Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 12:25

Көсһөҙ заттар (хикәйә)

Зөлфиә эшенә ашыҡманы, түшәгендә ҡыбарларға ла иренеп, ятты ла ятты. Уның, иң яуаплы хеҙмәткәр өсөн, был хәл ғәҙәти түгел дә ул… Ни эшләһен? Хәҙерге заманда бик тә абруйлы, престижлы һаналған эшен нисек кенә яратмаһын, иламһырап торған күңеле унда ашҡынманы. Мейеһенең: «Торорға! Эшкә! Һуңламаҫҡа!», – тип команда биреп, бер туҡтауһыҙ игәүенән ялҡҡан күңеле бөтәһенә лә төкөрөп ҡарарға, ҡул һелтәргә ҡотортто.

Зөлфиә эшенә ашыҡманы, түшәгендә ҡыбарларға ла иренеп, ятты ла ятты. Уның, иң яуаплы хеҙмәткәр өсөн, был хәл ғәҙәти түгел дә ул… Ни эшләһен? Хәҙерге заманда бик тә абруйлы, престижлы һаналған эшен нисек кенә яратмаһын, иламһырап торған күңеле унда ашҡынманы. Мейеһенең: «Торорға! Эшкә! Һуңламаҫҡа!», – тип команда биреп, бер туҡтауһыҙ игәүенән ялҡҡан күңеле бөтәһенә лә төкөрөп ҡарарға, ҡул һелтәргә ҡотортто.
Бөгөн Зөлфиә бар донъяға бойкот, протест белдерәме ни. Тәҙрә яғына арҡаһын ҡуйған да, ирендәрен тешләп, ҡарашын бер нөктәгә төбәгән. Ә тәҙрә аша тышҡы донъяға баҡһаң… Уһ!... Ҡарағыһы ла килмәй! Арҡаһы менән тоя: ғәмһеҙ ҡала шауы. Был шау баш һөйәген быраулап мейегә үтеп инә, уны кинәнеп-кинәнеп арҡыры-буйлы телгеләй. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, тапап китерҙәй булып, әллә ҡайҙа ашыҡҡан кешеләр, проспектҡа һыймаған автомобиль ағымы – барыһы ла, барыһы ла ошо шауға берләшкән. Хатта, тәҙрәһенә килеп ҡунған анау турғайҙың шатлыҡлы сырҡылдауы ла быяланы тимер әйбер менән һыҙырған һымаҡ тауыш сығара.
Ошо ғәмһеҙ ҡала шауынан, ошо ҡала турғайының сырҡылдауынан берәй ҡайҙа алыҫҡа, тау-урман араһына, ҡасһаң икән. Ҡасһаң икән дә тәбиғәт ҡосағына сумып йәшәһәң икән. Ят инде ошонда, бар донъяға көйөнөп, тоғро яңғыҙлығыңа үкенеп, тормошоңдоң һоролоғона күңелең әрнеп, яҙмышыңды маңлайыңа яҙыусы юғары көскә үпкәңде белдереп.
Ауырыу кеше шикелле, һул ҡулы менән биленә таянған килеш, аҡһаңҡырай биреп, ҙур көҙгө алдына килеп баҫты йәш ҡатын. Һалҡын устарын маңлайына терәп торҙо ла, сәстәрен һыйпап ебәрҙе, һәм шул ыңғайға бөртөк-бөртөк сал сәстәрен күреп ҡалды. Артабан ҡарашы аҫҡараҡ түбәнләне: маңлайында, күҙ төптәрендә – беленер-беленмәҫ һырҙар, бит алмаларында – пигмент таптары. Эйәк аҫтында тағы бер эйәк урын алырға самалай, муйыны ирҙәрҙеке кеүек ҡалынайып бара.
Йөҙөнә ҡарап үҙенең ныҡлы олоғая төшкәненә эсе бошоп ҡуйһа ла, Зөлфиә, һомғол буй-һынын күҙ ҡарашы менән иркәләп, ҡыуана ғына. Бына бит ул, бығаса ҡыланмағанын, эске кейемдәрен һалып, яп-яланғас тәненең һәр бер өлөшөн күҙҙәре аша үткәрҙе. Фигураһы, бала тапмау сәбәпле, бер ҙә генә үҙгәрмәгән, ҡайһы берәүҙәр әйтмешләй, боҙолмаған. Түштәре – йәш ҡыҙҙарҙыҡылай тып-тығыҙ, йоп-йомро, эсе, осалары – шып-шыма, май бөрөп, һәленеп тормай, биле, ике яҡтан йышылғанмы ни, ҡосаҡлауға йәтеш кенә, балтырҙары, боттары тулышып тора. Ә тәненең мәрмәрҙәй ап-аҡ булыуын әйт әле. Бик боҙор ине лә был фигураһын. Бер ун йылдан, ҡырҡты уҙғас, һинең кәүҙәңдең ниндәй булыуы ла ниндәй булмауы кемгә хәжәт. Үҙеңдең берәйһенә кәрәгең тейһә, бик хуп.
Шундай сибәр, һомғол буйлы ҡатын-ҡыҙ булып яралғас, яратылыр, наҙланыр өсөн тыуғас, ошо матурлыҡты ир затының көслө ҡулдары татырға тейеш тә бит ни. Ә ул, яратылып, иркәләнеп йәшәйһе урынына, бешкән алмалай һутҡа тулышҡан тәненең, модаһы үткән кейем кеүек, көндән-көн ҡартая, туҙа барыуына ҡайғырып, йәм тапмай.
Мейеһенең һәр бер йыйырсығын, бөгөлөн аңы менән ҡапшай торғас, бөгәсә күргән төшө ҡатындың күҙ алдында «фыйт» итеп ҡалды… Имеш, ул баҙарҙа аяҡ кейеме һайлай, төрлө размерҙағы, төҫтәге туфлиҙарҙы кейеп ҡарай. Инде береһен кейһә, үксәһе һынып сыға, икенсеһе йыртылып китә. Шулай ҙа берәүһен аяғына көскә-көскә яратты, ахырыһы… Элегерәк ололар: «Төштә парлы аяҡ кейеме кейһәң, башлы-күҙле булаһың», – тип юрай торғайнылар. Юҡ шул, ҡайҙан башлы-күҙле булырға ти уға?... Үҙенә ҡарағандары, ымһынып йөрөгәндәре лә – йә өйләнгән, йә айырылдым, тигән булып та, ҡатындары менән йәшәп ята. Ә үҙ йәшендәге асыҡ ауыҙ буйҙаҡтар менән нисектер эш килеп сыҡмай. Әллә утыҙҙан уҙғас, бөтөнләй утын ағасына әйләнеп бөтәләр: ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп бармайҙар, аралашыуҙан оялалар, ҡурҡалар. Эргәнән үтеп киткән саҡтарында күҙ
һирпеп, ихлас йылмайған булалар үҙҙәре, һүҙ ҡушһаң, ҡыҙарыналар, тотлоғалар. Уларҙың ни, ир-аттың, йә өйләнгәне, йә үтә йәше, бала-сағаһы ғына, ҡыйыу шул. Үҙеңдән йәштәре, һиңә түшәктә тәжрибәле ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡына, ҡыҙыҡһынып ҡарай. «Һиңә лә һәйбәт, миңә лә һәйбәт. Бер кем дә бер кем алдында яуаплы түгел», - тип иҫе лә китмәй йөрөп ятыуҙарын беләләр. Ә бисәлеләре уларҙың энергияңды һурыусы вампир һымаҡ бит ул.
Психолог дуҫы ла был хаҡта аңлайышлы итеп төшөндөрөп биргәйне Зөлфиәгә:
– Ҡатын-ҡыҙ энергияһы – ирҙәрҙең финанс уңыштарының сығанағы. Бигерәк тә йәш ҡыҙҙарҙың энергияһы күп була. Шуға күрә, ирҙең һөйәркәһе энергия сығанағы булһа ла, ул көс шул ирҙең ғаиләһенә йүнәлтелгән. Һөйәркәһенең биргән энергияһын ир кеше «үҙенең өй-ҡәлғә»һен нығытырға сарыф итә. Шулай итеп, теге ҡатындың һөйөүе бөтөнләй сит-ят кешеләр, ирҙең ҡатыны һәм балалары өсөн «эшләй».
Бындай ҡарашҡа ҡаршы төшөп маташҡайны Зөлфиә ул саҡта:
– Һөйәркәләрҙең дә бит ҡайһы берәүҙәренә бүләктең иң ҡыйбатлыһы, затлыһы эләгә.
– Әлбиттә. Әммә ул бүләктәр ҡатын-ҡыҙ биргән энергияның яртыһын да тормай. Һөйәркәһенең хис-тойғоһонан көс алған ирҙең көтөлмәгәндә ҡапыл ғына карьера, ижад, матди байлыҡ йәһәтенән алға китеүе, үҫеүе ихтимал. Ә һөйәркәгә был «мәжлестә» ни бары ҡалдыҡ-боҫтоҡтар ғына эләгә.
«Хаҡты, дөрөҫтө һөйләй түгелме һуң әхирәте? Унан килеп, ҡатыны булған иргә алданып, ысын ишеңдән ҡолаҡ ҡағырға ла була. Өҫтәүенә, үҙеңдең күҙҙәрең дә, мин ирекле ҡатын түгел, тип һәр бер ир-егеттең ҡарашына яуап биреп торһа», – тип уйланырға мәжбүр булды Зөлфиә.
Уйлағандарын, күңеленең етемһерәп ҡалыуына ҡарамаҫтан, зиһененә һеңдереп, мейеһенә һалып ҡуйҙы ул. Ярты йыл осрашып йөрөгән Азатҡа, ике
бала атаһына, бер ни ҙә аңлатып тормайынса, аралашыуҙы туҡтатты. Хис-тойғолар менән тулы йөрәген ете ҡат йоҙаҡ аҫтына бикләне. Һәм күңелен йыуатыр өсөн йөк аты шикелле эшкә егелде. Эшләү принцибы ла уның эшкә беренселәрҙән булып барыуҙан, көндөң көнө буйы баш та күтәрмәй эшләүҙән, иң һуңға ҡалып ҡайтыуҙан, төндәрен яҙышып ултырыуҙан ғибәрәт. Бар ҡыуанысы, шатлығы – шул эше. Унда, исмаһам, бер туҡтауһыҙ кеше ағымы: актерҙар, рәссамдар, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, ә өйҙә – үҙәккә үтерлек яңғыҙлыҡ, бушлыҡ. Эшенең дә бит әле ниндәйе!... Улар сығарған башҡорт телендәге ҡатын-ҡыҙҙар журналы баш ҡалала иң гламур булып һанала. Чиновниктарҙың, олигархтарҙың, ваҡ-ваҡ эшҡыуарҙарҙың ҡатындары, һөйәркәләре журнал тышлығына үҙҙәренең фотоһүрәттәрен баҫтырыр өсөн, оҙон аҡса тәҡдим итеп, сират баҫа. Ошонан ғына ла әллә күпме «левый» аҡса килә…
Ҡатындың эш тураһындағы уйына, ахыр сиктә, күңеле биреште һәм ул, ашап тороуҙо ла кәрәк тапмайынса, редакцияға барырға йыйынды.
******************
Зөлфиә редакцияға, йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарған килеш, килеп инде. Иң төптә ултырған өлкән мөхәррир Рауза апай менән дә, көҙгө алдында баҫып торған корректор Гүзәл менән дә, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеүҙе һәм йәһәтерәк үҙ эшенә тотоноуҙо хуп күрҙе.
Корректор, йәш ҡыҙ, көҙгө алдында бер аҙ ҡыйшанлап торҙо ла, ҡып-ҡыҙыл ирендәрен бүлтәйтеп, тауышын хислерәк, иркәрәк итергә тырышып, Зөлфиәгә өндәште:
– Зөлфи-и-ә апаһы-ы… шеф Мәскәүҙән электрон хат ебәргән, интернетҡа кереп, яуап ҡына яҙ әле-е-е…
– Нимә тигән?
– Яңы материалды ебәрегеҙ, тигән.
Зөлфиә Гүзәлгә шундай нәфрәт, асыу менән ҡараны, хатта ҡыҙҙың елбәҙәклеге бер мәлгә генә юғалып ҡалғандай булды.
– Һин ебәрһәң, нимә була ?!
Ҡыҙ, мин дә улай тишерҙәй итеп ҡарай беләм ул, тигәндәй күҙҙәрен таҫрайтты.
– Кем һуң беҙҙең баш мөхәррир урынбаҫары ?! Һинме, минме ?!
Еңел кәүҙәле, һәр саҡ хәрәкәткә теремек, йор булған Гүзәл, «дарҫ» та «дорҫ» баҫып, өҫтәле артынан урын алды. Уның һәр бер хәрәкәтен күҙәткән Зөлфиә, ауыҙын ҡыйшайтып, йылмайыуын ғына белде. Ошондағы хеҙмәткәрҙәрҙе аптыратып, урынынан ҡуҙғалырға ла уйламаны.
Был икәүгә ҡыҫылмай, ситтән генә арлы-бирле күҙ һалып ултырған Рауза апай телгә килде:
– Бик булмаһа, үҙем ебәрәйем һуң.
– Шефҡа нимәгә икән ул материал ? Барыбер хаталарын күрмәй ҙә, төҙәтмәй ҙә. Исем өсөн генә ҡараштырып сыға ла шунда… – тине Гүзәл, тынысланырға ла теләмәйенсә. – Һы! Мәскәү башҡорто! Ҡайҙан белһен инде ул башҡорт теленең нескәлектәрен ?
Өлкән мөхәррир шефҡа, улай ғына ла түгел, ҡасандыр Өфөлә интернатта бергә уҡыған класташына, әхирәтенә, бер ҡасан да һүҙ тейҙертмәй. Был юлы ла уны яҡлашты:
– Ярар, шефтың грамоталығында һинең эшең булмаһын. Иң мөһиме – аҡсаһы бар. Ундай аҡсаны эшләргә һинең дә, минең дә ҡулдан килмәй.
– Һы! Мин уның урынында булһам, шаршамбы һайын, кәңәшмә үткәрәм, тип, Мәскәү хәтле Мәскәүҙән самолет менән осоп ҡайтыр өсөн, шул аҡсамды тәләф итеп тә тормаҫ инем.
– Етәр, күп сутырҙама, эшең менән бул!
– Ой-ой-ой!... – Гүзәл зәһәрерәк итеп яуап ҡайтарырға уйлағайны, төкөрөгөнә сәсәп «ҡаж» да «ҡож» килде.
Зөлфиә борсоуло ҡарашын берсә интернетта соҡсонған Рауза апайға, берсә саҡ эшенә тотонған корректорға төбәне. Плюс менән минус… Ут менән һыу… Ике ҡапма-ҡаршылыҡтың берҙәмлеге һәм ҡаршылығы… Рауза – ире ҡалдырып киткән ҡырҡ дүрт йәшлек ҡатын. Ике улым, тип тырышып ятыуы. Гүзәл – тап шундай ирҙәрҙең береһенә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ. Үҙенең баһаһын белеп йәшәгән була. Ирҙәр тураһында һүҙ сыҡһа, ҙур талаш сығыуын көт тә тор. Рауза апай: «Һинең һымаҡ елғыуар иремде һалдырып алды», – тиһә, тегенеһен туҡтатып булмай. Әйтмәгән һүҙе ҡалмай: «Һиндәй үткер тешле крокодилдан теләһә ниндәй ир ҡасыр!... Эт кеүек ырылдауыңды ғына беләһең!...» Һәм башҡа, һәм башҡа…
Һүҙ көрәштереүҙең оло талашҡа әйләнмәүенә ҡыуанған Зөлфиә, тирә-яҡ мөхиткә йәнлелек өҫтәргә теләп, ҡатындарҙың уйын икенсегә борҙо:
– Ҡыҙҙар, беләһегеҙме, мин бер ҡыҙыҡ төш күрҙем… Нисек юрарға ла белмәйем…
Ул бөгәсә күргән төшөн һөйләп бөткәс, Рауза апай шунда уҡ:
– Кейәүгә сығаһын! – тип, ҡысҡырып ебәрҙе.
Гүзәл дә ихлас йылмайҙы, шулай ҙа әлеге лә баяғы ҡырын-мырын һүҙҙәрен ҡыҫтырмайынса ҡалманы.
– Ой, төшөңдә һин кейгән аяҡ кейеменең иҫәбе-хисабы юҡ бит инде хәҙер.
Әллә төшө тәьҫир иттеме, әллә Раузаның һүҙҙәре дәрт бирҙеме, ниңәлер Азаты иҫенә төштө ҡатындың. Ул әллә ниндәй ҡотортҡос эске ауазына буйһоноп, үҙе лә аңғармаҫтан, таҙа аҡ ҡағыҙға: «Һинһеҙ тормошом һоро-ҡара төҫтәрҙән генә тора. Был һоролоҡ бөтә эске ағзаларыма: йөрәгемә, үпкә-бауырыма, эсәктәремә, ҡан тамырҙарыма – юшҡын булып ултырҙы. Шул юшҡынды иретерлек әмәлем юҡ… Шулай ҙа икәү бар икән: береһе –
онотолоп эсеү, икенсеһе – һаман да һине уйлау, һиңә өмөтләнеү. Икеһе лә миңә тап килмәй… Әйҙә күңелемде юшҡын баҫһын!!!», – тип яҙып ҡуйҙы.
Зөлфиә тирә-яҡҡа күҙ һирптте: ул бит был ҡайғыһында яңғыҙы түгел. Рауза апай менән Гүзәлде иҫәпләмәгәндә, бухгалтер, кадрҙар бүлеге мөхәррире, кассир, компьютерҙа йыйыусы – барыһы ла 30-35 тирәһендәге яңғыҙ йәш ҡатындар… Буш ваҡыттарын нисек үткәреп ебәрергә белмәй йонсоған саҡтарында йыйылышып алалар ҙа, бер-береһенә эйәртенешеп, әйҙә эргә-тирәләге магазиндарҙы, сауҙа рәттәрен, бутиктарҙы ҡыҙырырға тотоналар. Ҡыйбатлы бижутерийҙар, биҙәнеү әйберҙәре, өҫ, аяҡ кейеме һатып алыуҙан оло ҡыуаныс табалар, ҙур ләззәт кисерәләр. «Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эске кейем», – тип яҙылып ҡуйылған бүлеккә барып инһәләр, ажурлы комплекттарға күҙҙәре ҡыҙығып, уларҙың ҡыйбатлыһын, Францияла, Италияла етештерелгәнен, алып китмәйенсә булдыра алмайҙар. Аҙаҡ, кейеп алырға сәбәп булмағас, шкаф кәштәһенә бәреп ҡуялар ҙа оноталар…
Ҡыштарын оҙон кистәрҙән йәм тапмай, театрға, филармонияға йөрөйҙәр. Фойела, ҡояштай балҡып, йылмайышып баҫып торған булалар ҙа, залға инеп ултырғас, күҙҙәре менән ишектән уҙыусылар араһынан «уны» эҙләйҙәр. Бәхетле парҙарҙан, бала-сағаларҙан, сал сәсле яҙыусы, профессор, артист бабайҙарҙан башҡалары, үҙҙәре кеүек үк ҡатындар икәнлеген күреп, бар иғтибарын сәхнәләге тамашаға йүнәлтеп, әҙәпле, түҙемле генә итеп ултыра бирәләр… Йәйҙәрен, эштән һуң, кафеларға инеп, ҡурҙаҡ алалар, һыра эсәләр. Бар мәшәҡәттәренән арынырға теләһәләр, градусы көслөрәген алып, кеше күҙенән ҡасып, берәйһенең йәшәгән еренә баралар. Үҙҙәренсә күңел асып зыҡ ҡубалар: караоке йырлайҙар, бейейҙәр…
Иң ҡыйыны: урамда таныштары осрап, кейәүгә сыҡҡанмы, сыҡмағанмы тураһында төпсөнә башлаһа. Шул ваҡытта һыр бирмәйенсә: «Юҡсы!... Көн һайын һаҫыҡ нәски йыуырғамы ни», – тип, танау сирырға тура килә…
Зөлфиә ҡапыл, яңғыҙ ҡартайыуынан ҡурҡыпмы, булмышына үс итепме, үҙе йыл буйына ҡасып йөрөгән Азатҡа телефон аша хат ебәрҙе. Йәнәһе лә: «Хәлдәр нисек? Осрашайыҡмы әллә?». Азат яуап менән инәлтеп торманы, уныһы ла дүрт кенә хәрефтән тора: «Дура».
Ҡатын асыуланып та өлгөрмәне, бүлмәгә атылып тиерҙәй, яуаплы сәркәтиб, Луиза Марат ҡыҙы, килеп инде. Ул ҡулындағы сумкаһын иҙәнгә бырғытып, өҫтәленә ҡапланды ла һулҡылдап иларға тотондо. Бүлмәләге барлыҡ ҡатын-ҡыҙ, уларға күрше кабинеттарҙағылары ҡушылып, йәшкә өлкән, эшкә тәжрибәле, кешеләргә ҡарата ихлас күңелле, үҙ әсәләре кеүек булған Луиза апайҙарын уратып алды. Кемелер ҡосаҡлаған булды, кемелер башынан һыйпаны. Гүзәл йүгереп һыу китерҙе, Рауза корвалол тамыҙҙы. Ҡатындар бер-береһенә ҡарап уфтандылар, берәй бәлә-ҡаза була күрмәһен, тип уйға ҡалдылар. Шуға ла, нимә булды ла нимә булды, тип тураһын һорашырға ҡурҡтылар.
Балалар шикелле, үҙәк тартып, илаған Луиза апай, башын күтәреп, күҙ төптәрен бармаҡ остары менән һөрткөләп:
– Уй… Рәхәтләнеп иланым да ҡуйҙым, – тип, өндәшкәс, бөтәһе лә бер юлы иркен тын алды.
Шунан ул, ниндәйҙер сер асылыуына өмөт итеп баҫып торған бухгалтер менән кадрҙар бүлеге мөхәрриренә ҡарап, йылмайҙы:
– Ҡыҙҙар, барыһы ла һәйбәт… Юҡ-барға асыуым килде шунда…
Улары ишектән сығып киткәс, тынысланып үҙ эшенә тотонған иптәштәрен ымлап-шыбырлап, саҡырып алды.
– Уй… Беләһегеҙме, нимә… Уй, ҡыҙҙар… Самат минән икенсе бисәгә китә…
Гүзәл менән Зөлфиә ышанмайыраҡ ҡараһа, Рауза апай ҡыҙып китте:
– Был ирҙәр бөтөнләй шашты! Тыйнаҡһыҙ аҙғындар! Гүзәл һымаҡ, күҙ уйнатып, ҡаш һикерткән йәш ҡыҙҙы күрһәләр, бар донъяһын оноталар!
– Ҡуй әле, Рауза, шул Гүзәлгә бәйләнмәсе… – тине, Раузаны аптыратып Луиза Марат ҡыҙы. – Ундай йәшкә, сибәргә китһә, тағы бер хәл әле ул, минең йәштәшемә, бер әбейгә, әүрәгән. Имеш, беренсе мөхәббәте… «Уны күреү менән хис-тойғоларым яңырҙы. Ул шундай наҙлы, йомшаҡ, иркә. Яратам, китәм», – тип, тик тора.
– Уй, апаҡайым, шунан нимә? – Гүзәл түҙемһеҙләнде.
