Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2020, 23:32

Ишембайҙың Ленин майҙанын ниҙәр көтә?

Былтыр Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанды яңыртыу проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне.

Былтыр Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанды яңыртыу проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне.
Атап әйткәндә, ул майҙанда концерттар өсөн амфитеатр һәм нефтте сағылдырған фонтан асыуҙы күҙаллай. Ә ҡала символы – барыһына ла билдәле “вышка-әбей” – балалар майҙансығының төп элементы буласаҡ. Эштең дөйөм хаҡы – 119 миллион һум, шуның 85 миллион һумы – федераль грант аҡсаһы.
Радий Хәбиров майҙанды реконструкциялау барышы менән танышты.
"Быйыл конкурста йәнә ҡатнашабыҙ, 11 ғариза бирәбеҙ. Ошо рәүешле әкренләп бәләкәй ҡалаларҙағы скверҙарҙы, парктарҙы, йәмәғәт киңлектәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ. Был – уларға ХХI быуат ҡалаһына әүерелеү өсөн ҙур мөмкинлек", – тине республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: