Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 20:19

СЕРЕКӘЙ ТАЛАМАҺЫН, ТИҺӘҢ

Интернетта ҙур ҡалаларға нисек итеп серекәйгә ҡаршы көрәш алып барыуҙары тураһында яҙалар. Ә ауыл ерендә йәшәүселәргә был ҡанэскестәргә ҡаршы нисек торорға һуң? Түбәндәге лайфхактар - тап һеҙҙең өсөн.

Интернетта ҙур ҡалаларға нисек итеп серекәйгә ҡаршы көрәш алып барыуҙары тураһында яҙалар. Ә ауыл ерендә йәшәүселәргә был ҡанэскестәргә ҡаршы нисек торорға һуң? Түбәндәге лайфхактар - тап һеҙҙең өсөн.
Быйылғы серекәйҙәр бигерәк аяуһыҙ шул. Үҙҙәре килеп тороп эре! Ҡайһы берҙә магазиндан махсус спрей, крем алырға онотабыҙ. Өйҙә көнкүрештә ҡулланған әйберҙәр ҙә серекәйгә ҡаршы шәп сара булып тора. Әлеге мәҡәләбеҙ - тап шуның хаҡта.
1. Пихта, ҡарағай майы.
Кескәй шешәләрҙә һатылған был хуш еҫле майҙарҙы ғәҙәттә мунсала ҡулланалар. Әммә уларҙың еҫен серекәй, ваҡ ләпәкәй яратмай икән. Тәндең асыҡ өлөшөнә майҙы һөртөп алғанда был ҡанэскестәр яҡын да килмәҫ. Әйткәндәй, эфир майҙары тирене йомшарта, шәп косметик сара булып тора. Шулай уҡ тимьян, базилик, лаванда майҙары ла серекәйҙе ҡурҡыта.
2. Цитрус емештәре.
Цитрус емештәре көслө кислотаға бай, шуға ла наҙлы тирегә әфлисун, грейпфрут, лимон һутын һөртөргә кәңәш ителмәй. Хәйер, ҡайһы берҙә ҡатын-ҡыҙҙар лимондан косметик битлек эшләй - уның һуты ҡояшта янған битте ағарта. Серекәй бүлмәгә инмәһен, тиһәгеҙ, тәҙрә төбөнә яртылаш киҫелгән лимонға ҡәнәфер (гвоздика) орлоҡтарын сәнсеп, ҡуйығыҙ.
3. Балыҡ майы.
Аптекала һатылған капсулаларҙың тәме, балаларға ғына түгел, серекәйгә лә оҡшамай икән. Хаҡы ла "тешләшмәй" - ни бары 50-80 һум тирәһе. Уның ҡарауы, тән тиреһе йомшарып, балҡып китер. Ни тиһәң дә балыҡ майы - Омега-3 майҙарына бай продукт.
4. Ванилин.
Тәмлекәстәр бешерергә әүәҫ һәр хужабикәнең аш-һыу бүлмәһендә ванилин да була торған. Тик ванилиндың үҙе булһын, ваниль ҡушылған шәкәр ҡомо түгел! Уны йылы һыуҙа иретеп, тәнгә һөртһәгеҙ, серекәй менән ләпәкәйҙән ҡотолорһоғоҙ. Иретмәне, пульверизаторға ҡойоп, һөртөп алынмалы урындарға - тәҙрә яңаҡтарына, төптәренә, ишек яңаҡтарына һиптерергә мөмкин. 100 мл һыуға ике пакет ванилин китә.
5. Соя соусы.
Кемдәр өйгә заказ буйынса суши алдыра, уларҙың һыуытҡысында мотлаҡ артып ҡалған соя соусын табырға була. Ә ул, еҫһеҙ кеүек тойолһа ла, серекәйгә бөтөнәй оҡшамай икән. Уны тәнгә һөртөргә лә, соуслы һауытты, ҡапҡасын асып, йоҡо бүлмәһенә ултыртырға ла була.

6. Бөтнөк, мелисса.

Баҡсағыҙҙа бөтнөк (мята) йәки мелисса үҫәме? Уларҙың япрағын иҙеп, тәнгә һөртһәгеҙ, серекәй теймәҫ. Был үләндәрҙең еҫе көслө, шуға ла уларҙы бөжәктәр бигүк яратып етмәй.

7. Нашатыр спирты.

Ҡырҡыу еҫле нашатыр спиртын ҡанэскестәр күрә алмай, хатта. Мамыҡты нашатырға манып, ишек, тәҙрә яңаҡтарын һөртөп сыҡһағыҙ, серекәй бүлмәгеҙгә инмәҫ. Тәнгә лә һөртөргә була. Серекәй тешләгәндән һуң ҡысытыуҙы баҫа ул.

Фото: интернет

Читайте нас: