Йыл һайын илдә майҙың һуңғы йәкшәмбеһендә Химиктар көнө билдәләнә. Ә беҙҙең ҡалала химиктар үҙәге ҡайҙа һуң? Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа продукцияһы менән донъя баҙарына ҡыйыу сыҡҡан “Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен тап ошолай атарға булалыр. Һөнәри байрамдары форсаты менән заводтың ғилми-тикшереү үҙәгендә булырға тура килде.
Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы – илебеҙҙәге сорбенттар һәм катализаторҙар етештереү буйынса эре предприятиеларҙың береһе. Һуңғ йылдарҙа завод күп кенә үҙгәрештәр кисерҙе. Иҡтисади көрсөк йылдарында ла производствоны һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә киңәйтеүгә өлгәшеүе предприятие етәкселеге һайлаған юлдың һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләй. Бында 2014 йылда уҡ бөртөклө крекинг катализаторҙарын етештереүҙе яйға һалалар. Продукцияның юғары сифаты Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарында ҡайһы бер катализатор төрҙәре буйынса тулыһынса тиерлек сит ил аналогтарын ҡулланыуҙан баш тартыу мөмкинлеге бирҙе. Предприятиеның ғилми-тикшереү үҙәге начальнигы Гөлназ Гәрәева беҙгә хеҙмәттәштәре – йәш химиктар командаһы хаҡында ихлас һөйләп үтте.
- Коллективта 45 кеше эшләй. Белемле, үҙ эшен яратҡан белгестәр тупланған. Бөтә Рәсәй кәңәшмәләрендә даими ҡатнашабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Үҙәк төрлө заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һөнәре буйынса үҫергә теләгән йәштәргә юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң беҙҙең ише эре сәнәғәт предприятиеларына ҡыйыу килергә кәрәк, - ти Гөлназ Фәнил ҡыҙы.
6-сы разрядлы химик анализдар лаборанты Гүзәл Вәлиәхмәтова предприятиела дүртенсе йыл эшләй. Мәктәптә уҡығанда уҡ химия дәресенә ғашиҡ ҡыҙ бөгөн килеп һөнәрен дөрөҫ һайлауы тураһында әйтә ала.
- Төрлө фәнни проекттарҙа ҡатнашып килдем, дипломдар менән бүләкләндем. Был йүнәлеш буйынса юғары белем алғас, башҡа өлкәләр хаҡында хыялланманым да. Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы - тәүге хеҙмәт урыным һәм бик оҙаҡҡа тип ышанам. Беҙ катализаторҙарҙың химик составын тикшереү менән шөғөлләнәбеҙ. Иртән эшкә килгәс, төн эсендә ниндәй анализдар башҡарылғанын ҡарайым. Артабан пробалар алам һәм анализ эшләйем, һөҙөмтәләр цехтарға китә. Һәр һөнәрҙең үҙ ҡатмарлылығы, эшкә күңелең ятһа, улар бер ҙә ҡурҡытмай, - ти Гүзәл Илдус ҡыҙы.
Завод коллективы катализаторҙарҙың сифатын һәм һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек биргән яңы өҫтәмәләр сығарыу өҫтөндә тырыша. Яңы ҡорамалдар һатып алыу лаборатория комплексының алдынғы предприятиелар менән конкурентлығын арттыра. Әлбиттә, заманса ҡорамалдарҙа эшләү, алтын менән яҙылған дипломдар яулау өсөн белемле, сәмле йәштәр, уларға эш башлағанда таяныс булырҙай остаздар булыуы кәрәк. Хәҙер инде күп йылдар Александр Бодрый етәкләгән сәнәғәт предприятиеһы тап ошоноң менән ғорурлана ала. Көслө коллектив, аҡыллы етәксе - һәр эштең уңыш нигеҙе.