– Үҙ-үҙемде еңеп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем, ни бары, уға ҡарап, мыҫҡыллы ғына йылмайҙым – йәнәһе лә, миңә барыбер. Юлға йөрөтә торған ҙур сумкаһына әйберҙәрен һала башлағас, йүгереп йөрөп кейемдәрен йыйыштым. Уф… Үҙем, ана йығылам, бына йығылам, тип йөрөйөм. Эстән ҡалтыранғанымды һиҙҙертмәйем, тыныс күренергә тырышам. Теге: «Нишләйһең ул?... Нишләйһең ул?...» – тип, аптырап шаҡ ҡатты. Ҡуҙғалмай ҙа. Ә мин ауыҙымды ла асмайым, сумкаһын тултырып бөттөм дә: «Әйҙә, тиҙ бул, әйберҙәрең менән бергә үҙ ҡулына тапшырып китәм. Аҙаҡ кире ҡайтып йөрөмәҫлек булһын, штобы», – тинем. Теге миңә, аҡылдан яҙған кешегә ҡараған кеүек, күҙҙәрен ҡыҫыңҡырай биреп, ҡарап-ҡарап торҙо ла, диванға барып ултырҙы. Мин тултырған кейемдәрен берәмләп сумкаһынан сығара башланы. Шул арала мин фатирҙан сығып һыҙҙым. Такси тоттом да, һеҙҙең яңға елдерҙем. Бына һеҙҙе күргәс кенә илап ебәрҙем…
– Ну үҙеңдә йөрәк… – тиештеләр ҡатындар.
Күҙ йәшенә мансылып, ҡыҙғаныс булып ултырған Луиза апайға Зөлфиә етди тауыш менән өндәште:
– Тәк! Китәме, китмәйме – аныҡ ҡына белмәйһең! Етте! Былай итеп илап ултырыуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Йыйынабыҙ ҙа һеҙгә барабыҙ, унда бөтәһе лә асыҡланыр.
– Эйе шул! Күмәкләшеп кәрәген бирербеҙ! – Иң беренсе Гүзәл һикереп торҙо.
******************
Луиза Марат ҡыҙының ҡараңғы ишек алдына барып тулған ҡатын-ҡыҙ шыш-быш килеште. Хужабикәгә ҡарап, өйҙәме ул теге, тигән кеүегерәк, ымлашып ҡына аралаштылар. Уларҙың ым-ишараһына Луиза апай ҙа яурын баштарын һелкетеп яуап ҡайтарҙы – ҡайҙан белһен ул.
Шул арала кухня ишеген асып, мыҡты кәүҙәһенә Луизаның алъяпҡысын кейгән, ҡулы-башы онланған Самат ағай килеп сыҡты. Ни сығып китергә, ни эскә уҙырға белмәй торған ҡатындарға ҡарап, һаһылдап көлөп ебәрҙе. Рауза апай, ишекте асып, тыш яҡҡа сыға һалды, Зөлфиә, тештәрен ыржайтып, ауыҙ йырҙы, Гүзәл, ҡашын төйөп, танауын ситкә борҙо. Ни бары Луиза апай ғына йөҙөнә хис-тойғо әҫәре сығармай, бағаналай ҡатты.
– О-һо-һо!... Минең балдыҙҙарым-яңғыҙҙарым килгән дә баһа! Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ!... – Самат ағалары, һәр береһен ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйҙө. – Ә мин бына, бөгөн эштән ял итергә булдым әле. Луиза апайығыҙ ҡайтыуға бәлеш бешереп ятҡан булам шунда… Ҡулдарҙы йыуырға һәм кухняға үтергә! Барығыҙ, барығыҙ!
Ҡатындар, бер-береһенә мәғәнәле ҡараш ташлап, шат йылмайышты. Улар, ирҙе оҙаҡ көттөртмәй, өҫтәл артына ултырышты.
Духовканан бәлешен алған ир, ҡатынына ҡашын һикертеп, ишек яғына сығырға ымланы, тегенеһе күрмәмеш булып, арҡаһын ҡуйып торҙо. Ир берсә һыуытҡыс ишегенә, берсә Луизаһына ҡарап, тамаҡ ҡырған булды.
– Был бәлеш шул хәтле туҡлыҡлы: беренсе ҡатында – тауыҡ ите, икенсеһендә – шампиньон, өсөнсөһөндә – картуф. Мин әйтәм, был көйө генә ашҡаҙанға батмаҫ ул, әллә ярҙам итә торған сараһын ҡулланайыҡмы, тип?
– Ә беҙҙеке үҙебеҙҙеке бар! – тип, Гүзәл ҙур төргәктән бер ҡыҙылды, бер аҡты сығарып, өҫтәлгә ултыртты.
Нур бөркөп торған йөҙөнөң кинәт төҫө ҡасҡан ир, ҡашын төйөп, ҡатынына ҡараны. Ҡарашы: «Әһә! Минән ҡотолоуыңды байрам итергә булдыңмы?» – тип әйткәндәй төҫлө.
Һиҙгер Зөлфиә иптәштәренә күҙ ҡыҫты:
– Мин отпускыға сығам, шуға ултырып алырға булдыҡ.
– Ә-ә… Улай икән… – тип, һуҙҙы Самат. – Һин балдыҙ, гел отпуск та отпуск йыуҙыртаһың. Ҡасан кейәүҙе йыуабыҙ әле? Һинең туйыңда бер йөрөргә ине.
– Кемгә ниндәй зыяным тейҙе әле? – Зөлфиә шарҡылдап көлдө.
Теле һөйәкһеҙ булған Гүзәл, уңайын килтереп, Рауза апайҙың семтеүенә ҡарамаҫтан, Зөлфиәнең төшөн һөйләп бирҙе лә, Самат ағаһынан:
– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – тип, һорап ҡуйҙы.
– Бик һәйбәт төш… Парлы әйбер килешә ул… Мин әйтте тиерһең –кейәүгә сығасаҡһың.
– Беҙ ҙә шулай тип әйттек бит…
Ирҙең, балдыҙҙарым, тип йөрөткән ҡатындарға: «Бер ай элегерәк мин дә шулайыраҡ төш күрҙем бит. Төшөмдә ҡойоп яуған ямғыр аҫтында китеп барам, тирә-яҡта – ҡуйы томан, аяҡ аҫтында – шыйыҡ батҡаҡ. Алда бер ни ҙә күренмәй. Ботинкамдың береһе батҡаҡ эсендә һурылып ҡалған ыңғайға һыңар аяғым менән бысраҡҡа баҫтым. Әйләнеп, ботинкама ҡарап торҙом-торҙом да, кейеп алдым» – тип һөйләргә теле ҡысый, әммә теш ҡыҫа. Ярамай! Улар алдында ундай нәмә тураһында һөйләмәү хәйерлерәк булыр. Луиза үҙе өндәшмәһә, ул да онотор, бер нимә лә булмағандай йәшәп тик ятыр. Ә теге ҡатынға, йәшлек мөхәббәтенә: «Ни бары йәшлекте генә һағыныу булған икән. Яңылышҡанмын, ғәфү ит. Ике сәскәләй ейәнсәрҙәремде бер кемгә лә алмаштырмайым…» – тип, әйтергә кәрәк.
Самат, күҙҙәрендә тәҙрә аша төшкән ҡояш нурының ялтырауыҡтарын уйнатып, аяҡ-үрә баҫты:
– Балдыҙҙарым-яңғыҙҙарым, һеҙҙең өсөн тост әйтергә рөхсәт итегеҙ…
Ә Зөлфиәнең күңелен йәнләндереп, дәртләндереп, бар ғаләмдә ҡайнап торған тормош үҙе арбаны… Күңеле, әллә ҡайҙа боҫоп ятҡан өркәк хыялын эҙләп табып, ялынан электерә һалып өҫтөнә атланып алырға теләгәндәй, бейек-бейек йорттар араһынан сапты ла сапты. Берсә ул кешеләр ағымы араһында юғалды, берсә ул автомобиль ағымы менән ярышты. Ниндәйҙер мәлдә, күшеккән бесәй балаһылай, бер мөйөшкә һырынған килеш ҡалтыранып торҙо ла, туп шикелле, бар көсөнә күккә атылды. Һәм шул ыңғайҙан: «Донъя ниндәй матур! Йәшәйһе лә йәшәйһе икән! Ғүмер генә, һаулыҡ ҡына булһын!» – тип, шатлығынан ҡысҡырып ебәрерҙәй булды.
Фото: интернет
Читайте нас: