Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 20:22

Был көндә өҫтәмә автобус маршруттары булдырыласаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам көнө республикалағы эпидимеологик хәлгә бәйле 2 майҙан 6 июнгә күсерелгәйне. Ә был көн Троицк ата - әсәләр байрамы менән тура килә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам көнө республикалағы эпидимеологик хәлгә бәйле 2 майҙан 6 июнгә күсерелгәйне. Ә был көн Троицк ата - әсәләр байрамы менән тура килә.
Ишембайҙа өҫтәмә автобус маршруттары Көньяҡ (13- сө километр), Үҙәк православие (2 - се километр), Яңы Төньяҡ (Богдановка) һәм Төньяҡ (Көҫәпҡол) зыяраттарына тиклем ойоштороласаҡ. Күмәк кеше тупланыуҙы алдан хәстәрләп, урындар таҙартылып ҡуйылған.
Йәмәғәт транспорты хәрәкәте Ишембай автовокзалынан иртәнге 8 - ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем башҡарыласаҡ.
Иғтибарлы булығыҙ, автобусҡа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын (битлек менән бирсәткә кейгәндә) үтәгәндә генә ултырырға рөхсәт ителә. " Бәйләнештә " социаль селтәрендә "Ишембай - Стәрлетамаҡ йәмәғәт транспорты" төркөмө хәбәр итеүенсә, билет хаҡтары, маршрутҡа ҡарап, 25 һумдан 55 - кә тиклем барып баҫа.
Юл хаҡын автобус водителенә түләргә була, шул уҡ ваҡытта банк һәм "Алға" берҙәм транспорт карталарын ҡулланыу ҙа ҡаралған.
Борсоған һорауҙар менән 8 - 937 - 850 46 89 телефонына мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: