Календарҙа ниндәй генә көндәр, байрамдар юҡ! Мәҫәлән, 26 майҙа Ялан аяҡ йөрөү көнө билдәләнгән икән.
Әммә был файҙалы шөғөлдө бер көн менән генә сикләү һис тә дөрөҫ булмаясаҡ, уны мөмкин тиклем даими иткән кешеләр ялан аяҡ йөрөүҙең файҙаһын үҙ миҫалында татып белә.
Кешенең табанында бик күп әүҙем нөктәләр урынлашҡан, шуға күрә ялан аяҡ йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта, аяҡ мускулдарын нығыта, арыуҙы кәметә, табандағы әлеге нөктәләр аша эске органдар эшмәкәрлегенә лә ыңғай тәьҫир итә. Өҫтәүенә был шөғөл сынығыу һәм һалҡын тейеү, тымаулау кеүек сирҙәрҙән арыныу сараһы ла булып хеҙмәт итә ала.
Ялан аяҡ йөрөү кәйефте күтәрә, иммунитетты нығыта, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә, ти белгестәр. Уның файҙаһы һалҡын һыу менән ҡойоноу йәки йүгереүгә тиң.
Был шөғөлдө айырыуса йәй айҙарында ныҡлап үҙләштерергә мөмкин. Бигерәк тә иртәнге ысыҡта йөрөүҙең шифаһы ҙур. Ул һаулыҡты нығытып ҡына ҡалмай, аяҡты тирләүҙән, бәшмәк ауырыуҙарынан да арындыра ала. Әлеге шөғөлгә һис икеләнмәйенсә балаларҙы ла йәлеп итергә, яйлап өйрәтергә мөмкин.
Йәй дауамында мөмкин тиклем ялан аяҡ йөрөп, табаның менән ерҙең көсөн, йылыһын тойорға, сәләмәтлегегеҙҙе нығытырға тырышығыҙ!