Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 14:07

Ҡайын миндеген ҡасан бәйләргә?

Ҡайын миндеге ҡойолмаһын, яҡшы булһын өсөн уны июндең 15- тәренән июль уртаһына ҡәҙәр әҙерләргә кәрәк. Был вакытҡа ҡайын инде сәскә атҡан, алҡаларын ҡойған, япраҡтар файҙалы, туҡлыҡлы матдәләр һәм тәбиғи эфир майҙары менән тулыланған була. Ошо осор айырыуса уңайлы.

Миндек әҙерләү өсөн иң яҡшыһы - әле бер ҡасан да сәскә атмаған, йәш ҡайын ағасы. Уның япраҡтары наҙлы, шыма һәм ефәк һымаҡ була. Бейек ағастарҙың иһә аҫтағы йәш ботаҡтары яҡшыраҡ. Миндекте көндөң беренсе яртыһында ҡояшлы, ҡоро көндө әҙерләгеҙ. Юл, трасса буйҙарында үҫкән ағастарҙан миндек файҙалы булмаҫ.
Шул уҡ вакытта ағасҡа һаҡсыл ҡарағыҙ, ботаҡтарын һирәкләп кенә киҫеп алығыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: