26 май – Рәсәй эшҡыуарлығы көнө
Эшҡыуарлыҡ эшенә тотонған һәр кемдең үҙ тарихы. Әммә был өлкәлә тырышыусы замандаштарыбыҙға ҡыйыулыҡ, сәмле, егәрле холоҡ хас. Ҡалалағы “Мясные радости” магазиндары аша күптәргә яҡшы таныш йәш эшҡыуар Айгөл Ваһапова ла һөнәре буйынса юрист, баш ҡалала “матур урында” эшләү генә ҡәнәғәтләндерә алмай тынғыһыҙ ҡыҙҙы. Эшеңдең һөҙөмтәһен шунда уҡ күреү, гел хәрәкәттә булыу теләге уға ире Илгиз менән үҙ эшен асыуға этәргес бирә лә инде.
- Әлбиттә, бер үҙем был эшкә тотонорға батырсылыҡ итмәҫ инем. Илгиз менән ниәттәребеҙ уртаҡ булыуы, бер-беребеҙгә таяна алыу һөҙөмтәһе был. 2011 йылда мәшғүллек үҙәгенә баҫып, эшҡыуарлыҡ эшен башлап ебәреүгә “Стартап” программаһы буйынса ҙур булмаһа ла ярҙам алдым. Ул сәнәғәт һыуытҡысына етте. Уйланмай тотонған эш түгел. Атайым Айҙар Әмир улы ла малсылыҡ менән шөғөлләнә. Тулы циклды булдырыу, халыҡҡа иттән төрлөһөн әҙерләп тәҡдим итеү теләгебеҙ бизнес-проект нигеҙенә ятты. Хәҙер килеп, үҫтергәнде эшкәртеүгә тотоноп хаталанмағанбыҙ, тип әйтә алам, - ти Яр-Бишҡаҙаҡтағы цехы менән ҡалалағы ике магазины араһын бер иткән өлгөр эшҡыуар. Ғаиләгә дәрт өҫтәп, улдары ла үҫеп килә. Бөгөн Ваһаповтар 15 кешене эш урынлы иткән, аяғында ныҡ баҫып торған “ит йорто” хужалары.
Был эшмәкәрлектә аш-һыуға оҫталыҡ та, тәбиғәттән бирелгән талапсанлыҡ та кәрәк.
- Цехҡа яңы хеҙмәткәр алғайныҡ, котлеттарға тотонор алдынан үҙем күрһәтеп, аңлатым торам, шунда эшсем “Икмәк һалмайһығыҙмы ни?” тип аптыраны. Һәр ризыҡтың тәме өйҙә үҙең әҙерләгән кеүек булһын тип тырышабыҙ. Илгиз менән көн дә иртәнге сәғәт алтынан беҙ цехта. Эшҡыуарлыҡ эшен башларға теләгән күптәр, иң башта нимәгә әҙер булырға кәрәк, тип һорай. Ялһыҙбайрамһыҙ эшләүгә тибеҙ, әммә эшеңде яратһаң - һөҙөмтәһе һәр саҡ була, - Айгөлдөң был һүҙҙәре күптәрҙе сәмләндерер.
Ит, фарштың төрлөһө, үҙҙәре етештергән купаттар, колбасалар, билмән, манты, чебурек... Ваһаповтарҙың экологик таҙа иттән әҙерләнгән юғары сифатлы ярымфабрикаттары хәҙер күптәребеҙҙең тормошон еңеләйтә. Яҡын киләсәккә билдәләгән маҡсаттары ла ҡулдарынан килерлек - цехтарын ҙурайтып, колбасаларҙың төрлөһөн етештереүгә тотоноу, продукциялары менән республика райондарына тағы ла ҡыйыуыраҡ сығыу ниәте менән тырышалар. Һөнәри байрам көнөндә Ваһаповтар
иң тәүҙә хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен юллай. Күптәре улар менән эш башлағандан бирле бергә. Иң ҙур шатлыҡтары, әлбиттә, һатып алыусыларының шылтыратып рәхмәт әйтеүе. Тырыштарға уңыш үҙе юлдаш тиҙәр, Ваһаповтар өлгөһөндә лә тап ошоно күрәбеҙ.
Фотола: “Беҙгә бер һуғылғандар ҡабат-ҡабат килә!” - ти һатыусылар Земфира Дәүләтҡолова һәм Зилә Гамерова. Ишембайҙың Совет урамында 27-се һәм Губкин урамы 8-се йорт адрестары буйынса ит магазинында һыйлы өҫтәл өсөн бар нәмәне алып була.