Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 23:52

Уразбайға ла килде зәңгәр яғыулыҡ

Бөгөнгө ваҡиғаны уразбайҙар ике тиҫтә йыл көттө тиһәң дә була, ниһайәт, тәүге йорт газға тоташтырылды.

Бөгөнгө ваҡиғаны уразбайҙар ике тиҫтә йыл көттө тиһәң дә була, ниһайәт, тәүге йорт газға тоташтырылды.
Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов белдереүенсә, газ торбалары ауылдың бөтә урамдарына ла һуҙылған. Бөгөнгө көндә 30 йорт зәңгәр яғыулыҡты тоташтырыуға әҙер - проектар эшләнгән, өй эсендә монтаж эштәре үткәрелгән. Бынан тыш, 50 - нән ашыу йорт газ тоташтырыуға документ әҙерләү эштәре менән мәшғүл. Әйтергә кәрәк, Уразбайҙа 19 йорт газ үткәреү сертификатын ҡулланыу хоҡуғына эйә.
Фото: автор
Читайте нас: