Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 01:43

Икең бер бөтөн булғанда

Бер-береһенең һүҙенән сыҡмай ғүмер иткән, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйыу менән бергә, эшем, һөнәрем тип йән атҡан парҙарҙы тормошҡа ҡараштарының уртаҡ булыуы берләштерә. Бындай күренеште һәр ғаиләлә лә күрмәҫһең. Ә бына Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Гөлүзә менән Илдар Фәтҡуллиндарҙың ғаилә нигеҙе тәү сиратта ошо сифаттарға ҡоролған.

Бер-береһенең һүҙенән сыҡмай ғүмер иткән, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйыу менән бергә, эшем, һөнәрем тип йән атҡан парҙарҙы тормошҡа ҡараштарының уртаҡ булыуы берләштерә. Бындай күренеште һәр ғаиләлә лә күрмәҫһең. Ә бына Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Гөлүзә менән Илдар Фәтҡуллиндарҙың ғаилә нигеҙе тәү сиратта ошо сифаттарға ҡоролған.
Өйләнешеп, бергә донъя көтөүҙәренә утыҙ йыл ваҡыт та үтеп киткән. Ә бит уларҙы осраштырған көн кисә генә булған һымаҡ.
Гөлүзә – Ҡыҙыл Октябрь ауылы ҡыҙы. Салауат медицина училищеһын тамамлап, Ишембай үҙәк район дауаханаһының гинекология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән сағында икенсе яртыһын осрата - йәштәрҙе Илдарҙың апаһы таныштыра. Шул ваҡыттан әлегәсә, 32 йыл ошо бүлектә арымай-талмай хеҙмәт итә Гөлүзә Әбүбәкир ҡыҙы.“Эшемде яратам, коллективым һәйбәт. Бала табыу берекмәһенең профсоюз ойошмаһы рәйесе бурысын да байтаҡ йылдар күңел һалып башҡарам”, - ти ул. Бихисап маҡтау грамоталары, “Медсестра” түш билдәһенә лайыҡ булыуы ла уның һөнәр оҫталығын сағылдыра.
Һөнәр һайлағанда атаһының кәңәшенә ҡолаҡ һала Гөлүзә һәм һис кенә лә яңғылышмай.
- Атайым ике һуғыш үткән – тәүҙә фин һуғышында, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Инвалид ине, һаулығы булмағас, минең медицина юлын һайлауымды теләне. Әле училищела уҡығанда уҡ уны дауалай торғайным. “Ҡыҙым, һин минең ғүмеремде оҙайттың”, тиеп, был донъянан киткәнсе атайым рәхмәттәр уҡыны. Әсәйемә лә ярҙам итә алдым, - тип яҡындарын йылы хәтирәләр менән иҫләп алды әңгәмәсем.
Ғаиләлә ун беренсе (!) бала булып донъяға килгән ҡыҙҙы ағайҙары мотоциклда йөрөргә лә, машинаға идара итергә лә өйрәтә. Хәҙер инде руль артында ҙур тәжрибәһе булған водитель дә Гөлүзә.
Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигән халыҡ әйтеме Фәтҡуллиндарға тура килеп тора, уйҙары ла, тормошҡа ҡараштары ла яҡын уларҙың. Илдар Рәшит улының да эше үтә яуаплы - “Витязь” машиналар эшләү компанияһында инструменталь производство бүлеге начальнигы. Ысын мәғәнәһендә ошо предприятиела үҫкән, һөнәр алдынғыһы булып нығынған. 1980 йылда заводта токарь уҡыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт авиация-техник университетының Ишембай филиалын тамамлай. Әрме сафтарында ла хеҙмәт итеп өлгөрә. “Эшемде, хеҙмәттәштәремде оҡшаттым, шуға заводтан китеүҙе бер ҙә уйламаным” , - ти 40 йылға яҡын ғүмер эсендә предприятиеның төрлө осорон күргән, бөгөнгө ҡеүәте менән ғорурлана алған замандашыбыҙ. Төрлө кимәлдә яулаған почет грамоталары - намыҫлы хеҙмәте йылъяҙмаһы. Үткән йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ерендә ойошторолған Торатау йыйынында уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем тапшырыуы ла яҡташтар хәтерендә. Илдар Рәшит улы хаҡында техник йүнәлештә белем алған йәштәрҙең остазы ла тип хаҡлы әйтә алабыҙ. ӨДАТУның Ишембай филиалында, нефть колледженда белем алыусылар араһында уның ҡанаты аҫтында диплом эше яҙған, яҡлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр уны тап шулай ҡабул итә. Белемдәренең ғәмәлдәге ҡулланышын, уларға таянып, ниндәй һөнәри бейеклектәр яулап булыуын фәнни етәксең миҫалында күреү - иң кәрәкле өлгөлөр ул. “Эшеңдән күңел ҡәнәғәтлеге алырға тейешһең. Шул ваҡытта ғына ул яҡшы һөҙөмтә бирә”, - ти Илдар Рәшит улы. Һөнәр баҫҡыстарын эҙмә-эҙлекле үткән үҙ эшенең оҫтаһы хаҡында завод етәкселегенән дә юғары баһа ишеттек.
- Илдар Рәшит улын беҙ инструменттар һәм төрлө ҡулайламалар буйынса “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөтәбеҙ. Ул инструменттар, стандарт булмаған ҡорамалдар һәм тәжрибә цехын берләштергән ҙур бүлеккә етәкселек итә. Юғары профессионаллеге, яуаплылығы, йәштәргә биргеһеҙ энергияһы менән хеҙмәттәшебеҙ күптәргә өлгө. Үҙ артынан йәштәрҙе ылыҡтыра алыуы уны кеше булараҡ аса, - тип уртаҡлашты “Витязь” машиналар эшләү компанияһының техник директоры Сергей Забелин.
Эштәре тураһында һөйләгәндә йөҙҙәре балҡып китеүен күреп тә Гөлүзә һәм Илдарҙың үҙҙәрен һөнәрҙәрендә табыуҙарын аңлап була. Шул уҡ ваҡытта ғаиләм, балаларым тип өҙөлөп торған атай һәм әсәй ҙә бит улар. Өс балаға ғүмер биргәндәр. Һәр береһе үҙенсә һәләтле, тырыш булып үҫеп еткән. Өлкән ҡыҙҙары Зөһрә балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано һәм гитара бүлексәһендә уңышлы уҡый. Әммә һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, әсәһенең юлынан китергә ҡарар итә – Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, әлеге көндә Өфөлә акушер-гинеколог булып эшләп йөрөй. Кейәүгә сығып, тормош иптәше менән ул үҫтерәләр. Уртансы балалары Ильяс тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәрен генә әйтергә була. Апаһы кеүек балалар сәнғәт мәктәбенең баян класын тамамлаған. Тәүҙә Ишембай нефть колледжында белем ала, әле ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Себер тарафтарында эшләп тә йөрөй. Ул да өйләнеп, кәләше менән бына тигән малай үҫтерәләр. Әйткәндәй, ҡатыны ла һөнәре буйынса Гөлүзә Әбүбәкир ҡыҙы һымаҡ акушер–гинеколог икән.
Фәтҡуллиндарҙың кесе ҡыҙҙары Гөлназ ҡыҙыҡһыныуҙары, сәмле ынтылыштары менән апаһы менән ағаһын да уҙҙырған. Әлеге көндә ул 12-се лицейҙа 11-се класты тамамлау алдында. Маҡсатлы ҡыҙ төрлө йүнәлештә үҙен һынап, уңыштарға өлгәшә. Сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә уҡырға ла өлгөргән, бейеү менән һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Унынсы класта белем алғанда “Минең тәүге бизнесым” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, бизнес-интенсивҡа һайлап алына. Артабан бизнес-проект яҙып, илебеҙҙән 69 ҡатнашыусы иҫәбендә Гөлназ “Минең тәүге бизнесым” конкурсының финалына үтә. Сочи ҡалаһында “Сириус” белем биреү үҙәгендә эшҡыуарлыҡ буйынса сараларҙа ҡатнашып, лекциялар тыңлай, команда менән бизнес-проекттар төҙөй. Унынсы кластан ул унда бер үҙе генә була, башҡа ҡатнашыусылар - ун беренселәр.
- Ошо сараларҙа ҡатнашҡандан һуң минең донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Башҡа ҡалаларҙа булыу, ҙур кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу үҫешкә юл аса, - тип уртаҡлашты ҡыҙ. Гөлназ үҙенең әүҙем ирекмәнлек эше тураһында ла бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Арҡа терәр, барлыҡ ниәттәреңде хуплап торор яҡындарың булыуы, әлбиттә, үҙ маҡсатыңа өлгәшеүгә юл аса. Балаларын бәләкәйҙән төрлө яҡлап үҫтереү өсөн атай менән әсәйҙең ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмеүенең һөҙөмтәһе күренә был уңыштарҙа.
- Аллаға шөкөр, балалар өсөн шатбыҙ. Изгелекле, кешелергә ихтирамлылар. Кейәү менән киленебеҙҙең дә беҙҙе яҡын итеп тороуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, - ти Гөлүзә.
Ғаиләгә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт Илдар менән әңгәмәләшкәндә лә тойолдо.
- Үҙ-ара ихтирамлы булыу, ауыр минуттарҙа бер-береңә ярҙам итә белеү тормош көткәндә бик кәрәк. Беҙ ғаиләлә нимә эшләһәк тә үҙ-ара кәңәшләшеп, бер-беребеҙҙе тыңлап башҡарабыҙ. Тағы ла бер мөһим сифат – һәр бер кешенең хыялдары булырға тейеш. Ул тормошҡа аша икән, яңыһына ынтылып йәшәргә кәрәк, - тип бик тә урынлы кәңәштәрен әйтте.
Үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп донъя көтөү тигәндән, Гөлүзәнең фекерен дә күптәр күңеленә һалып ҡуйыр. - Нимәлер эшләгәндә, ҡарарым ышаныслы булған осраҡта ла, ирем менән кәңәшләшәм. Һәр ваҡыт уның һүҙенә ҡарайбыҙ. Сөнки ул ғаиләбеҙҙең башлығы, терәге, - был һүҙҙәрҙә атай абруйының юғарылығы күренә. Оҙаҡ йылдар матур ғүмер кисергән парҙың йәштәргә кәңәштәре лә файҙалы булыр.
- Тормош көткәндә бер-береңде ишетә белеү мөһим, - ти Гөлүзә. - Ғаиләлә ниндәйҙер бәхәс, үпкәләү килеп сыҡҡан икән, тәүге булып ярашыуға ҡул һуҙған кеше иң аҡыллыһы һәм изгелеклеһе тип уйлайым, - тип һүҙгә ҡушылды Илдар.
Балаңды үҫтергәндә һөйләп түгел, үҙеңдең өлгөң менән тәрбиәләү иң һөҙөмтәлеһе. Эшкә намыҫлы ҡараш, бер-берең, балаларың өсөн йән атып тороу – Фәтҡуллиндарҙың тормошо асылы. Балалары ла бәләкәйҙән ошо өлгөлә, ошо сифаттарҙы һеңдереп үҫә. Ғүмер бер генә һәм кешене хыялдар, киләсәккә маҡсаттар йәшәтә. “Балалар бәхетле булһын... Кесе ҡыҙыбыҙ теләгән уҡыу йортона уҡырға инһен, үҙе яратҡан һәм кешеләргә файҙа килтергән эштә эшләһен... Ейәндәребеҙ бар, хәҙер инде ейәнсәрҙәребеҙҙе күрге килә...” – ошо һәм тағы әллә күпме матур-матур хыялдарға күмелеп йәшәй һәм эшләй Гөлүзә менән Илдар.
Теләгәндәр барыһы ла юш килһен, йәмғиәтебеҙҙе көслөрәк итеүсе Фәтҡуллиндар ғаиләһендә бәрәкәт, ырыҫ, ҡот һүрелмәһен.
Читайте нас: