Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2020, 12:42

Ауыл киләсәге - ишле ғаиләлә

Тормош ҡатмарлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн тырышлығын һәм күңел ҡеүәтен һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәренә таянып донъя көткән, һөйөп-яратып балалар үҫтергән татыу парҙар менән Ҡолғона ауылы ла ғорурлана ала. Бөгөнгө геройҙарым Зәлиә һәм Илшат Вәлиевтар дүрт бала тәрбиәләй.

Тормош ҡатмарлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн тырышлығын һәм күңел ҡеүәтен һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәренә таянып донъя көткән, һөйөп-яратып балалар үҫтергән татыу парҙар менән Ҡолғона ауылы ла ғорурлана ала. Бөгөнгө геройҙарым Зәлиә һәм Илшат Вәлиевтар дүрт бала тәрбиәләй.
Ғаиләнең күркәм йорто тау башында урынлашҡан. Вәлиевтарҙың өлкән ҡыҙҙары Лиана быйыл 9-сы класты тамамлаған. Бәләкәй сағынан йыр-бейеүгә әүәҫ ҡыҙ мәктәптә уҙғарылған бөтә конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.Бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, медицина колледжына уҡырға инергә иҫәп тота. Эдуард 3-сө класты тамамлаған. Һеңлеһен һәм ҡустыһын ҡарашыуҙа ҙур ярҙамсы ул. Инзирәләре быйыл мәктәпкә уҡырға барасаҡ. Шуҡ ҡыҙыҡай машина йөрөтөргә хыяллана, һәр ваҡыт атаһы янында өйөрөлә. Иң төпсөктәре Илнатҡа әлегә ни бары 2 ай ғына. Зәлиә декрет ялына тиклем ауыл дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләһә, Илшат - водитель.
Йәштәрҙең аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт. Дәүләт ярҙамын да ҡуллана Вәлиевтар. Әсәлек капиталы аҡсаһын улар киләсәктә балаларының уҡыуына тотонмаҡсы.
- Балалар бер-бер артлы тыуһа, ҡарауы ауырыраҡ булыр ине. Ә беҙҙең бәләкәстәрҙең араһы 4-5 йыл тирәһе. Өлкәндәре кеселәрен ҡараша. Ауыл ерендә йәшәргә була, тик ҡояш менән бергә тороп, ҡараңғы төшкәнсе эшләргә кәрәк. Ә инде йоҡо яратаһың икән, тимәк, ауыл һинеке түгел. Балаларыбыҙ ҙа ярҙамлашырға әҙер тора, йорт-ҡураны ҡараша, - ти Зәлиә Моратша ҡыҙы. - Күмәкләгәндә генә тормош алға бара, табының етеш, мул була. Беҙгә ауылдың саф һауаһы, иркенлек оҡшай, шуға ла әлеге тормошобоҙҙо ҡаланыҡына алыштырырға минең дә, Илшаттың да теләге юҡ. Йәш ғаиләләргә тырыш, әрһеҙерәк булыуҙарын теләйбеҙ.
Эйе, “алма беш, ауыҙыма төш” заманы үткән. Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым - ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, һөйөүҙәрен һаҡлай, үҫтерә белгән тырыш пар. Ауылдар киләсәге - ишле ғаиләлә. Вәлиевтар ише йәштәр булғанда йәмғиәтебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәре ҡаҡшамаҫ.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: