Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 23:21

Кесерткән йыйҙығыҙмы әле?

Йәш кесерткәнде файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ, әлеге ваҡытта ул күпкә файҙалыраҡ.

Йәш кесерткәнде файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ, әлеге ваҡытта ул күпкә файҙалыраҡ.
Кесерткән аскорбин кислотаһына, каротинға бай. Бынан тыш, унда К, Е һәм В витаминдары, магний, баҡыр, кальций кеүек микроэлементтар бар. Кесерткән организмға бактерияларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, иммунитетты нығыта, ҡан тамырҙарын таҙарта, аппетитты аса. К витамины күп булғанлыҡтан, ул ҡан китеүҙе туҡтата. Составындағы А витамины бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Шәкәр ауырыуы булғанда, кесерткән төнәтмәһе шәкәр күләмен кәметә, холестеринды сығара.
40 грамм кесерткәнде ваҡлап турап, ярты литр һыуға һалып ҡайнатығыҙ. Ашарға бер нисә сәғәт ҡалғас, бер-ике сәй ҡалағы эсеп ҡуйығыҙ. Һепертке өсөн кесерткәнде май аҙаҡтарында - июнь башында йыйып ҡалығыҙ. Ул бигерәк тә быуындары һыҙлаған кешеләргә кәңәш ителә. Ҡан йөрөшөн тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Дауаланыу алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: Myteapro.ru
Самат Ғәлин
Читайте нас: