Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 01:26

Радий Хәбиров – офтальмология бүлегендә

Ишембайға эш сәфәре барышында республика Башлығы шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлеген ҡарап сыҡты. Әле бында реконструкция тамамланып килә.

Ишембайға эш сәфәре барышында республика Башлығы шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлеген ҡарап сыҡты. Әле бында реконструкция тамамланып килә.
Бүлеккә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтынан төп хирургтар килеп бушлай операция яһай. Мәҫәлән, былтыр улар Ишембайҙа – 415, быйыл 272 операция яһаған. Шул уҡ ваҡытта, микрохирургия бүлеге мөдире Дилә Арыҫланова әйтеүенсә, дауаханаға махсус ҡорамалдар етмәй, Өфө табиптары уларҙы үҙҙәре менән алып килергә мәжбүр.
Радий Хәбиров республиканын бүлекте йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәтәсәге тураһында белдерҙе. Өҫтәүенә тиҙҙән бүлек муниципаль-ара офтальмология үҙәгенә әүереләсәк.
"Беҙҙә райондарҙа ҡәҙимге офтальмология клиникалары булманы. Шуға күрә халыҡ күрше төбәктәргә йөрөргә мәжбүр ине, – тине республика Башлығы. – Беҙ периферия үҙәктәре асырға ҡарар иттек. Унда Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең күсмә бригадалары ла барыр ине. Ошо рәүешле беҙ халыҡ өсөн заманса, сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамын тәьмин итәсәкбеҙ".
Фото: glavarb.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: