Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2020, 10:00

Әжәлгә әҙерләнәм тип... (хикәйә)

Сәғәт теле биште һуҡты, “зыр-зыр” көйө яңғыраны, Шәрифулла ҡарт күҙҙәрен асты…

Сәғәт теле биште һуҡты, “зыр-зыр” көйө яңғыраны, Шәрифулла ҡарт күҙҙәрен асты…
Ул, арыу ғына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә етеҙлек менән һикереп тороп сәйнүген ҡайнатырға ҡуйыр өсөн икенсе бүлмәгә сығып та китте. Һыйырын һауып ингәнсе ҡайнай торор. Соланда эленеп торған, һарай эсендәге эштәр менән генә шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән иҫке курткаһы менән калошын кейеп алды. Ошонда уҡ кәштәлә биҙрәһе ултыра, иҙәндә – ҡомғаны менән йоғаныс майы.
Тәү башлап быйылғы йыл быҙаулаған, үтә лә сабырһыҙ, уҫал холоҡло йәш тананы дочка ла дочка, тип маҡтай-маҡтай ҙур кинәнес менән һауҙы. Аҙаҡ шундай уҡ кинәнес һәм ихласлыҡ менән ҡаймаҡ ағыҙа торған сепаратын ҡорҙо. Сепарат үҙ эшен башҡарғансы, яйлап сәй эсеп алырға ла була. Ғәҙәттә Шәрифулланың иртәнге сәйе ярты сәғәт тирәһенә һуҙыла, унан инде һыйырҙы көтөүгә ҡыуырға бер сәғәт ҡала. Ошо сәғәт эсендә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр хужаһын үҙҙәре килеп таба.
Тәмләп сәй эсеп алғандан һуң, ҡарт ОРТ каналынан барған иң яратҡан тапшырыуы “Хәйерле иртә”не ебәрҙе. Бик файҙалы тапшырыу – йыш ҡына халыҡ медицинаһы ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулдарын күрһәтәләр. Шәрифулла кәңәштәрҙе тыңлау менән генә сикләнмәй, үҙенә кәрәк булғандарын да, кәрәкмәгәндәрен дә ҡалын дәфтәренә теркәп бара. Ул үҙенең: “Ошо ерем ауырта, был ерем һыҙлай”, – тип зарланған күршеләренә белдекле ҡиәфәттә аҡыл өйрәтергә ярата. Бына әле лә дәфтәрен алыу ниәте менән сервант тартмаһын асып ебәргәйне, газ менән утҡа килгән түләү ҡағыҙын күреп ҡалды. Улар өсөн түләргә тип әҙерләп ҡуйған аҡсаһы шкаф эсендәге итектә ҡулъяулыҡҡа төрөүлө көйөнсә әллә ҡасандан бирле үҙ мәлен көтөп ята инде.
Газға – дүрт йөҙ ҙә утыҙ һум, утҡа – һикһән ике һум да илле биш тин… Артып ҡалғандарын пинжәк кеҫәһенә тығып ҡуйһаң, ваҡ-төйәккә китеп бөтә ул.
Бер ус унлыҡтар һәм бер ус тимер аҡса менән ҡарт өй уртаһында туҡтап ҡалды. Быларҙы үҙенең һаҡлау банкына һалып ҡуйғанда… “Эйе-эйе”, – тип мығырҙаны ул һәм хужа тарафынан “банк” тип аталып йөрөтөлгән һандыҡ йоҙағынан бушатылды. Һандыҡ эсендә ике бер һәм бер өс литрлы быяла банкаларҙан башҡа бер ни ҙә юҡ. Бер литрлылары тимер аҡса өсөн ҡулланыла, өс литрлыһы – унлыҡтар өсөн. Ҡарт булһа ла үҙенең баш тигән нәмәһе бар: буш банкаларҙы күрше ҡыҙҙан, тәжрибә үткәрәм, тип тимер ҡапҡас менән яптыртып алғайны ул. Ҡапҡастарҙың уртаһынан бысаҡ менән ярыҡ эшләне, аҡсаны шунан ғына төшөрә. Берәйһе, ни эшләтәһең ул аҡсаны, тип һораһа: “Үҙем үлгәс, хәйер итеп таратырҙар”, – тип яуап бирер ине. Әммә бының турала әлегә бер кем дә белмәй һәм белергә лә тейеш түгел. Әжәлен һиҙә башлаған сағында ғына берәй балаһына әйтер.
Малдарын көтөүгә ҡыуыу ниәте менән өйөнән сыҡҡан Шәрифулла болдорҙа бер аҙ баҫып торҙо. Бер-бер артлы теҙелеп киткән тауҙар ошо илаһи саҡта ҡуйы аҡ томанға төрөнөп баштарын ғына күрһәтеп ултырған булалар. Унда, тауҙар башында, ауыл халҡына аңлашылмаған, ниндәйҙер үҙенсәлекле сихри донъя. Әкиәт донъяһы. Ҡалҡып сыҡҡан ҡояштың тәүге нурҙары ла иң беренсе тау баштарын иркәләп, һыйпап үтә. Ошо ваҡытта кешеләрҙең ығы-зығыһынан, ғәйбәтенән, ҡара уйҙарынан таҙарынып өлгөргән тирә-яҡ та нисектер ят, ят ҡына түгел, гонаһһыҙ ҙа, хозур ҙа, ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә булып тойола. Шуның өсөн дә ҡарт бигерәк тә ошондай иртәләрҙе ярата. Ауыл тотош уянып бөтһә, уның өсөн бөтә йәм томан һымаҡ юҡҡа сыға.
Көтөүҙән һуң быҙауын сығарып, биш бөртөк ҡаҙын һыуға төшөрөп, Аҡтүшен ашатып ингән ҡарттың ҡолағына “Башҡортостан” радиоһы дикторының яғымлы тауышы салынып ҡалды: “Ә хәҙер һүҙҙе медицина фәндәре кандидаты, эзотерик, экстрасенс Сафия Салауат ҡыҙына бирәбеҙ…”
– Тәк… тәк… – Шәрифулла ҡарт ултырғысын алып, радио торған тәҙрә төбөнә яҡыныраҡ ултырҙы. – Ә беҙ, ғәли йәнәптәре, һеҙ-ҙе ҙу-у-ур ихтирам үә ҙу-у-ур иғтибар менән тыңлайбыҙ…
Ул кеткелдәп көлөп алды ла, ҡуйы ҡаштарын төйөп, ҡалын иренле ауыҙын асыңҡырай биреп, Сафия Салауат ҡыҙы тигәндәренең фәлсәфәүи сығышын тыңларға йыйынды. Ошо мәлдә, өйҙә урынлашҡан бар тәртиплелекте, бар уңайлылыҡты боҙоп ишек шығырланы.
– Шәрифулла-а-у… Өйҙәме-е-еү?...
Ишектән ялт итеп тәпәш буйлы, ябыҡ кәүҙәле күршеһе Зәкиә ҡарсыҡ күренде. Хужа уның ҡиәфәтен энәһенән ебенә тиклем күҙҙән үткәрҙе: тағы ла күҙҙәре ҡыҙарып бөткән, йәшкәҙәп тора, танауы ла ҡыҙыл, теле көрмәләнә. Тағы ла шул бер ҡасан да йыуылмаған курткаһын кейеп алған. Ул, бигерәк тә, Зәкиә шул курткаһы менән диванға ултырмаһа ярар ине, тип хәүефләнде. Тегенеһе лә ҡарттың уйҙарын белгән кеүек, урынында тапанды. Көнбағыш ҡабыҡтары менән тулған бысраҡ кеҫәһенән ун һумлыҡтар сығарып өҫтәлгә һалды:
– Ҡаймаҡ һат әле. Балалар ҡайтҡайны, ҡаймаҡ таптыралар.
– Хәҙер ҡаймаҡтың хаҡы илле һум, – тине ҡарт, өҫтәлдәге аҡсаға ҡарап.
– Бәй, ниңә улай?
Ҡарсыҡ ҡулдарын ыуаланы.
– Кисә Маһинурҙарға ҡырҡ һум менән биргәнһең бит. Теге…
– Нимә “теге”? Баҙарҙа бөтә нәмәгә хаҡ артты, ышанмаһаң, ана, гәзитте ҡара, – хужа Зәкиәнең аҡсаһын кире һуҙҙы. – Мин бында һыйырҙы һеҙҙең өсөн аҫырайымдыр шул!
– Ярар һуң… Ун һумын аҙаҡ керетермен.
Ҡарт, теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалып, һыуытҡыстан ҡаймағын алды ла ишек төбөндәге ултырғысҡа “шап” итеп ултыртты. Был, башҡа һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ, тигән ишара ине. Күршеһе лә тиҙерәк сығыу яғын
хуп күрҙе. Сығып барышлай уның: “Үҙемдең һыйыр һауырға ҡулдарым эшкинмәй шул”, – тигән зары ишетелде.
– Һы! Әҙерәк төшөрөргә кәрәк! – тип ҡысҡырҙы ҡарт, ишек ябылғас.
Ул бөтә иғтибарын туплап, бөтә күңелен биреп теге экстрасенс ҡатындың һөйләгәнен тыңларға тотондо. Биш минут тирәһе тыңлап ултырҙымы-юҡмы, асыуы ҡабарып, тышҡа сығып китте.
Тамам кәйефе ҡырылған Шәрифулла алан-йолан ҡаранды. Асыуҙы эш менән баҫмағанда. Атлап барышлай, аяғына эләкккән һеперткене алып, туҙан борҡотоп өй алдын һеперҙе. “Һы! Ниндәй заманға килеп еттек беҙ! Нимә һөйләгәндәрен дә белмәйҙәр! Ундай кешеләрҙе радиоға яҡын да ебәрергә ярамай! Ни һөйләй, ә? Етмәһә, башҡорт ҡатыны. Исеме лә – Саф-эйә! Тфү!” – ҡарт саңға сәсәне. Һеперткеһен ситкә ырғытып, йәшелсә баҡсаһына инеп китте… Бында ла эш күп… Һуған, ҡыяр түтәлдәрен утарға кәрәк, помидор һабаҡтары бәйләнмәгән. Еләкте йыйып һатҡанда, шәп булыр ине.
Иғтибарын күпме генә эшкә йүнәлтергә тырышһа ла, әлеге лә баяғы уйы күңеленә тынғы бирмәне: “Һы! Нимә ти, ә? Ер шарының ябай кешенең күҙенә күренмәгән өҫкө ҡатламында тәүҙә – ете ҡат тамуҡ, аҙаҡ ете ҡат ожмах килә, ти… Һы! Нимә ти тағы? Киләсәктә, ти, ғалимдар самолет менән осҡан саҡта шул ҡатламды тота торған прибор уйлап табасаҡ, имеш… Тфү!”
Шәрифулланың иғтибары баҡсаға ингән тауыҡтарға күсте, ҡатҡан тупраҡ киҫәктәре менән уларҙы бәргесләп ҡыуып сығарҙы. Аяҡтарын һындыра бәргәндә, йөрөмәһендәр. Үҙе тағы ла йәһәт кенә келәтенән ем алып, шуларҙы саҡырҙы: “Тип-тип!... Тип-тип!…” Ҡоттары алынған тауыҡтар яҡын килергә баҙнат итмәй торҙолар.
– Килегеҙ!... Килегеҙ!... Эй, уңғандарым минең! Килегеҙ! Тип-тип… – Ул нисә ус ем һипкәнен дә тойманы. – Ә ул, Сафия, быларҙы ҡайҙан белә икән? Үҙ күҙҙәре менән күргәнме ни! Үҙенең малай-шалайҙарын, асыҡ ауыҙ студенттарын тишек кәмәгә ултыртыр ҙа ул, ә бына минең кеүек күпте күргән
олпат ирҙе алдаштыра алмаҫ! Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләп тора. Имеш, тамуҡтың беренсе ҡатында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар гонаһтарынан таҙарына, икенсе ҡатта – кеше үлтереүселәр, өсөнсөлә – эскеселәр, дүртенселә – эгоистар, бишенселә – алдаҡсылар, алтынсы, етенсе ҡаттарҙа – тағы әллә кемдәр… Ә бына эгоистарға урын бик аҙ бирелә тине… Метр ярымға метр ярым, тинеме шунда? Тфү!
Үҙенең кәйефен күтәрер өсөн әллә күпме эш башҡарып ташланы ҡарт. Мунса соланын йыйыштырҙы, сүп-маҙарҙы йыйып тоҡтарға тултырып ҡуйҙы, йәшелсә баҡсаһындағы мискәләргә һыу тултырҙы. Өйөнә кергән саҡта ҡояш ҡыҙыу ине. Был ваҡытта ул диванында һуҙылып, иркенләп ятып алырға әүәҫләнгән. Ҡайһы саҡта йоҡлап та китә. Шуға ла эштәрен төшкә тиклем тамамлап ҡуя, бер-ике сәғәт ял итеп алһа, сәғәт өстәрҙән һуң яратҡан сериалдары башлана.
Бөгөн дә шулай ял итеп алыр өсөн форсат сыҡты, ҡамасаулап йөрөгән кеше юҡ. “Уф”, – тине ул ҙур еңеллек менән – иртәнсәк һыйыр һауған сағындағы ҡәнәғәтлек һәм ихласлыҡ кире ҡайтҡайны ҡарттың күңеленә. Көҙгө алдына баҫып, үҙенең һорғолт күҙҙәренә баҡты, үтә күренеп торған күҙ ҡабаҡтарын, майланған ялтыр танауын ҡулъяулығы менән һөрткөләне, һирәк һаҡалында ла ялтыр тир бөрсөктәрен күреп ҡалды. Түбәтәйен һалып, шул уҡ ҡулъяулығы менән пеләш башын һыпырҙы. Үҙен тәрбиәләп бөтөп, инде күпереп торған мендәрҙе алырға үрелгәндә генә Зәкиә күршеһенең ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде.
– Шәрифулла-а-ау… Ишегеңде ас әле-е-еү!...
– Нимә булды тағы? Йөрөйһөң инде шунда мәлһеҙ, – ул ишеген түгел, тәҙрәһен генә асты.
– Ғәлиулла ағай мәрхүм булып киткән бит…
– Ҡайһы Ғәлиулла?
– Бәй, уҡытыусы Ғәлиулла, башҡаһы юҡ бит… – Ул тәҙрәнән иртәнсәк етмәй ҡалған унлыҡты һуҙҙы. – Тәрбиәләшергә һәм төнөн һаҡлап ултырырға Шәрифулла ағай килмәҫме икән, тиҙәр. Ауылда йүнле ҡарт-ҡоро ҡалманы бит, үҙең беләһең.
–Ярар, барырмын.
Тәҙрә “шаҡ” итеп ябылды ла кире асылды.
– Эй, Зәкиә, кил әле бында, – ҡарт шыбырлауға күсте. – Һин бит, Зәкиә туған, китапханала байтаҡ ҡына эшләп алған кешеһең, гел китап-журналға күмелеп ултырҙың…
– Бар ине йәш саҡтар… – Ҡарсыҡ, был хәҙер аҡыл өйрәтә башлар инде, тип уйлап ҡыҙарынды.
– Ни… Һинән, оят булһа ла һорашам инде. – Шәрифулла бер аҙ уйланып торҙо. – Эгаисмы, игаистмы шунда, кем була ул?
Күршеһе тәүҙә ни әйтергә белмәй аптырап ҡуйҙы, аҙаҡ, тешһеҙ ауыҙын йырып, көлөп ебәрҙе.
– Нисек һиңә дөрөҫ итеп аңлатырға икән? Бына нормальный кеше була бит инде, шунан тағы эгоист кеше була инде…
– Һуң улар бер-береһенән нисек айырыла? – тине ҡарт, түҙемһеҙләнеп.
– Нисек әйтәйем икән?... Бына, мәҫәлән, нормальный кешегә, балалар ҡайтты, һөт кәрәк ине, тиһәң, ул аҡсаңды ла һанап тормай биреп сығарасаҡ, ә эгоист кеше, бында һинең бер һум да илле тин аҡсаң етмәй, тип ҡыуып сығарасаҡ… Бына шул инде…
Был Зәкиәгә, эскән ҡатынға, ышанырғамы-юҡмы, тип тағы хәүефләнә төштө Шәрифулла.
– Ни… Зәкиә… Мин бит һине ҡыуып сығарғаным юҡ… Эйе бит, Зәкиә…
– Кем һине эгоист ти әле, – күршеһе ҡайтыу яғына боролдо. – Һин – яртылаш эгоист, яртылаш нормальный кешеһең.
– Тынысландырҙың, рәхмәт, – тәҙрә тағы ла “шаҡ” итеп ябылды.
******
Хоҙай тәғәләгә бик үк ышанып, намаҙ-фәлән уҡымаһа ла, Шәрифулла ҡарт уҡытыусы Ғәлиулла мәрхүмде мосолмандарса урынына еткереп тәрбиәләне. Алда тағы ла оҙон төн – мәрхүмде һаҡлап ултыраһы бар. Тик уның ғәҙәттә бик бошмаҫ күңелен әллә ниндәй ят тойғо солғап алды. Был тойғо уның бөтә тәне, йәне аша күңеленең әллә нисәнсе ҡатынамы, өлөшөнәме, аңламаҫһың, үтеп инеп ҡытыҡлап ҡуя. Аҙаҡ ошо тойғоға буйһонған тәне тотош зымбырҙай башламаһынмы.
Башҡаса үҙен тынысландыра алмауын тойоп, ул саф һауа һуларға сыҡты. Ишек алдында туп-тулы кеше, һәр береһенең үҙ мәшәҡәте, үҙ ҡайғыһы. Уны күреү менән һүҙ ҡушалар, юҡ-бар төпсөнәләр. Ҡарт, тынғылыҡ эҙләп, баҡсаға керҙе, бында, исмаһам, тыныс, рәхәт. Йылы төнгө һауаға тирәк, йүкә, муйыл еҫтәре ҡушылған. Талғын ғына иҫкән йылы елгә оҙон тирәктең ҡуйы башындағы япраҡтар “шыш-быш” килә. Төндөң ҡурҡыныс та, матур ҙа ҡарашына текләп, ҡарт уның ҡосағына сумды. Өҫтә, һауа киңлегендә, бер ҡараһаң бушлыҡ та, бер ҡараһаң тереклек тә. Бушлыҡ… Тереклек… Матурлыҡ… Һалҡынлыҡ… Йондоҙҙары ла, берсә, боҙ һымаҡ һалҡын, берсә, ут һымаҡ ҡайнар. Ысынлап та, ошо ер менән йондоҙҙар араһындағы бушлыҡта ете ҡат тамуҡ, ете ҡат ожмахмы икән, тигән уйы тумалаҡ айҙы ҡуҙғатып ҡуйҙымы ни. Ул, һоро таптарын терелтеп, ҡапыл ғына кеше башына әйләнгәндәй булды, етмәһә, шул баш ауыҙ йырғандай итте.
Тынғылыҡты төн ҡосағында тапмағас, ҡарт бер ерҙә өйөлөшөп торған ирҙәр эргәһенә барҙы – Ғәлиулланың туған-тыумасаһы. Ҡалтыранған ҡулдары менән кемдәндер һорап алған тәмәкене тартырға тотондо, үҙе шул уҡ ваҡытта, танырға тырышып, һәр береһенең йөҙөнә ентекләп ҡараны. Күпме генә тырышмаһын, ширлектә һөйләшеп ултырған ике ирҙе таный алманы, ҡаланан
килгәндәрҙер. Береһе, тәпәшерәк буйлыһы, урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡушып һөйләне:
– Бигерәк кешелекле, добрая душа, простой булды, мәрхүм ағай… Ҡалаға етәкләп уҡырға алып барған сағы һаман да иҫемдән сыҡмай. Һуңғы йылдарҙа ҡаты ғына сирләп китте, бедный мой. Килеп ят дауаханаға, үҙеңде айырым палатаға һалырмын, тием. Юҡ, не хочет. Үҙеңә айырым медсестра тәғәйенләрмен, тием. Юҡ, не хочет. Миңә, япон һуғышын үткән кешегә, был сир пустяк, ти ҙә ҡуя.
Икенсеһе, оҙонораҡ буйлыһы, күҙлек кейгәне, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы:
– Эйе, эйе шул… Бик ҡаты ауырыған шул. Ваҡытында ниндәй шаян, дәртле кеше була торғайны. Мин студенттарыма уның мәҙәктәре тураһында һаман һөйләп алам. Иҫләйһеңме икән, бер ваҡыт класҡа бер төргәк әллә ниндәй ят емеш алып инде. Үҙе беҙҙең ауыҙҙарҙы супылдата-супылдата ашағанды ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Үҙе: “Ашағыҙ, һыйланығыҙ, минең йырсы танышым, Эдит Пиаф, тағы ебәрермен, тип әйтте”, – ти.
– Да… Да… “Мәскәүҙә уҡыған сағымда Стелла Агдам тигән рәссам ҡатын портретымды яҙҙы, ул портрет күргәҙмәлә әле һаман тора,” – тип һөйләргә ярата торғайны. Йә булмаһа: “Утесов тигән артист менән ҡунаҡта булған саҡта таныштым, ул миңә көсөк бүләк итте,” – тип һөйләр ине. Ә беҙ малайҙар, ауыҙҙы асып тыңлайбыҙ, очень интересно бит.
– Һәр ваҡыт шаян күңелле, тормошто яратыусы кеше булды ағай. Урыны ожмахта булыр, – күҙлекле бер аҙ уйланып ултырҙы. – Уға арнап яҙған шиғырым район гәзитендә сыға, уҡырһың әле.
“Һы! Тағы ожмах! Сафия Салауат ҡыҙы әйтмешләй, был Ғәлиулла ожмахтың нисәнсе ҡатында булыр икән? Кешеләрҙең изгелегенең, ҡылған эштәренең кимәленә ҡарап, тәғәйенләнгән ҡаттарға урынлаштыралар, ти. Ә иң-иң һәйбәт кешегә урын етенсе ҡаттан бирелә икән. Һы!”
Шәрифулла мәрхүм эргәһенә инде лә, юҡ-бар уйламаҫ өсөн, тиҫбе тартып ултырырға ниәтләне. Бер ҙә генә тотоп ҡараған нәмәһе түгел. Ул ҡапыл, ҡалаға барған сағын иҫкә төшөрөп, йылмайҙы: бер саҡ ҡала транспортына инеп кенә ултырғайны, ҡаршыһындағы егетте күреп, иҫе китте. Ҡара күҙлек кейеп алған егет шәп-шәп итеп тиҫбе тарта. Үҙе ҡолағына ҡуйған нәмәкәйенән музыка тыңлай, үҙе һыйыр һымаҡ һағыҙ сәйнәй: динлеме, динһеҙме, аңламаҫһың…
******
Уҡытыусыны ерләп, өсөн-етеһен уҡытҡас, Шәрифулла ҡарт тағы ла донъя мәшәҡәттәренә сумды: салғыһын, балтаһын үткерләп, арбаһын йүнәтеп, бесәнгә әҙерләнде. Эште, бала-сағаһын ҡыҫылдырмай, бер үҙе генә эшләргә ярата ул. Үҫеп бөткән ейәндәрен ауылға ҡайтартмай, барыбер уларҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ. Таңға тиклем йөрөйҙәр ҙә төшкә тиклем йоҡлайҙар. Үҙе яҡты донъянан киткәс, ҡайтып теләгән нәмәләрен эшләрҙәр.
Бер саҡ ҡарттың башына бик шәп фекер килде – бесәнгә төшмәҫ борон мәсеткә барып, хәйер биреп, мулланан бер-нисә сүрә уҡытып ҡайтҡанда һәйбәт булыр ине. Әжәл алдынан, ә уның ҡасан килерен кем белә, гонаһ-фәләндәрҙән бер аҙ таҙарынып алһаң арыу инде ул. Бығаса мәсеткә йөрөгәне булманы, сөнки ундағы йәш мулланы өнәп еткермәне. Мәсет төҙөлгән саҡта ауылдаштары ҡулдарынан килгәнсе аҡса йыйҙы: кеме йөҙ, кеме ике йөҙ һалды, күберәк биргән кешеләр ҙә булманы түгел. Шул ваҡытта ул ни эшләптер донъя мәшәҡәттәренән арына алмай, мәсеткә барырға ваҡыт тапманы. Ә хатаны барыбер төҙәтергә кәрәк. Ул , йөҙ һумлыҡты алып, ишек алдына сыҡты, ҡапҡаға барып еткәс кенә кире боролоп, тағы бер йөҙлөктө алды.
Мәсеткә ул, магазинға һағыҙ йәки туңдырма артынан йүгергән бала һымаҡ, елдереп барып етте. Тупһаны аша атлағас, бер аҙ юғалып ҡалды. Ябыҡ, бәләкәй буйлы мулла егетте күргәс кенә әҙерәк ҡыйыуланып китте, хатта
кәйефе лә ҡырылды. Бер ҙә генә оҡшатмай уны, нәҙек тауышы менән уҡына башлаһа, сыҙап торғоһоҙ була.
“Әллә инде ҡаланың ҙур мәсетенә барырға… Ҙур мәсеттең файҙаһы ла ҙурыраҡ булыр. Муллалары ла олпатыраҡ, уҡымышлыраҡ”, – ҡарт һаман да икеләнде.
– Шәрифулла бабай, тим, берәй йомошоң бар инеме?
– Ә… Теге ни… – Шәрифулла түш кеҫәһенән аҡса сығарҙы. – Мә, ҡустым, мәсеткә кәрәк-яраҡҡа булыр, үҙең шунда уҡып, доға ҡылып алырһың.
Шулай ҙа Шәрифулла ҡарттың күңелен баҫып торған ауыр тойғо юҡҡа сыҡманы, аяҡ-ҡулдары ғына түгел, хатта тәненең һәр бер күҙәнәгенә тиклем ҡалтыранғандай тойолдо. Ғүмер буйы йыйылған гонаһтарҙы бер-нисә көн эсендә хәйер биреп кенә, доға уҡытып ҡына юйып булырмы һуң – билдәһеҙ. Ә нисек ҡотолорға һуң? Уһ, уның бер ҙә генә эгоист булғыһы килмәй. Зәкиә, эгоисһың, тине бит.
…Өйөнә йүгереп тиерлек ҡайтҡан Шәрифулла шкафтан сепрәккә төрөлгән банк кенәгәһен алды. Һуңғы ун йылда йыйған аҡсаһының яртыһын балаларына таратып бирергә, яртыһына күрше ауылдағы интернаттың етем балаларына кәрәк-яраҡ алырға кәрәк. Өҫтәренә – күлдәк, аяҡтарына – итек… Тағы телевизорға ла етә, компьютер тигән нәмәләренә лә етә. Күп аҡсаһы уның, күп. Барыһына ла етә. Ә үҙенә йәшәргә теге һандыҡ эсендәге банкаларҙағы аҡсаһы ла етеп торор, пенсияһы ла килә.
Ҡарт өйҙән сығышлай һыуытҡыстан ике йомғаҡ май, бер банка ҡаймаҡ алды. Зәкиәләргә инмәй, ҡапҡа төбөнән генә ҡысҡырҙы:
– Зәки-ә-әү!... Өйҙәме-е-еү?
Күршеһе йүгереп сыҡты, аптыраған булды:
– Бәй, ниңә инмәйһең?
– Бына һиңә – май, бына һиңә – ҡаймаҡ!...
– Аһ, аһ… – Юғалып ҡалды ҡарсыҡ. – Аҡсам
– Аҡсам
ҙы. – Мин үлгәс, бер иҫкә төшөрөп һөйләрһең әле.
Ә кем белә, уны, әжәлде? Бик хәйләкәр нәмә бит ул.
Ул хәҙер ожмахҡа түгел, тамуҡтың өҫкө ҡатына эләкһә лә риза булыр ине. Гонаһтарынан таҙарына-таҙарына яйлап ожмах ҡатына ла күтәрелер һәм берәй заман ҡарсығы менән осрашыр. Унда бөтөнләй икенсе тормош ти бит: кешеләр ризыҡҡа, кейемгә мохтаж түгелдәр. Ризыҡ, кейем булмағас, аҡса ла кәрәкмәй. Аҡса кәрәкмәгәс, кешеләр ҙә һәр ваҡыт алсаҡ, шат, йомарт, бер-береһен яраталар. Унан килеп, бер ҡасан да ҡартаймайҙар икән. Ерҙе һағынып китеп, тәнле булырға теләһәләр, Хоҙай тәғәлә ризалығы менән был донъяға тағы тыуалар. Бәлки улар ҙа ҡарсығы менән был донъяға яңынан килер…
Саң-туҙан борҡотоп елдереп килгән автобусҡа ултырған ҡарт тәҙрәнән ауылдың һуңғы өйҙәренә, бер-бер артлы теҙелеп киткән тауҙарға, юл буйында баштарын болғап ҡалған иркә ҡайындарға ҡарап йылмайҙы ла йылмайҙы. Һауала – күпереп торған мамыҡ кеүек болоттар, утлы шар – ҡояш, ерҙә – диңгеҙ һымаҡ тулҡынланған иген баҫыуы, йылан кеүек борғаланған юл – уйлап ҡараһаң, үҙе ожмах. Күк менән ер араһындағы бушлыҡта етеҙ ел саба. Ә тирә-яҡ үҙе тантана ҡыла. “Сафия Салауат ҡыҙына рәхмәт әйтеп хат яҙырға кәрәк, – тип уйланы ул, шатланып. – “Башҡортостан” радиоһында адресымы, телефонымы барҙыр әле, моғайын”.
Фото: интернет
Читайте нас: