Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 14:33

Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр

Ҡыярҙар тишелеп сығып, 3-4 япраҡҡа еткәс, уларҙы түбәндәге состав менән эшкәртергә кәрәк.

Ҡыярҙар тишелеп сығып, 3-4 япраҡҡа еткәс, уларҙы түбәндәге состав менән эшкәртергә кәрәк.

1. Бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 г кер һабыны һәм 1 литр һөт ҡушып болғатабыҙ. Ошо эретмәне ҡыярҙарға һәр ун көн һайын бөркөргә була.

2. Кистән бер икмәкте бер биҙрә һыуға һалып ҡалдырабыҙ. Иртән уны ҡул менән иҙеп, бер флакон йод ҡушабыҙ.

Әлеге шыйыҡсаны бер биҙрә һыуға 1 литр күләмендә ҡушып, ҡыярҙарға һибәбеҙ. Ҡалғанын һалкынса урында һаҡлайбыҙ. Ошо ашлама менән ҡыярҙы һәр ике аҙна һайын көҙгә ҡәҙәр ашлаһағыҙ, ҡыярҙың япраҡтары көймәй, һарғаймай, уңышын оҙак бирә.

3. Ҡыярҙың һәм боростоң уңыш биреүен ҡабаттан яңыртып ебәреү өсөн, 1 биҙрә һыуға 2 литр эремсек һыуы (һары һыу ҙа тиҙәр) һәм 150 г шәкәр ҡомо ҡушып һибергә була.

4. 700 г банкалағы һуған ҡабығын 10 литр һыуға һалып, ҡайнатып сығарабыҙ ҙа, уттан алып, 12-14 сәғәт төнәтәбеҙ (өҫтөн ҡапҡас менән ҡапларға кәрәк). Аҙаҡ һөҙөп, һуған ҡабығын һығабыҙ. 1 литр ошо төнәтмәне 4 литр һыуға ҡушып, ҡыяр өҫтөнә һәм тупракаҡҡа һибәбеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: