Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2020, 20:59

КОЗЕЛ (юмореска)

Кәзәмә ултырып, эш буйынса, район үҙәгенә елдерәм. Матайым иҫке булһа ла, төҙөк, номеры бар, документтарым тәртиптә, шлем кейгәнмен. Ҡыҫҡаһы, юл инспекторҙары бәйләнерлек бер генә лә сәбәп юҡ кеүек...

Кәзәмә ултырып, эш буйынса, район үҙәгенә елдерәм. Матайым иҫке булһа ла, төҙөк, номеры бар, документтарым тәртиптә, шлем кейгәнмен. Ҡыҫҡаһы, юл инспекторҙары бәйләнерлек бер генә лә сәбәп юҡ кеүек...
Уларҙы иҫләүем булды, торалар бит юл сатында. Юл ҡағиҙәләрен боҙмаһам да, туҡтаттылар. Йәш кенә лейтенант матайымды ике-өс тапҡыр әйләнеп сыҡты. Үҙе документтарымды тикшерә, үҙе ауыҙыма инеп килә, йәнәһе, эсмәгәнменме, араҡы еҫе килмәйме? Ахырҙа:
- Был ниндәй дрәндүлит тағы, абзый? - тип һорарға ҡыйҙы.
- Дрәндүлит түгел - "Козел".
- Нимм-ә-ә-ә?! - лейтенант ағарынып китте, - күрһәтәм мин һиңә хәҙер козелды! - аңғармай ҙа ҡалдым, ул, таяғын минең боғаҙға килтереп терәне. Тыным ҡыҫылып, сәсәйем тип торам. Машиналарында ултырған иптәше күрмәһен типме, аҫтыртын ғына, йоҙроғо менән эсемә тондорҙо... Кәкерәйеп төшкәйнем, ҡулдарымды һындыра яҙғансы артҡа ҡайырып, наручник кейҙереп тә ҡуйҙы. Күҙҙәремдән хатта йәштәр атылып сыҡты...
"Козел" - ул, матайым, тип аңлатырға ла ирек бирмәй. Ярай әле теге иптәше уны саҡырып алды. Юғиһә, оҙаҡламай, кәзәм янына һуҙып һала ине.
Тиҙ генә ҡуҙғалғайнылар, машина ҡабат туҡтаны. Лейтенант, ҡәһәрең, тағы минең яҡҡа ыңғайланы. Инде нимә эшләргә теләй икән был тип, күҙҙәремде йомдом.
- Бәхетең, ашығыс саҡырыу килде, абзый! - тине лә, онотҡан наручниктарын сисеп алып, сиреналарын ҡабыҙып, шәп тиҙлектә китеп барҙылар.
- Козз-е-ел! - йәнем көйөп матайымдың тәгәрмәсенә типтем. Былай тип кемгә төбәп өндәшеүем хәҙер мөһим түгел ине...
Фото: интернет
Читайте нас: