Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 16:44

Балалар алдында оят булмаһын

Баланы һүҙ менән түгел, эш менән, үҙ өлгөңдә тәрбиәлә тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Хеҙмәттәшебеҙ, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире, Әрмет ауылында тыуып үҫкән Рәмил Мансуровтың ял көнө социаль селтәргә һалған фотолары ошо хаҡта тағы бер уйландырҙы.

Баланы һүҙ менән түгел, эш менән, үҙ өлгөңдә тәрбиәлә тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Хеҙмәттәшебеҙ, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире, Әрмет ауылында тыуып үҫкән Рәмил Мансуровтың ял көнө социаль селтәргә һалған фотолары ошо хаҡта тағы бер уйландырҙы.
Рәмил ул хәтлем нимә ҡылған һуң тиһегеҙме? Артыҡ бер нәмә лә түгел. Стәрлетамаҡтан ауылына ялға ҡайтҡан арала улы Айбулат, ҡыҙы Раушания менән Әрмет йылғаһының сүп-сар тығылып торған бер урынын таҙартҡан. Шул ғына. Әммә ошо бәләкәс кенә балаларҙың атай өлгөһөндә дәртләнеп тырышыуы үҙе ни тора! Сәғәт тигәндә тиҫтәгә яҡын ҙур сүп-сар тоғо бутылкаларҙың төрлөһө, йылдар буйы серемәй торған башҡа сүп-сар менән тулған. Өлкәндәрҙең зитына тейергә тейеш тә бит. Остоҡ ҡына ҡына балалар артыңдан йыйыштыра... Хәйер, ғәҙәти күренеш был. Ауыл ерендә мәктәп менән өмәләргә сығып, урман-ҡырҙарҙы сүпсарҙан таҙартыу күп ваҡыт уҡыусы балалар, йәш ирекмәндәр иңенә ята.
- Әрмет – ҙур йылға түгел, әммә яҙғы ташҡын мәлендә ауылыбыҙҙы буйлап аҡҡан арала ғына яр буйҙарынан күпме пластик шешә килтереп өйгән! Ҡороған ағастарҙан барлыҡҡа килгән тәбиғи “дамбаға” килеп тығылғандар, ҡарап тороуы ҡурҡыныс. Бер бәләкәй генә йылғалағы ошондай күренеш, ә башҡа ерҙә хәлдәр һуң? Балалар менән йылға буйына төшкәндә битараф ҡына үтеп китә алманыҡ. Эшебеҙҙе Әрмет ауыл Советы депутаты, ҡатынымдың һеңлеһе Фаягөл Гәрәева ла
ҡеүәтләне. Бергәләп тырыштыҡ, - тип уртаҡлашты Рәмил.
Балаларға изге ғәмәлдәрҙе күп ваҡыт аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Улар беҙгә ҡарағанда таҙараҡ, тәбиғәткә яҡыныраҡ. Айбулат менән Раушания ла эштәренән күңеле булып, ғүмерлек тәрбиә алған. Хәҙер сылтырап аҡҡан Әрметтәрен генә түгел, башҡа ерҙе лә бысратырға бирмәҫтәр. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Арҡыры ятҡанды буй һала белмәгән быуынды ла, миһырбанлы, булдыҡлыһын да үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ.
Фото: Рәмил Мансуровтың архивынан.
Читайте нас: