Пандемияға бәйле һаҡланыу саралары күп тармаҡтарҙың эшен ваҡытлыса туҡтатҡан хәлдә лә, республикала социаль объекттар ремонты, төҙөлөшө дауам итте. Әлеге көндә ҡалала Седов тыҡрығы 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһы филиалынын капиталь ремонтлау ҙа ошо эштәр рәтендә.
Әлбиттә, ремонт эштәрен дауам итеү подрядсы ойошмаларҙан өҫтәмә яуаплылыҡ, хәүефһеҙ эш шарттары тәьмин итеүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырыуҙы талап итте. Быға тиклем бинала демонтаж эштәре башҡарылып, ҡыйыҡ, иҙән, инженер селтәрҙәре, тәҙрәләр, һәм ишектәр яңыртылғайны. Әйтергә кәрәк, дауаханала бөтә кабинеттарҙа үҙ тәғәйенләнешен элеккесә һаҡлап ҡала. Шул уҡ ваҡытта реконструкция сиктәрендә яңы кабинеттар – ультратауыш тикшереү, стоматология, әсә менән бала, уйын бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк. Бер урында, уңайлы шарттарҙа алып булған медицина хеҙмәттәре артасаҡ, тимәк. Подрядсы ойошма дауахана территорияһында төҙөкләндерә – бында яңы асфальт түшәү һәм парковканы йыһазландырыу планлаштырылған. Ремонт барышында «Ҡулайлы мөхит» маҡсатлы программаһы талаптары үтәлешенә лә ҙур иғтибар бирелә. Ә был сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың поликлиника бинаһына бер ҡыйынлыҡһыҙ инә аласағын аңлата.
- Балалар өсөн эшләгәнде аңлайбыҙ, бүлмәләр яҡты, йылы буласаҡ, - ти әлеге көндә фасадты йылытыу, бина эсендә санитар бүлмәләрҙә плитка һалыу, буяу-ағартыу эшен алып барыусы эшселәр. Тоҙ шахтаһын да тулыһынса яңыртыу ҡаралған. Уның стеналарын һәм түшәмен йөҙләү өсөн тоҙ плиткалары һатып алынасаҡ.
Барлыҡ эштәрҙе октябрь айына тамамлау күҙаллана.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.