Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2020, 14:47

КҮРШЕ-КҮЛӘН ҺӨЙӨНӘ

Быйыл йәй Ишембайҙың 6 ихатаһы яңырасаҡ. Былай тип әйтергә нигеҙ бар – “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса билдәләнгән йөкләмәләргә квартал эсендәге юлдарҙы ремонтлау, резина япмалы уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, парковка урындарын булдырыу, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу һәм тағы бик күп эштәр инә.

Быйыл йәй Ишембайҙың 6 ихатаһы яңырасаҡ. Былай тип әйтергә нигеҙ бар – “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса билдәләнгән йөкләмәләргә квартал эсендәге юлдарҙы ремонтлау, резина япмалы уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, парковка урындарын булдырыу, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу һәм тағы бик күп эштәр инә.
Йәмәғәт комиссияһы ҡарарына ярашлы, республикала икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырылған программаға быйыл ҡалала Йәшел урамындағы 5-се йорт, Губкин урамындағы 44-се һәм 46-сы, Гагарин урамында 11-се һәм 13-сө, Йәштәр урамында 2-се, 2А, 4-се һәм 6-сы йорттар, Стахановсылар урамында 10-сы һәм 12-се, Ленин проспектында 2-се һәм 4-се йорттар территориялары ингән. Конкурс процедуралары барышында экономияланған саралар был исемлеккә тағы бер адресты өҫтәү мөмкинлеге биргән –Губкин урамындағы 45-се йорт ихатаһында ла күләмле ремонт эштәре үтәсәк. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы быйыл ремонт эштәренә талаптарҙы тағы ла көсәйтте – эшләгәс уны яҡшы итеп һәм халыҡ уңайлыҡтар артыуын ысындан да тойорлоҡ итеп эшләргә кәрәк. Парковка урындарын арттырыу, уйын майҙансыҡтарын да заманса япмалы итеү, барлыҡ эштәрҙән һуң территорияны йәшелләндереү ошо өҫтәмә талаптар рәтендә.
Был һәр ихатаға китәсәк сығымдарҙың бермә-бер артыуын аңлата. Шуға ла программаға үтеүгә дәғүә иткән 10 ихатанан быйылға бишеһен ҡалдырып торорға тура килә.
“Башҡорт ихаталары” программаһы шарттарына ярашлы, төп саралар - аҡсаларҙың 94 проценты республика бюджетынан бүленә. Муниципаль ҡаҙнанан 5 процент булһа, йорттарҙа йәшәүселәр иңенә барлығы 1 процент тура килә. Шулай итеп, 2020 йылда һанап кителгән Ишембай ихаталарын реконструкциялау һәм төҙөкләндереүгә бөтәһе 58,8 миллион һум сарыф ителәсәк. Шуға иғтибар итергә кәрәк, барлыҡ ихаталарҙа ла ремонт эштәре бер төрлө, бер күләмдә түгел. Балалар күмәк булған һәм башлыса йәш ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа, мәҫәлән, Йәштәр һәм Гагарин урамында балалар майҙансығынан тыш спорт һәм күнекмәләр майҙансығы ла эшләнәсәк. Йәшел урамында һәм Ленин проспектындағы әйтелгән йорттар тирәһендә тротуарҙарға ғына түгел, ихатаға инеү юлдарына ла яңы асфальт түшәләсәк.
Фото: автор
Читайте нас: