Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 16:16

Май әремен йыйып ҡалығыҙ

Дарыу өсөн әремде сәскә атмаҫ элек, сәскәһе менән бергә йәки көпшә сығармаҫ элек йыйырға кәрәк. Әрем бик ҡеүәтле, хуш еҫле үлән. Әммә тәме бик әсе.

Дарыу өсөн әремде сәскә атмаҫ элек, сәскәһе менән бергә йәки көпшә сығармаҫ элек йыйырға кәрәк. Әрем бик ҡеүәтле, хуш еҫле үлән. Әммә тәме бик әсе.
Әремдең дарыу булараҡ ҡулланылышы боронғо замандан билдәле. Ул ҡаҡырыҡты сығара, йүткертә, матдәләр алмашыуын көйләй, майҙарҙы яндыра, ябығырға булышлыҡ итә. Эстәге ҡорттарҙы юҡ итеүҙә һәм күрем килмәгәндә ғәжәп файҙалы үлән.
Йәш әремдең һыуын һығып та һәм кипкәнен ыуып та ҡулланалар. Әгәр кипкәнен сәй кеүек бешереп эсһәң, шулай уҡ яҡшы. Бер шешә араҡыға бер ус әрем япрағы һалып төнәтәләр, тамам әрем тәме юғалып бөткәс ҡулланалар. Ашҡаҙаны ауыртһа һәм аппетит юғалһа, ошо төнәтмәне ашар алдынан яртышар сынаяҡ эсәләр.
Алдан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: интернет
Читайте нас: