Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 12:31

АЙЫРЫЛЫШЫУ

Айырылыштыҡ. Ҡатын китте. Йоҡо бүлмәһендә йәшәй. Мин аҫылынырға бау әҙерләп ҡуйҙым. Бына әйберҙәрҙе бүлешеп бөтәбеҙ ҙә тәүәкәлләйҽм. Суд бүлешкән өсөн аҡса ала, ти. Судһыҙ ғына бүләбеҙ әйберҙәрҙе. ҡатынға — диван, миңә— карауат, ҡатынға — телевизор, миңә— радиола. ҡаҙаҡ-сүкҽш — миңә, энә- еп — ҡатынға. Сәйнүк мәсьәләһендә бәхәс ҡупты. Ни өсөн тигәндә, икебеҙҙең дә сәй эсәһе килә. Ә сәйнүк берәү генә. Ҡулымдан эш килә минең: уныһын да бүлдем. Арҡырыға ярып, ямап, бер яғына морон, икенсе яғына һап ҡуйҙым.

Айырылыштыҡ. Ҡатын китте. Йоҡо бүлмәһендә йәшәй. Мин аҫылынырға бау әҙерләп ҡуйҙым. Бына әйберҙәрҙе бүлешеп бөтәбеҙ ҙә тәүәкәлләйҽм. Суд бүлешкән өсөн аҡса ала, ти. Судһыҙ ғына бүләбеҙ әйберҙәрҙе. ҡатынға — диван, миңә— карауат, ҡатынға — телевизор, миңә— радиола. ҡаҙаҡ-сүкҽш — миңә, энә- еп — ҡатынға. Сәйнүк мәсьәләһендә бәхәс ҡупты. Ни өсөн тигәндә, икебеҙҙең дә сәй эсәһе килә. Ә сәйнүк берәү генә. Ҡулымдан эш килә минең: уныһын да бүлдем. Арҡырыға ярып, ямап, бер яғына морон, икенсе яғына һап ҡуйҙым.

Бысаҡты икегә ярҙым. Сүмҽсте лә. Коридорҙы бүлдем, кухняны бүлдем. Ванна ғына яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, бүлгәс, ҡайнар һыу краны ҡатын яғында ҡалды.

Һыуҙы ваннаға плиткала йылытып ҡоям. ҡатын, киреһҽнсә, кухнянан һалҡын һыу ташый. Бүлешҽүҙең әле тағын бер сетерекле яғын әйтмәгәнмен икән.

ҡатын минең һәр мероприятиеға аяҡ салып килә. Бысаҡтың үткер өлөшөн үҙҽнә алды. Газ плитаһының да уға ике комфоркаһы эләкте. Сәйнүктең дә морон яғы ҡатында. Хәйер, сәйнүгенә һапты бик хөрт ҡуйып бирҙҽм — оҙаҡҡа сыҙамаҫ.

Ниһәйәт, бүлешеп бөтәбҽҙ буғай. Түшәмгә алҡа ҡағып, бауҙы ҡатын күҙ алдынараҡ бәйләп ҡуйҙым. ҡыҙғанмаҫ микән тҽйҽм, ит турағысты, бәлким, бөтөнләй үҙҽмә бирҽр тҽйҽм. Юҡ, бауҙы күрмәгәнгә һалыша. Юғиһә элмәген дә яһап ҡуйҙым бит инде. Бүл, ти. Ит турағысты ла, борос һауытын да бүл, ти. Тфү, бөтөнләй миһырбанһыҙланған. Уйлап-уйлап торҙом да туалетты
бүлҽргә керештем. ҡатындың ҽн асыуҙары сыҡты. Нервыһына сыҙаша алмайынса, ике шәшкҽнҽ иҙәнгә бәреп ватты. Өндәшмәнем. ҡатын-ҡыҙ мҽнән булышҡансы, кухня өҫтәлен бүләйҽм лутсы тип, бысҡы ҡайрарға ултырҙым.

Шулай игәү илатып маташҡанда, ишек шығырланы. Боролоп ҡараһам, тупһала малайым Әсфәндияр, уның янында ҡулына йәш бала күтәргән һары сәсле,зәңгәр күҙле бер ҡатын-ҡыҙ баҫып тора. Бысҡыны ташлап, яндарына барҙым. Күрештек. ҡатын инде әллә ҡасан былар ҡосағында. балауыҙ һыға.

Ейәнҽбҽҙ тыуған, имеш. Бик шатландыҡ. Үҙҙәре лә шатландылар.

— И-и, атай, һин бигҽрәк инде, — тигән була малай, — ҡайҙан ишеттегеҙ беҙҙҽң бында торорға ҡайтҡанды, кухняларҙы, коридорҙарҙы бүлеп ҡуйғанһың, — ти.

Ванна мҽнән туалетты күргәс, эсен тотоп көлдө.

— Быларын һүтеп ташларбыҙ инде, атай, былары уртаҡ булыр, беҙгә бер бүлмә, ярты кухня ҽткән, — ти.

Әнфисә килен, түшәмдәге бауға төртөп күрһәтеп, шатланып ҡысҡырып ҽбәрҙе:

— Әсфәндиярчик, ҡарале, ана атай Фердинанд сәңгҽлдәгҽн элҽргә бау ҙа әҙерләп ҡуйған.

Ашап-эсеп, малайҙар мунсаға киткәс, ҡатын:

— һауыт-һаба ярылһа, һөйөнсө була, тиҙәр, тәки дөрөҫ икән, — тип, иҙәндән шәшкҽ ватыҡтарын йыйып алды.

Мин уйлап-уйлап торҙом да кухня өҫтәленә тҽймәҫкә булдым. Йоҡо бүлмәһенә инҽп, ҡатын диванына һуҙылып яттым. Оҙаҡламай ҡатын да минең янға инҽп ултырҙы. ҡулын маңлайыма ҡуйып:

— Ауырымайһыңдыр бит, атаһы? — тип һораны.

ҡулы ҡайнар ине ҡатындың. Бынан егерме биш йыл элек тә шулай ҡайнар ине уның ҡулдары.

— Бына әбҽй мҽнән бабай ҙа булдыҡ инде, — тине ҡатын һәм ҡайнар усы мҽнән йомшаҡ ҡына итеп пеләшемдән һыйпаны.


Фото: интернет
Читайте нас: