә өҙмәгән социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында барыр.

Бәләкәйҙән күрше инәйҙәр йомошон тыңлай

Сәфәребеҙҙе Маҡар ауылынан, социаль хеҙмәткәр Фатима Хәйбуллина менән танышыуҙан башланыҡ. Уны беҙ ашыға-ашыға 92 йәшлек Ғәфифә инәй Хафизованың хәлен белешергә китеп барған мәлендә осраттыҡ.
- Бик иғтибарлы ул, әйтһәң дә, әйтмәһәң дә йүгереп килеп етә. Ҡайҙа ул Фатимаға етеү! Уға һаулыҡ теләйем, донъялар тыныс булһын, - тип социаль хеҙмәткәргә маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы өйөнән килеп сыҡҡан инәй.
Фатима Үзбәк ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып 27 йылдан ашыу эшләй. Әлеге көндә уның ҡарамағында 20 оло йәштәге инәйбабай иҫәпләнә. Магазиндан - аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыу килтереү, өй эштәрендә ярҙам итеү, түләүҙәрен түләү – һанай китһәң социаль хеҙмәткәрҙең эше етерлек. Яңы сир таралған ваҡытта, ололар өйҙәренән сығып йөрөмәгәс, эш тағы ла арта.
- Оло йәштәгеләр тора-бара яҡын кешеңә әйләнеп китә. Улар үҙҙәре лә “ҡыҙым” тип өндәшкәс, күңелгә рәхәт. Саҡ ҡына бармайыраҡ торһам да үҙҙәрен һағынам. Тиҙ генә шылтыратып хәлдәрен белешеп алыу ғәҙәткә ингән. Яҡындарым да инәй-бабайҙар тураһында һөйләүемде аңлап ҡабул итә, өйрәнеп бөткәндәр. Эшем оҡшай. Бәләкәйҙән ололарға ярҙам итергә яраттым. Күрше инәйҙәргә көйәнтәләп һыу ташыным. Ҡушһалар, магазинға икмәккә лә барып килә инем, йомоштарын гел тыңланым. Социаль хеҙмәткәр эшен 1993 йылдан алып башҡарам, - тип тиккә генә был һөнәрҙе һайламауы тураһында һөйләне Фатима Үзбәк ҡыҙы.
Социаль хеҙмәткәр хәҙер үҙе лә хаҡлы ялға сығыу йәшендә. Ләкин оло йәштәгеләрҙе ярҙамынан айырғыһы килмәй, һаман да йүгереп йөрөп эшләүен дауам итә.
- Уларға өйрәнгәнмен инде мин. Әлбиттә, эшебеҙ еңел түгел. Барыһы ла социаль хеҙмәткәр була алмай. Беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, ололар менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙы яратыу мөһим, - ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Бына тап ошо сифаттары менән ауылдаштары ихтирамын яулаған да Фатима апай. Эше менән генә алдырмай, бәхетле әсәй һәм өләсәй ҙә әле ул. Тормош иптәше генә
вафат булып ҡалған. Ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер барыһы ла үҙ аллы ғүмер итә. Кешеләргә ярҙам итеп, яҡындарыңа кәрәкле, файҙалы булыуҙан йәшәү көсө алып, тирә-яҡҡа шулай изгелек таратып йәшәй һәм эшләй Фатима апай.

“Рәхмәт яуғыры!” тиҙәр Ҡыяуыҡ килененә

Ҡыяуыҡ ауылында 2014 йылдан алып социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Рәзилә Маннанова ла эшкә уңған ғына түгел, асыҡ күңелле әңгәмәсе лә булып сыҡты. Әлеге көндә Йәнырыҫ һәм Ҡыяуыҡ ауылдарынан оло йәштәге 18 кешене ул ярҙамынан өҙмәй.
- Социаль хеҙмәткәр булыуыма әле әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, оло йәштәге инәй-бабайҙарҙың барыһы ла үҙ кешемә әйләнеп бөттө, - тип башланды әңгәмәбеҙ.
- Эшкә тиҙ өйрәндем. Сөнки бәләкәйҙән үк атайымдың әсәһе – өләсәйем менән үҫтем. Атайым менән әсәйем эштә саҡта уның тәрбиәһен алдым. Килен булып төшкәс,
11 йыл ҡәйнә менән йәшәнем. Ҡәйнәм дә бик аҡыллы, тәрбиәле ине, йәне йәннәттә булһын. Уны “әсәй” тип йөрөттөм, ул да миңә “ҡыҙым” ғына тип өндәште. Шуға ла ололарҙың күңеленә юл таба беләмдер. Инәй - бабайҙарым ауырып китһә, ауыл фельдшерҙары ярҙамға тиҙ генә килеп етә, был йәһәттән Гүзәл Фазылйән ҡыҙы Баһауетдиноваға, Рәхилә Әхтәм ҡыҙы Бикташеваға рәхмәтлемен. Артабан да бергәләп эшләргә яҙһын, - ти Рәзилә Абдулла ҡыҙы.
Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған ололарҙың кәңәштәре лә файҙаға, уларҙан кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәнергә мөмкин. “Ҡөрьән уҡыусылар бар, кемдер бәйләм бәйләй, кемдер гөл үҫтерә, матур итеп шиғырҙар ҙа ижад итәләр”, – тип һәр инәйбабайҙың матур-матур һәләттәре, сифаттары тураһында һөйләргә ашыҡты Рәзилә Маннанова.
Ололар ҙа уның килгәнен әллә ҡайҙан күреп көтөп ала. Уларҙың береһе, 80 йәшкә етеп барған Лизия Бикташеванан да Рәзилә Абдулла ҡыҙының эшенә ҙур баһа ишеттек:
- Рәзиләгә, маладис, тим. Эш көнө булмаһа ла, йомошом килеп сыға икән, хәҙер килеп етә. Дарыуын да, магазиндан аҙыҡ-түлеген дә өлгөртә, башҡа йомоштарҙы ла үтәй.
Рәхмәт яуғыры! Һүҙе лә күңелгә ятып тора. Социаль хеҙмәткәрҙән уңдыҡ!
Үҙ донъяһын да матур итеп алып барырға өлгөрә Алмалыла тыуып үҫеп, Ҡыяуыҡта ғүмер иткән уңған ҡатын. Тормош иптәше менән мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, тырышып донъя көтәләр. Ике ул үҫтереп, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Балаларының нефть университетын тамамлап, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөүҙәре ата-әсә өсөн ҙур ҡыуаныс.
- Эшләгән коллективым менән дә ғорурланам, бик татыубыҙ. Етәкселәребеҙ ҙә яҡшы, ярҙам итеп, хәлде һорашып торалар. Һөнәри байрамыбыҙ менән барлыҡ хеҙмәттәштеремде тәбрикләйем, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә матур итеп эшләргә яҙһын, - тине хушлашҡанда Рәзилә Абдулла ҡыҙы.
Кешеләрҙе яратҡан, үҙҙәре изгелекле булған ошондай матур һөнәр эйәләре тирә-яҡҡа йәм, ҡот өләшеп йәшәгән һымаҡ. Социаль хеҙмәтләндереү тигән төшөнсәгә күңел йылыһы һалып, туғандарса мөнәсәбәт күрһәтеп тырышалар. Ауылда оло йәштәгеләрҙең таянысы булғандарға мең рәхмәт!
Фото: автор
Читайте нас: