Был кеүәҫте әҙерләүе бик еңел генә. Ул тотош организмға яҡшы тәьҫир итә, таҙарта. Остеохондроз, быуындар һыҙлауы менән яфаланған кешеләргә айырыуса файҙалы.
-4 аш ҡалағы дөгө;
-3 аш ҡалағы шәкәр;
-1 аш ҡалағы йөҙөм.
4 ҡалаҡ дөгөнө (диңгеҙ дөгөһө яҡшыраҡ) ныҡлап йыуырға һәм уға 1 литр һыу ҡойорға. 3 аш ҡалағы шәкәр һәм ярты ҡалаҡ йөҙөм өҫтәйбеҙ. Кеүәҫ 4 көн буйы әсергә тейеш.
Әсегәс, шыйыҡ өлөшөн һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Һөҙөндөһөн артабанғы кеүәҫкә файҙаланырға мөмкин. Тик һәр осраҡта уға 2 аш ҡалағы дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр һәм ярты ҡалаҡ йөҙөм өҫтәргә кәрәк була.
Бындай кеүәҫте кәмендә 5 аҙна эсергә кәңәш ителә. Яртышар стакан кеүәҫте еөнөн өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә кәрәк.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк).