Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 13:48

Ҡан баҫымын төшөрәм тиһәгеҙ...

Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар.

Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар. Топинамбурҙан яһалған төнәтмә ҡан баҫымын түбәнәйтә, ҡандағы шәкәрҙе төшөрә, гемоглобинды күтәрә, бауыр өсөн дә бик файҙалы. Шулай уҡ уны һейҙек һәм үт ҡыуығында таш, инфаркт булғанда, яман шеш ауырыуын профилактикалау маҡсатында ҡулланалар.
Топинамбурҙа кеше организмы яҡшы үҙләштерә торған үҫемлек инсулины бар. Был уның төп дауалау сифаты.
Бер аш ҡалағы ваҡланған топинамбурға бер стакан ҡайнар һыу һалып, бер аҙ ҡайнатырға һәм һөҙөргә көрәк. Көнөнә өс тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн эсергә.
Дауалауҙы ике аҙна дауам итергә мөмкин.
Фото: интернет
Читайте нас: